+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
25 Август 2023, 09:01

Хәйерле иртә, изге йома менән!

Бик тә кәрәкле изге доғаларҙы үҙегеҙгә алығыҙ. Форсат сыҡҡан һайын ҡабатлап, ятлап алырға тырышығыҙ! Бәлә-ҡазалар беҙҙе урап үтһен!

Хәйерле иртә, изге йома менән!
Хәйерле иртә, изге йома менән!

Хәйерле иртә, изге йома менән!

 

Бик тә кәрәкле изге доғаларҙы үҙегеҙгә алығыҙ. Форсат сыҡҡан һайын ҡабатлап, ятлап алырға тырышығыҙ!

Бәлә-ҡазалар беҙҙе урап үтһен!

 

Үҙеңә именлек теләгәндә уҡыла торған доға:
Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ.

Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам.
***
Гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорау:

Аллаһүммә әнтә рабби лә иләһә иллә әнтә халәҡтәни үә әнә ғәбдүкә үә әнә ғәлә ғәһдикә үә үәғдикә мәс-тәтағтү әғүҙү бикә мин шәрри мә санағтү, әбү’ү ләкә биниғмәтикә ғәләййә үә әбү’ү ләкә биҙәнби фәғ-фир-ли, фә иннәһү лә йәғфирүҙ-ҙүнүбә иллә әнтә.

Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Һин – минең Раббым, һинән башҡа Илаһ юҡ; һин мине яралтып бар иттең, ә мин – һинең ҡолоң. Көсөм етер тиклем мин һиңә тоғролоҡ һаҡлаясаҡмын. Үҙем эшләгән яуызлыҡтарҙан тик һиңә генә һыйынам. Һинең миңә ҡарата булған мәрхәмәт-шәфҡәтеңде таныйым, үҙ гонаһтарымды ла таныйым. Гонаһтарымды ярлыҡа. Ул гонаһтарҙы һинән башҡа бер кем дә ярлыҡамаҫ.
***
Ашап бөткәс уҡыла торған доға:

Әл-хәмдү лил-ләһил-ләҙи әтғәмәнә үәсәҡанә үә жәғәлнә минәл-муслимин.

Мәғәнәһе: Беҙҙе ризыҡ биреп ризыҡландырған, һыу биреп һуғарған һәм мосолмандарҙан иткән Аллаһы Тәғәләгә маҡтау-ололауҙан булһын.
***
Һый хөрмәт күрһәткән кешеләр өсөн уҡыла торған доға:

Аллаһүммә бәрик ләһүм фимә разәҡтәһүм үәғ-фир ләһүм үәрхәмһүм. Аллаһүммә әтғим мән әтғамәни үәс-ҡи мән сәҡани.

Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Үҙең биргән ризыҡтар менән мине ризыҡландырған бәндәләреңдән риза бул, гонаһтарын ярлыҡа. Үҙеңдең рәхмәтеңдән ташлама.
Әй, Раббым! Мине ризыҡландырғандарҙың үҙҙәренә лә ашарына һәм эсеренә биреп тор.
***
Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доға:

Биссмилләһи. Тәүәккәлтү ғәләл-лаһи. Үә лә хәүлә үә лә ҡуүүәтә иллә бил-ләһ.

Мәғәнәһе: Аллаһ исеме менән башлайым. Бөтә эштәремде Уның Үҙенә генә тәүәккәлләйем. Уға тапшырам. Ысын ҡеүәт, һәм көс тик Аллаһтан ғына.
***
Өйгә ингәндә уҡыла торған доға:

Бисмилләһи үәләжнә. Үә бисмил-ләһи харажнә. Үә ғәлә раббинә тәүәккәлнә.

Мәғәнәһе: Аллаһ исеме менән өйгә индек. Уның исеме менән генә өйҙән сыҡтыҡ. Бөтәһен дә Раббыбыҙға ғына тәүәкәлләйбеҙ.
***
Берәүгә бәлә йә бәхетһеҙлек килгәндә уҡыла торған доға :

Иннә-лил-ләһи үә иннә иләйһи ражиғун. Аллаһүммә ғиндәкә әхтәсибу мусибәти. Фәъжурни фиһи үә әбдилни биһә хайран минһә.

