+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
27 Май 2023, 12:35

Вейп тартҡандар - нәҫелһеҙ ҡала

Вейп тартҡан егет һәм ҡыҙҙарҙың енси органдарын ҡан менән тәьмин итеүсе тамырҙар ябылып бөткән һәм белгестәр уларҙы таҙарта алмай.

Вейп тартҡандар - нәҫелһеҙ ҡала
Вейп тартҡандар - нәҫелһеҙ ҡала

ВЕЙП

Үҫмерҙәр модалы һәм заманса булып күренергә тырыша. Мода артынан ҡыуам тип, уйламағанда, үҙҙәре лә яңлышып китә. Бынан тыш, балалар һәр ваҡыт «ҙур булып үҫергә» тырыша. Бының өсөн өлкәндәрҙе ҡабатлай башлай. Тиҫтерҙәре алдында «текәрәк» күренер өсөн, хатта тәмәке лә тарта. Ундай яман ғәҙәттәрҙең етди эҙемтәләргә килтереүе хаҡында уйламай ҙа. Үҫмерҙәр, үпкәнән сығарылған еҫле парҙан кинәнеп, организмына ниндәй зыян килтереүҙәре тураһында уйламай ҙа. Вейпты шыйыҡса ҡайнатҡанда тәмәке тарта торған пар барлыҡҡа килгән ингалятор менән сағыштырырға мөмкин. Электрон тәмәке тартҡанда бүленеп сыҡҡан парҙа 31 хәүефле матдә бар! Вейперҙар үҙҙәрен үлемесле «тамыр ауырыуы»ның таралыу ҡурҡынысы аҫтында тота. Диацетил токсик химикаты 75 процент күп ароматизаторҙарҙа (емеш-еләк ароматизаторы, кондитер изделиелары еҫе, кәнфит) файҙаланыла.
Диацетилдың үпкәгә мәкерле тәъҫире беренсе тапҡыр попкорн етештереү фабрикаларында асыҡлана, унда был матдә майҙы алмаштырыусы сифатында файҙаланыла. Уның ярҙамында емеш-еләк, алкоголь һәм карамель тәмдәре оҡшатып эшләнә. Оҙаҡ йылдар һулыш алғанда ул хәүефле була башлай. Диацетил шешеүгә, йөйҙәр барлыҡҡа килеүгә, бронхиолаларҙың (үпкәләрҙәге кескәй тын алыу юлдарының) тарайыуына килтерә.
“Пропиленгликоль” аллергия реакциялары, һыу тыуҙырып, эрендәр барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә, бауыр һәм бөйөрҙәрҙең эшен боҙа.
Составында ҡоролманы заправкалау өсөн шыйыҡса булған пропиленгликоль һәм глицеринды термик тарҡатыу акролеин һәм формальдегид барлыҡҡа килтерә, улар ағыулы үҙенсәлектәргә эйә. Акролеин күҙ һәм тын алыу юлдарының лайлалы тиресәһен ҡуҙғыта, күҙ йәшен ағыҙа, шулай уҡ мутаген үҙенсәлектәр күрһәтеп – яман шеш ауырыуын булдыра. Формальдегид, һанап үтелгән үҙенсәлектәрҙән тыш, үҙәк нервы системаһына тәъҫир итә.
Тәмәке тартыу өсөн шыйыҡсалағы ароматизаторҙар өҫкө тын алыу юлдарының аллергия ауырыуҙарын тыуҙыра, хатта бронхиаль астма үҫешенә лә килтерә. Шыйыҡсаларҙағы никотин бәйлелек тыуҙыра, шулай уҡ яман шеш ауырыуҙарына килтерә. Тын алған төтөн ауыҙҙы ҡорота.
Составында никотин булған парҙы контролһеҙ тын алыу никотинды ҡайтанан тейешле билдәләр: баш әйләнеүе, күңел болғаныуы, баш ауыртыуы, төкөрөктөң ныҡ бүленеүе, эс ауыртыуы, эс китеү, дөйөм хәлһеҙлек менән артыҡ арытыуға килтереүе мөмкин.
Аккумуляторҙың йылыныуы арҡаһында кеше янында электрон тәмәкеләрҙең шартлауына килтергән ҡайһы бер осраҡтар хаҡында билдәле.
Бер вейпты дөйөм файҙаланыу гепатит һәм туберкулез кеүек йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуына килтереүе мөмкин.

Вейптар тартыу психологик бәйлелек тыуҙыра, енси системаның функцияларын боҙа, импотенция һәм түлһеҙлек тыуҙыра. Америка ҡушма штаттарында вейп тартып уҫкән кешеләрҙең 75 % бер ҡасан да бала таба алмаясаҡ. Уларҙың енси органдарын ҡан менән тәъмин итеүсе тамырҙар ябылып бөткән һәм белгестәр уларҙы таҙарта алмай. Ир егеттәрҙең 80 % 25-30 йәштә импотент булып ҡала.
Шулай уҡ вейперҙар организмдың ДНК-һына ла никотиндың тәьҫир итеүен белергә тейеш. Уларҙа барлыҡҡа килгән ауырыуҙар быуын аша нәҫелдән быуынға тапшырыла килә (мәҫәлән, өләсәйҙән ейәнсәренә). Электрон тәмәке тартыу - ул тамағығыҙға һәм тын алыу юлдарына һуғыу ғына түгел, ул балаларығыҙҙың һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең киләсәге лә.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Ғүмерҙе оҙайтыр өсөн тәү сиратта уны ҡыҫҡартырға кәрәкмәй!
Тартмағыҙ! Сәләмәт һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ!

Раян Миһранов,

Күп функциялы Үҙәктең Миграция үҙәге баш табибы.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: