Бәйғәмбәребеҙҙең ﷺ изге Рамаҙан айы һәм бөйөк ураҙа ғәмәле тураһында беҙгә әйтеп ҡалдырғандарынан:
– "Аллаһ Тәғәлә: “Минең өсөн булған ураҙаны Мин Үҙем бүләкләйәсәкмен”, – тигән" [Бохари хәҙистәр йыйынтығынан].
– "Ураҙаға бер нәмә лә тиң була алмай" [Ән-Нәсәи хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис].
– "Ураҙала булған кешенең доғаһы кире ҡағылмаҫ" [Бәйһәҡи хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис].
– "Ураҙа тотоусы өсөн ике шатлыҡлы мәл бар: беренсеһе – ауыҙ асҡанда, икенсеһе – үҙ Раббыһы ҡаршыһында ураҙаһы өсөн әжер алғанда" [Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан].
🌙– "Ураҙа – кешене Тамуҡ утынан ҡурсалап тороусы ҡалҡан һәм ныҡлы ҡәлғә" [Әхмәд хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис].
🌙– "Аллаһ ризалығы өсөн бер көн ураҙа тотҡан кешенең йөҙөн Аллаһ Тәғәлә Йәһәннәм утынан етмеш йыллыҡ араға алыҫайтасаҡ" [Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан].
🌙– "Аллаһ мәрхәмәтенә өмөт итеп ураҙа тотҡан кеше шул көндө үлеп ҡалһа, Йәннәткә инер" [Әхмәд хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис].
🌙– "Йәннәттә әр-Раян тигән ҡапҡалар бар, улар аша ураҙа тотҡандар ғына үтә алыр, башҡа берәү ҙә үтмәҫ" [Бохари хәҙистәр йыйынтығынан].
🌙– "Рамаҙан айы башланғас, Йәһәннәм ҡапҡалары ябылып, Йәннәт ҡапҡалары асыла, ә шайтандарға бығауҙар һалына» [Бохари хәҙистәр йыйынтығынан].
🌙– "Рамаҙан айында тотҡан ураҙа ун ай буйына тотҡан ураҙаға тиң" [Әхмәд хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис].
🌙– "Аллаһ Тәғәләгә иман килтереп, Унан ярлыҡау өмөт итеп ураҙа тотоусы кешенең быға тиклем булған бар гонаһтары ғәфү ителер" [Бохари хәҙистәр йыйынтығынан].
🌙– "Һәр ифтар (ауыҙ асыу) мәлендә Аллаһ Тәғәлә Уттан азат ителәсәк яңы кешеләрҙе һайлап ала» [Әхмәд хәҙистәр йыйынтығынан, дөрөҫ хәҙис].
📚 Шәйх Мөхәммәт Салих әл-Мөнәджжиттең «Ураҙаға ҡағылышлы 70 төп ҡағиҙә» исемле китабынан.
КӨН ДӘ КӘРӘКЛЕ ДОҒАЛАР сайтынан алынды