Мәғәнәһе: Беҙ бөтәбеҙ ҙә Аллаһ бәндәләребеҙ һәм Уға әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Был бәхетһеҙлектәрҙе кисереүҙә аҡыл менән тапҡан хаҡ юлым өсөн дә һинең алдыңда иҫәп-хисап бирәсәкмен. Түҙемлектәрем өсөн әжереңде бир, был бәләләрҙе яҙмыштың яҡшыраҡтарына алмаштыр.
***
Борсолоу һәм бойоғоуға юлыҡҡанда уҡыла торған доға:

Аллаһүммә инни әғүҙү бикә минәл – һәмми үәл – хәзәни үәл – ғажзи үәл – кәсәли үәл – бүхли үәл жүбни – үә ҙалғид-дәйни – үә ғаләбәтир – рижәл.

Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ, борсолоу һәм хәсрәттәрҙән, зәғифлек һәм ялҡаулыҡтан, һаранлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡтан, бурысҡа батыу ауырлғы менән бәндәләр ҡыйырһытыуынан һинең ярҙамыңдан, һиңә һыйына алыуҙарҙан ғына ҡотолоу табам.
***
Дошмандар хөсөтлөгөнән бәлә килеү ихтималы булғанда уҡыла торған доға:

Аллаһүммә инни нәжғәлүкә фи нүхүриһим үә нәғүҙү бикә мин шүруриһим.

Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Уларҙың ауыҙынан һәм теленән сыҡҡандарҙы Үҙ хөкөмөңә тапшырабыҙ. Улар яуызлығынан Үҙеңдән генә яҡлау эҙләйбеҙ.
***
Ауыр ҡайғыларға юлыҡҡанда уҡый торған доға:

Иннә лилләһи үә иннә иләйһи ражиғүн. Аллаһүммәъжүр-ни фи мүсибәти үә әхлиф ли хайрам-минһә.

Мәғәнәһе: Беҙҙең бөтәбеҙ ҙә – Аллаһы Тәғәләнеке, ҡайтыр урыныбыҙ ҙа – Уға. Әй, Аллаһ, күргән ҡыйынлыҡтарымдың сауабын насип ит. Шуның әжере итеп яҡшылыҡ килтер.
***
Ярҙам күрһәтеүсе йә иһә саҙаҡа биреүсе кешегә уҡыла торған доға:

Аллаһүммәхм-фәҙ сахибә һәҙиһис-саҙаҡати ғәнил-әфәти үәл-бәлиййәт. Үәғ-фир ҙунүбәһү үә әккид имәнәһү үә әкҫир әмүәләһү үә үәффәҡһү ғәлә хайри мәҡасидиһ.

Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Был хәйер-саҙаҡа эйәһен – саҙаҡа биргән кешене – афәттәрҙән һәм бәләләрҙән һаҡла, гонаһтарын ярлыҡа, иманын нығыт, малдарын арттыр һәм изге маҡсаттарына ирешеүҙә ярҙам ит.
***
Күңелде яман уйҙар күмеп киткәндә уҡыла торған доға:

Әғүҙү бил-ләһи минәш-шайтанир-ражими үә мин фитнәтиһ. Әмәнтү бил-ләһи үә рәсүлиһ. Аллаһү әхәд. Аллаһүс-самәд. Ләм йәлид үә ләм йүләд. Үә ләм йәкүл-ләһү күфүән әхәд.

Мәғәнәһе: Таш менән атып ләғнәт уҡылған шайтан ҡотҡоһонан, уның бола һәм фетнәләренән ҡасып, Аллаһы Тәғәләгә һыйынам. Мин Аллаһы Тәғәләгә һәм уның илселәренә инандым. Аллаһ – Бер. Ул – мәңгелек, бер кемдән тыуманы һәм бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кем юҡ.
***
Күҙ тейеүҙән ҡурсалау өсөн тағы ла бер доға:

Бисмил-ләһ. Аллаһүмүммә әҙһиб хәрраһә үә бәрдәһә үә үәсәбәһә. Ҡум би иҙнил-ләһ.

Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Был күҙ тейеү сәбәпле миңә килгән тән ҡыҙыулығынан, туңып ҡалтыраныу биҙгәген һәм сиремде юҡ итә күр.
***
Маҡтауҙарға ҡаршы уҡыла торған доға:

Аллаһүмүммә лә түәхиҙни бимә йәҡулүнә үәғ-фир ли мә лә йәғләмүнә үәжғәлни хайран миммә йәҙуннун.

Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Уларҙың әйткән һүҙҙәре өсөн мине язаға тартма. Уларға билдәле булмаған ғәйептәрем һәм етешһеҙлектәремде ярлыҡа, улар уйлағандан яҡшыраҡ булырға ярҙам ит.
***
Ауырып киткәндә уҡыла торған доға:

Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Әғүҙү биғиззәтил-ләһи үә ҡудратиһи мин шәрри мә әжидү үә үхәҙиру мин үәжғи һәҙә.

Мәғәнәһе: Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Үҙемә килеп юлыҡҡан яуызлыҡ һәр әрнеүҙән ҡасып, Аллаһтың бөйөклөгөнә, көс-ҡөҙрәтенә һыйынам. (Ауыртҡан ергә ҡулды ҡуйып, дин ғалимдары был доғаны ете тапҡыр уҡырға ҡушҡандар.)
***
Дәрес әҙерләгәндә һәм имтиханға ингәндә уҡыла:

Рабби зидни ғилмән үә фәһмән үә әлхиҡни бис-салихин. Раббиш-рах ли садри үә йәссир ли әмри үәх-лүл ғүҡдәтәм-мил-лисәни йәфҡаһү ҡаули йә хәфиҙу йә раҡибү йә нәсирү йә Аллаһ.

Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ғилемемде арттыр, зиһенемде ҡеүәтлә. Изге ҡолдарыңдан ит. Әй, Раббым! Күкрәгемде ас, эштәремде еңеләйт, тел асҡысы бир! Һәр нәмәне һаҡлаусы, һәр нәмәне күреп, күҙәтеп тороусы, ярҙам итеүсе Раббым! Еңеләйт, ауырайтма, ғәмәлдәремде хәйерле итеп тамамлап ҡына торорға ярҙам ит.
***
Көслө ел сыҡҡанда уҡыла торған доға:

Аллаһүммә инни әсъәлүкә хайраһә үә хайра мә фиһә үә хайра мә үрсиләт биһ. Үә әғүҙү бикә мин шәрриһә үә шәрри мә фиһә шәрри мә үрсиләт биһ.
Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Һинән мин был елдең игелек килтереүе, ел менән килгәндең, елгә ҡушып ебәрелгәндең игелекле булыуын үтенеп һорайым. Елдең үҙ яуызлығынан, үҙе менән килгән яуызлыҡтан, үҙе менән ебәрелгән яуызлыҡтан һинең яҡлауыңды теләйем.
***
Күкте болот ҡаплап алғанда уҡыла торған доға:

Аллаһүммә иннә нәғүҙү бикә мин шәрри мә үрсилә биһ. Аллаһүммә сибән нәфиғән.

Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Беҙ һинән болоттар менән ебәрелгән әфәттәрҙән һаҡлауыңды теләйбеҙ. Улар менән килгән ямғырҙар игелеккә булһын.
***
Ғәрәфә көнөндә уҡыла торған доға:

Лә иләһә илләл-лаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһ. Ләһүл-мүлкү үә лә ләһүл хәмдү үә һүә ғәлә күлли шәйъин ҡадир.

Мәғәнәһе: Тиңдәше булмаған берҙән-бер Аллаһынан башҡа Илаһ юҡ. Бөтә хаҡиҡи хәкимиәт Уның Үҙенеке генә, бөтә маҡтауҙар уның тик үҙенә. Ул – бөтә нәмәгә көсө етә торған ҡеүәт-ҡәҙрәт эйәһе.
***
Төрлө яуызлыҡтарҙан һаҡланыу өсөн уҡыла торған доға:

Аллаһүммә иннә әғүҙү бикә минәл-бүхли үә әғүҙү бикә минәл-жүбни үә әғүҙү бикә ән үрадда әрҙәлил-ғүмр. Үә әғүҙү бикә мин фитнәтит-дүнйә. Үә әғүҙү бикә мин ғаҙабил-ҡәбр.

Мәғәнәһе: Әй Раббым! Һаранлыҡтан ҡасып мин һинең үҙеңә генә һыйынам, ҡурҡаҡлыҡтан ҡасып та үҙеңә һыйынам, яҡлауыңды өмөт итәм. Миңә үҙемдең зәғиф, хәлһеҙ, ҡыйырһытылған саҡтарыма әйләнеп ҡайтмаҫҡа ярҙам ит. Был донъяла фетнәләренән, донъя алдауҙарынан үҙеңә һыйынам, Ҡәбер ғазаптарынан ҡотҡарыуыңды һорайым.
***
Йоҡларға ятыр алдынан уҡыла торған доға:

Аллаһүммә, бисмикә әмүтү үә әхйә.

Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Һинең исемең менән үлермен, һинең исемең менән йәшәйем.
***
Урынға барып ятҡас уҡыла торған доға:

Аллаһүммә, әсләмтү нәфси иләйкә үә үәжжәһтү үәжһи иләйкә үә фәүуаҙту әмри иләйкә үә әлжә’тү ҙаһри иләйкә рағбәтән үә раһбәтән иләйкә лә мәлжә’ә үә лә мәнжә минкә иллә иләйкә әмәнтү бикитәбикәл-ләҙи әнзәлтә үә нәбииәкәл-ләҙи әрсәлтә.

Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Бөтә булмышым менән һинең үҙеңә генә бирелдем. Ҡарашымды һиңә генә йүнәлттем, эштәремде тик үҙеңә генә тапшырҙым. Һиңә барған юлымды, һинән ҡурҡыуымдан, тик Үҙеңә генә тәүәккәлләп барам. Һинән башҡа һыйыныр урын да, ҡотолоу ҙа юҡ. Һин индергән Китапҡа, Һин ебәргән пәйғәмбәргә инандым.
***
Һәр ваҡыт уҡырға ярай торған доға:

Аллаһүммәж-ғәл фи ҡалби нуран үә фи бәсари нуран үә фи сәмғи нуран үә ған йәмини нуран үә ғән йәсәри нуран үә фәуҡи нуран үә тәхти нуран үә әмәми нуран үә халфи нуран үәжғәл ли нуран.

Мәғәнәһе: Әй Раббым! Күңелемде нурға күм, күргәндәрем, ишеткәндәрем нурлы булһын, уңымда ла, һулымда ла, өҫтә лә, түбәндә лә, алдымда ла, артымда ла нур балҡып торһон. Нур бүләк ит!
***
Йоҡонан уянғанда уҡыла торған доға:

Әлхәмдү-лил-ләһил-ләҙи әхйәнә бәғдә мә әмәтәнә үә иләйһин-нүшүр.

Мәғәнәһе: Үлгәндән һуң йәнә йән биргән, терелтеп үҙенә саҡырып аласаҡ Аллаһҡа маҡтау-ололауҙар булһын!
***
Төндә йоҡо алмаған ваҡытта уҡыла торған доға:

Лә иләһә илләл-лаһүл-үәхтдүл-ҡаһһәрү раббүс-сәмәүәти үәл-әрҙи үә мә бәйнәһүмәл-ғәзизүл-ғаффәр.

Мәғәнәһе: Берҙән-бер хаким, күктәрҙең һәм ерҙең, күктәр менән ер араһындағы бөтә булмыштарҙың Раббыһы, көс-ҡеүәт эйәһе, гонаһтарҙы кисереп тороусы Аллаһтан башҡа илаһ юҡ.
***
Аллаһҡа һыйыныу өсөн тағы бер доға:

Аллаһүммә иннии әғүүҙү бикә мин ғилмин лә йәнфәғ, үә мин ҡалбин ләә йахшәғ, үә нәфсин ләә тәшбәғ, үә мин дәғүәтин ләә йәстәжәәбәә ләһәә.

Мәғәнәһе: Аллаһым! Һиңә файҙаһыҙ ғилемдән, тәҡүәһеҙ ҡәлебле булыуҙан, туймаҫ нәфселе булыуҙан үә доғаларҙың ҡабул булмауынан һыйынам.
***
Бурыстан ҡотолоу өсөн доға:

Аллаһүммәкфинии бихәләәликә ғән харамикә үә әғнинии бифадликә ғәммән сиүәәк.

Мәғәнәһе: Аллаһым! Миңә хәләл малыңды харамға ҡарағанда етерлек итеп күп бир. Үҙеңдең рәхмәтең менән Һинән башҡаға мохтаж булыуҙан һаҡла.
***
Ҡәберҙәрҙе зыярат иткәндә уҡыла торған доға:

Әссәләму ғәләйкүм йә әһләл-ҡубур, йәғфируллаһу ләнәә үә ләкүм, әнтүм сәләфүнә үә нәхнү бил-әҫәр.

Мәғәнәһе: Сәләм Һеҙгә, эй, ҡәбер әһелдәре! Аллаһ беҙгә һәм Һеҙгә мәғфирәт итһен. Һеҙ элек киткәндәрҙән, беҙ ҙә Һеҙҙең артығыҙҙан киләсәкбеҙ.

(Ҡәберҙәрҙе зыярат иткәндә “Йәсин”, “Тәбәрәк”, “Ихлас”, “Фәләҡ”, “Нәс”, “Фәтиха”, “Кәүҫәр” сүрәләре уҡыла.)

“Та-һә” сүрәһенең 25-28-се аяттары:
25. Раббишрах лии садрии. 26. Үә йәссир лии әмрии. 27. Үәхлүл ғүҡдәтән мин лисәәнии. 28. Йәфҡаһү ҡаулии.

Мәғәнәһе: 25. Раббым, күкрәгемде киңәйт (Миңә ҡеүәт бир). 26. эшемде ҡулай ит. 27. телемде сис (оҫта һөйләү һәләте бир) 28. Һүҙемде яҡшы аңлаһындар.
***
Именлек һорау:

Аллаһүммә иннии әс’әлүкәл-ғәфүә үәлғәәфийәтә фии диинии үә дүнйәйә үә әһлии үә мәәлии.

Мәғәнәһе: Аллаһым! Һинән генә гонаһтарымды ярлыҡауыңды һорайым, динемдә лә, донъямда ла, ғаиләмдә лә, малыма ла именлек урынлаштырыуыңды һорайым.
***
Аллаһүммә әлһимнии рушдии үә әғиҙнии мин шәрри нәфсии.

Мәғәнәһе: Аллаһым! Миңә камил аҡыл бир, нәфсемдең золомонан һаҡла.
***
Аллаһҡа һыйыныу:

Аллааһүммә иннии әғүүҙү бикә минәл-бухли үә әғүүҙү бикә минәл-жүбни үә әғүүҙү бикә мин ән ураддә иләә әрҙәләл-ғумри үә әғүүҙү бикә мин фитнәтид-дүнйә үә әғүүҙү бикә мин ғәҙәәббил-ҡабр.

Мәғәнәһе: Аллаһым! Мине һаранлыҡтан, ҡурҡаҡлыҡтан, ҡартлыҡ иҫәрлегенән, донъя фетнәләренән үә ҡәбер ғазабынан һаҡла.
***
Күңелде таҙартыу өсөн:

Аллаһүммә әғты нәфсии тәҡүәәһәә үә зәкәәһәә әнтә хайру мән зәкәәһәә, әнтә үәлийүһәә үә мәүләәһәә.

Мәғәнәһе: Аллаһым! Күңелемде тәҡеүә ҡыл үә таҙарт, Һин таҙартыусыларҙың иң хәйерлеһе, Һин ҡәлебтәрҙең Хужаһы үә Хөкөмдарылыр.
***
Хаталарҙы, исрафты ғәфү итеүҙе һорау:

Аллааһүммәғфир лии хатыы’әтии үә джәһлии үә исраафии фии әмрии үә мәә әнтә әғләмү биһи миннии.

Мәғәнәһе: Аллаһым! Ғәмәлдәремдәге хаталарымды, белмәүҙәремде үә исраф итеүҙәремде ғәфү ит, Һин минең гонаһтарымды миңә ҡарағанда белеүсерәк зат.
***
“Нәмл” сүрәһенең 19-сы аяты
Рабби әүзиғнии ән әшкүра ниғмәтикәлләтии әнғәмтә ғәләййә үә ғәләә үәәлидәййә үә ән әғмәлә саалихан тәрдааһ, үә әдхылнии бирахмәтикә фии ғибәәдикәс-саалихиин.

Мәғәнәһе: Йә, Раббым, үҙемә һәм ата-әсәмә биргән ниғмәттәреңә шөкөр итергә һәм Һинең ризалығыңды алырҙай изгелектәр ҡылырға миңә форсат бир. Рәхмәтең менән миңә лә (йәннәттә) башҡа тоғро ҡолдарың менән бер рәттән урын бир.
***
“Ҡасас” сүрәһенең 21–се аяты
Рабби нәжжинии минәл-ҡаумиҙ-ҙаалимиин.

Мәғәнәһе: Раббым, мине залимдар өйөрөнән ҡотҡар.
***
Бала уҡырға киткәндә уҡыла торған доға:

Рабби йәссир үә ләтүғассир рабби тәммим бил-хайри.
Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Еңеләйт, ауырайтма. Башлаған эшемде хәйерле итеп тамамла!
***
Асыу килгәндә уҡый торған доға:

Алләһүммә-ғфирли ҙәнби үәҙһәб ғайза ҡабли үә әжирни минәш-шайтанир-ражим.

Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Гонаһтарымды ярлыҡа, йөрәгемдәге асыуҙы бөтөр, шайтан яуызлыҡтарынан һаҡла.

Интернет киңлектәренән алынды.

Хәйерле иртә, изге йома менән!
Хәйерле иртә, изге йома менән!
Хәйерле иртә, изге йома менән!
Автор:
Читайте нас: