

Иғтибар: КОНКУРС!
Дуҫтар, Изге Рамаҙан айы уңайынан "Аманат" журналы Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты менән берлектә үҙенең сайтында https://amanat.su балалар араһында Изге Ҡөрьәнде тасуири һәм дөрөҫ уҡыу оҫталығы буйынса конкурс үткәрә. Унда 1–ҙән 17 йәшкә тиклем балалар ҡатнаша ала.
Үҙегеҙ ятлаған сүрәне йәки аятты тасуири һәм дөрөҫ итеп уҡып, видеоға төшөрөп, уны ебәрергә кәрәк буласаҡ.
Конкурс эштәрен #иман_аманат хештегын ҡуйып, исем-шәрифтәрегеҙҙе, район (ҡала), ниндәй мәктәп – барыһын да ТУЛЫ итеп яҙыуығыҙҙы һорайбыҙ.
Сығыштарҙы ғәрәп телен һәм ҡөрьәнде яҡшы белгән тәжрибәле дин әһелдәре баһалаясаҡ.
Өфө районы Атаевка ауылы мәсетенең имам–хатибы Айнур Мөхәмәтғарипов сүрә–аяттарҙың дөрөҫ уҡылышына иғтибар итәсәк.
Еңеүселәрҙе https://vk.com/amanatrb төркөмөндә, https://amanat.su сайтында иғлан итәсәкбеҙ. Еңеүселәргә “Аманат”тың Маҡтау билдәһе, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Конкурсҡа йомғаҡ 20 апрель – Рамаҙан айы һуңында яһаласаҡ.
https://vk.com/amanatrb ҡушылығыҙ, сайтыбыҙҙы ҡарап барығыҙ.
“Аманат” журналы мөхәрририәте.
Кемдең балалары Ҡөрьән өйрәнә, Аллаһ Тәғәлә алдында уларҙың дәрәжәһе юғары. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) былай тигән: «Кемдең балалары Ҡөрьәнде өйрәнгән һәм шул өйрәнгәне буйынса йәшәгән, уларҙың ата-әсәләренең башына Ҡиәмәт көнөндә нурҙан яһалған таж кейҙерелер һәм ул таждың балҡышы ҡояш кеүек. Улар: “Ни өсөн беҙгә бындай хөрмәт?” – тип һорар. Уларға: “Һеҙҙең балаларығыҙ Ҡөрьән өйрәнгән өсөн”, – тип яуапларҙар” (Әл–Хәким хәҙистәр йыйынтығынан).”