ИҢ ЯБАЙ САҘАҠА
1. Ултырғыс һатып ал да мәсеттә ҡалдыр. Кем ултырып доға ҡылһа ла, сауабы һиңә булыр.
2. Берәй һауыт йә стакан менән тәҙрә төбөнә һыу ҡуй. Ҡоштар килеп һыу эсер, сауабы һиңә булыр.
3. Бүлмәңә ҡумта ҡуй. Гонаһ ҡылған һайын шунда күпмелер аҡса һалып бар. Һуңынан шул аҡсаларҙы саҙаҡа итеп бир, сауабы һиңә булыр.
4. Өйгә ингән һәм сыҡҡан ергә доға яҙып эл. Уны кем уҡыһа ла, сауабы һиңә булыр.
5.Ҡөрьән һатып ал да мәсеттә ҡалдыр. Кемдер бер хәрефен уҡыһа ла (ә бер хәрефкә сауап 10 тапҡырға арта), сауабы һиңә булыр.
6. Моңһоуланған мосолманды йылмайырға мәжбүр ит, сауабы һиңә булыр.
7. Үҙеңде рәнйеткән кешеләрҙең барыһын да ғәфү итмәйсә йоҡларға ятма. Ғәфү итһәң, сауабы һиңә булыр.