+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
31 Июль 2023, 12:02

Доға – иң көслө ҡорал! Уны ятлап ал! Һәр саҡ доға менән йөрө!

Ауыр хәлдә ҡалған саҡта күптәребеҙ төшөнкөлөккә бирелеп барыусан. Төрлө кешенән, тәү сиратта яҡындарыбыҙҙан ярҙам һорап ҡарайбыҙ ҙа, таяныс тоймаһаҡ, бүтән әмәл ҡалманы, тип уйлайбыҙ. Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итергә ҡыймайбыҙ. Был, әлбиттә, доғаның ни хәтлем көслө ҡорал икәнен аңламағандан.

Күптәребеҙҙә ышаныс етешмәй. Йәнәһе, мин кем әле ул тиклем, теләктәрем нисек ҡабул булһын инде... Әммә, тормоштағы төрлө хәлдәрҙе күҙ уңынан үткәреп, фекер йөрөтөп ҡараһаң, ысынлап та доғаларҙың хикмәтенә, Аллаһ Тәғәләнең миһырбанлылығына хайран ҡалаһың. Әлхәмдүлилләһ, ихлас күңелдән һорағаныбыҙ тормошҡа аша!

Доға намаҙ, ураҙа, саҙаҡа кеүек үк ғибәҙәттәр иҫәбенә инә. Тимәк, Аллаһ Тәғәләнән ярҙам, үҙең һәм атай-әсәйең, туғандарың, дуҫ-ишең өсөн именлек, һаулыҡ, бәрәкәт, иман ныҡлығы һәм башҡаларҙы теләү һис кенә лә яҙыҡ түгел. Киреһенсә, Аллаһ доға ҡылыусыларҙы ярата.

Һәр саҡ доғалы булырға тырышығыҙ. Ашарҙан алда һәм һуң да, дәрес әҙерләгәндә лә, яңғыҙ ҡалғанда ла, юлға сыҡҡанда ла, йоҡларға ятҡанда ла… Ғөмүмән, һәр ваҡыт. Аллаһ һеҙҙе мәрхәмәтенән өҙмәҫ, иншаллаһ!

Күңелгә насар уйҙар килгәндә уҡый торған доға

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.

Әғүҙү бил-ләһи минәш-шәйтанир-ражими үә мин фитнәтиһ. Әмәнтү бил-ләһи үә русүлиһ. Аллаһү әхәд. Аллаһүс-самәд. Ләм йәлид үә ләм йүләд. Үә ләм йәкүл-ләһү күфүән әхәд.

Амин Аллаһу Әкбәр!

Мәғәнәһе: “Таш менән атып ләғнәт уҡылған шайтан ҡотҡоһонан, уның бола һәм фетнәләренән ҡасып, Аллаһ Тәғәләгә һыйынам. Мин Аллаһ Тәғәләгә һәм уның рәсүлдәренә инандым. Аллаһ бер. Ул мәңгелек, бер кемдән дә тыуманы һәм һис кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кем дә юҡ”.

Һабаҡ, дәрес алырҙан алда уҡый торған доға

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.

Аллаһүммәр-зуҡнә ғилмән нәфиғән үә хифҙан кәмилән үә зиһнән шәмилән үә фәһмән зәкиййән үә тәүфиҡан литәхсйлил-ғүлүм. Аллаһүммә әхрижнә мин ҙулүмәтил-жәһли үәл-үәһми үә әгримнә бинүрил-ғилми үәл-фәһм. Аллаһүммәф-тәх ләнә әбүәбә ғилмикә үәншүр ғәләйнә хазаинә рахмәтик. Бирәхмәтикә йә әрхәмәр-рахимин.

Амин Аллаһу Әкбәр!

Мәғәнәһе: “Эй, Раббым! Файҙалы ғилемде һәм уны күңелгә тамам алыуҙы, киң зиһенлелекте һәм зирәк фәһемде насип итһәң ине. Эй, Раббым! Беҙҙе наҙанлыҡтан һәм күңел ҡараңғылығынан сығарып, ғилем һәм фәһем нуры менән нурлаһаң ине. Эй, Раббым! Беҙгә ғилем асҡыстарыңды бирһәң ине һәм рәхмәт хазиналарыңды насип итһәң ине. Эй, камил рәхмәт ҡылыусы Аллаһ! Һәр нәмә һинең рәхмәтең менән генә хасил була”.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: