Донъяларыбыҙ имен булып, йорттарыбыҙға ҡот-бәрәкәт инһен, күңелдәребеҙ иман нурына ҡойонһон! Тормошобоҙ хәйерле бәрәкәтле булһын! Йома көнөнөң бер мәле бар, шул ваҡытта теләгән теләктәр ҡабул була. Теләктәрҙе лә дөрөҫ теләйек!
Теләгең ҡабул булһын өсөн: "Аллаһүммә инни әсъәлүкә үә әтәәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбирахмәти фи хәжәти һәиһи литукәдаа лиифәшәффәғһү фиййә". Мәғәнәһе: “Аллаһым! Мин Һинән үтенәм һәм Һиңә Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша мөрәжәғәт итәм: ул – шәфҡәт һәм мәрхәмәт бәйғәмбәре һәм Һин минең теләгемде тормошҡа ашырһаң ине. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша һинән һорағаным минең файҙаға тамамланһын ине”.