Бөгөн изге ЙОМА!
Күңелдәргә иман нурҙары тулһын!
Тормоштарға шатлыҡ бөркөп,
Йома мөбәрәк булһын!
Аллаһ Тәғәлә үҙебеҙгә, ғаиләләребеҙгә тыныслыҡ, муллыҡ,бәрәкәт насип итһен!
Ризығыбыҙ киң, иманыбыҙ ныҡлы булһын!
Өрәк
Бер сауҙагәр кис һуңлатып ҡына өйөнә ҡайтып бара. Юл буйында, кәртә төбөндә генә йоҡларға әҙерләнеүсе ҡара тәнле бер ҡарт осрай. Балаларҙы ҡурҡытыр, тип уйлап, уны берәү ҙә өйөнә индермәй икән. Сауҙагәр уны өйөнә саҡыра, ашарға бирә, таҙа кейем кейендереп, йоҡларға ятҡыра.
Төн уртаһында тәҙрә янында урындыҡта йоҡлап ятыусы ҡарт, ниндәйҙер тауыш ишетеп, уянып китә. Ай яҡтыһында ул ике бурҙы шәйләй. Ҡараҡтар тәҙрә аша өйгә инеп, сауҙагәрҙе үлтереп, аҡсаһын урларға ниәтләнә икән. Аҡ простыняға бөркәнгән ҡарт урынынан тора ла: «Эй, һеҙ ни эшләйһегеҙ?” — тип ҡысҡырып ебәрә. Бурҙар аҡҡа төрөнгән ҡара кешене күргәс, ҡоттары осоп, тәҙрәнән һикереп төшөп, ҡаса башлай. Шунда йығылып, береһе аяғын һындыра, икенсеһе башын тишә. Шау-шыуға хужалар уяна, кешеләр йүгерешеп килә һәм бурҙарҙы тотоп ала.
Бәйғәмбәр ҡалай матур әйткән: “Кеше кешегә ярҙам иткән саҡта, Аллаһ Тәғәлә уның үҙенә ярҙам итә”.
“Әбйәлил” сайтынан.