Хоҙай минең күҙлектән - намыҫ, һынау, рух, сабырлыҡ, яҡты уй, тыуым-үлем, донъяны яратыу, яҡшы эштәр күберәк ҡылыу.
Бер хәл иҫкә килеп төштө. Бала саҡта урындыҡта бер туған ағайым менән яҫтыҡ бәрешәбеҙ. Эт менән бесәй шикелле пыр туҙабыҙ үҙебеҙ. Әсәйем: “Уйнамағыҙ яҫтыҡ менән, Аллаһ Тәғәлә башығыҙға һуға”- ти. Мин бар тауышҡа:
- Йә, йә, ҡайҙа Хоҙай?! (Әстәғфируллаһ тәүбә! ) Ул бит бында юҡ!” - тип торғанда, ағайым яҫтыҡ менән башҡа килтереп бәрмәһенме, малай! Башым менән батарейкаға бәрелдем! Күҙҙән уттар сәсрәне! Елкә яғынан йылы ғына бер нәмә йүгерҙе. Баҡтиһәң, ҡан аға икән. Ныҡ эләкте ул мәлдә. Башымдағы йөй әле лә шул ваҡиғаны хәтерләтеп тора.
Бына шулай, дуҫтар. Аллаһ Тәғәләнең иң ҡәҙерле мөғжизәһе ул - КЕШЕ.
Якҡты, изге уйҙа булайыҡ, милләттәштәр! Һәммәгеҙгә лә рәхмәтлемен.
Автор: Шагитулла Хамматов