Иман – йөрәк менән ышаныу,
тел менән әйтеү һәм ғәмәлдәрҙе
шуға ярашлы ҡылыу.
Иман Аллаһҡа нығыраҡ буйһонған
һайын арта, гонаһтарҙы күберәк
ҡылған һайын кәмей.
Аллаһ рәсүле ﷺ шулай тигән:
«Иман етмештән артыҡ
тармаҡтан ғибәрәт.
Шуларҙың иң юғарыһы – “Лә иләһә илләллаһ” тип шәһәҙәт биреү,
ә иң түбәне – кешеләргә ҡамасаулап ятҡан нәмәне юлдан алып ташлау.
Оялсанлыҡ,тыйнаҡлыҡ та – иман тармаҡтарының береһе»
(Мөслим риүәйәте).
Иман алты терәктән ғибәрәт.
Уларҙы Аллаһ рәсүле ﷺ түбәндәге хәҙисендә һанап үткән:
«Иман – Аллаһҡа, Уның
фәрештәләренә, Уның китаптарына,
Уның рәсүлдәренә,Ҡиәмәт көнөнә һәм яҡшының да, ямандың да Аллаһ тарафынан тәҡдир ҡылыныуына ышаныу»
(Бохари риүәйәте).