+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
30 Апрель 2023, 14:15

Урманда аҙашҡанда ни эшләргә?

Яҡын-тирәләге трактор, моторлы кәмә, поезд, машина тауыштарына ҡолаҡ һал. Урманға барырға йыйынғанда сағыу кейем кей. БАШҠА КӘҢӘШТӘР:

Урманда аҙашҡанда ни эшләргә?
Урманда аҙашҡанда ни эшләргә?

Яҡын-тирәләге трактор, моторлы кәмә, поезд, машина тауыштарына ҡолаҡ һал.

Урманға барырға йыйынғанда сағыу кейем кей.

Үҙеңә ваҡытлыса ышыҡ урын табып ал.

Электр сымдарын күҙ уңынан ысҡындырма.

Урманда ҡунырға тура килһә, ҡоро урын табып, усаҡ тоҡандырып ебәр.

Урман эсендәге, ауыл араларында һалынған һуҡмаҡтар ауҙан сығырға ярҙам итер.

Утҡа ырғытылған йыуан ботаҡтар усаҡҡа төнө буйы янырға булышлыҡ итәсәк.

Иң бейек ағас башына менеп, тирә-йүнгә күҙ һал.

Ҡырмыҫҡа иләүе көнъяҡта урынлаша.

Мүк үләне төнъяҡта үҫә.

Төрлө йүнәлештәрҙе иҫеңдә ҡалдыр.

Юлды ҡыҫҡартма, урап та барма.

Таяҡ менән ағастарға туҡылдатып ал.

Шишмә ағымы буйлап барыу – кешеләргә алып килер.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: