+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
12 Август 2023, 14:10

Өләсәйем тәрбиәһе

–Башымдың ауыртыуы үҙәккә үтте. Еләккә барған ваҡытта ҙур ғына ташҡа эләгеп ҡолағайным, өйгә ҡайтып та етә алманым –  башым әйләнә, ҡоҫҡом килә башланы. Әсәйем, һеңлемде етәкләп алды ла, ауыл яғына ыңғайланыҡ. Көскә ҡайтып еттем, бөтөнләй хәл хөртәйҙе лә ҡуйҙы. Өйгә лә етмәнек, өләсәйем һиҙгәндәй йүгереп сығып ҡосаҡлап та алды.  

Өләсәйем тәрбиәһе
Өләсәйем тәрбиәһе

Өләсәйем тәрбиәһе

–Башымдың ауыртыуы үҙәккә үтте. Еләккә барған ваҡытта ҙур ғына ташҡа эләгеп ҡолағайным, өйгә ҡайтып та етә алманым –  башым әйләнә, ҡоҫҡом килә башланы. Әсәйем, һеңлемде етәкләп алды ла, ауыл яғына ыңғайланыҡ.

Көскә ҡайтып еттем, бөтөнләй хәл хөртәйҙе лә ҡуйҙы. Өйгә лә етмәнек, өләсәйем һиҙгәндәй йүгереп сығып ҡосаҡлап та алды.

- Нәзифәгә ней булды? – тип өтәләнде.

- Әсәй, ҡурҡыныс бер ни ҙә булманы, борсолма, – тип әсәйем өләсәйемде тынысландырырға тырышты.

- Баланың бит төҫө ҡасҡан, берәй ен-зәхмәт ҡағылмаһа ярар ине.

- Әсәй, ниндәй ен тағы, ниндәй зәхмәт? Юҡ-бар һөйләйһең. Тышта эҫе, хәҙер ятып бер аҙыраҡ ял итеп торһа, үтеп тә китер.

- Иншаллаһ, иншаллаһ, – тип ҡабатланы өләсәйем.

Ләкин минең башымдың ауыртыуы әсәйемдең дарыуҙар эсереүенән үтергә лә уйламаны, ә киреһенсә, көсәйҙе генә. Ныҡ борсолоуға ҡалған өләсәйем:

- Кейәү, былай булмай, берәй көслө муллаға бармайынса булмаҫ. Ен ҡағылған балаға. Көсәймәҫ борон йүнен күрәйек. Ана, күрше ауылда...

- Ҡәйнәм, ниндәй ен ҡағылһын? Бала ауырымай тормаҫ. Ҡыҙыу эш мәле, халыҡты эшкә сығарыр кәрәк, өйрәтергә лә кәрәк буласаҡ. Ҡәйнәм, борсолма, – тине лә атайым һәр ваҡыттағыса эшенә ашыҡты.

Минең менән бер нисә көн керпек тә ҡаҡмаған өләсәйем яғымлы ғына итеп:

- Нәзифә балаҡайым, былай булмай. Үҙем өшкөрөп терелтмәһәм булмаҫ. Аллаһ үҙе генә ярҙам бирһен һиңә. Һине аяҡҡа баҫтырырға көс бирһен, – тине лә мин гел уның ауыҙынан ишеткән доғаларҙы уҡый башланы. Үҙе уҡый, үҙе минең аяҡ–ҡулдарымды, башымды һыпыра.

- Ҡыҙым, ауырыуың тиҙерәк китһен өсөн ошо доғаны ятла, ярҙамы тейер, –тип башымдантағы ла бер ҡат һыйпап ҡуйҙы. Ысынлап та, ике көн тигәндә, мин йүгереп йөрөй башланым. Башымдың ауыртыуы һыпырып ташлағандай юҡ булды.

Өләсәйемдең яҡты донъяларҙан китеүенә күп йылдар үтте. Ләкин уның биргән доғалары, олатайымдың өйөбөҙҙә аҙан ҡысҡырыуы һаман да йылылыҡ, ауыр саҡтарҙы йырып сығырға көс бирә.

Гөлдәниә Иҙрисова, Баймаҡ районының Ҡаратал мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: