+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
3 Сентябрь 2023, 12:00

Ата-әсә хаҡы

Ислам динендә атай-әсәй хаҡы бик юғары урынға ҡуйылған. Был турала “Ҡөрьән-Кәрим”дәге аяттарҙа ла әйтелгән, хәҙистәр ҙә бар. Һәр кем әсәһе һәм атаһына туҡтауһыҙ рәхмәт уҡырға тейештер, сөнки улар Аллаһ Тәғәләнең ихтыяры менән балаға ғүмер бирә, күңеленә рух, аҡыл-зиһен һалып, тәрбиәләп үҫтерә.

Ата-әсә хаҡы
Ата-әсә хаҡы

Ислам динендә атай-әсәй хаҡы бик юғары урынға ҡуйылған. Был турала “Ҡөрьән-Кәрим”дәге аяттарҙа ла әйтелгән, хәҙистәр ҙә бар. Һәр кем әсәһе һәм атаһына туҡтауһыҙ рәхмәт уҡырға тейештер, сөнки улар Аллаһ Тәғәләнең ихтыяры менән балаға ғүмер бирә, күңеленә рух, аҡыл-зиһен һалып, тәрбиәләп үҫтерә.

Атай-әсәй алдындағы бурысты үтәп бөтөү мөмкин түгел, шуға күрә уларға гелән яҡты йөҙ күрһәтеү, фатихаларын алып йәшәү зарурлығы хаҡында оноторға ярамай. Яйы сыҡҡан һайын, айырыуса изге байрамдарҙа, үҙеңдең тыуған көнөңдә атай-әсәйеңә рәхмәт әйтеү дөрөҫ булыр. Әгәр ҙә ҡәҙерле кешеләрегеҙ баҡыйлыҡҡа күскән икән, уларҙы иҫкә алып, Ҡөрьән уҡытыу зарур.

Күренекле башҡорт ғалимы Ризаитдин Фәхретдиновтың фәнни һәм ижади мираҫында “Нәсихәттәр” китабы айырым урын алып тора. Унда мәғрифәтсе, әхлаҡлы сабыйҙың ниндәй булырға тейешлеген, уның ғаилә һәм йәмғиәт өсөн баһалап бөткөһөҙ ҙур байлыҡ икәнен күрһәтеп, былай тип яҙа: “Тәрбиәле бала алтындан ҡиммәт. Ата-әсәһе өсөн уға тиңләшерлек байлыҡ һис булмаҫ. Тәрбиәле бала йәнгә – шатлыҡ, йөҙгә аҡлыҡ килтерер. Уны һәр кем яратыр. Тәрбиәһеҙ баланы иһә бер кеше лә яратмаҫ, йомош ҡушмаҫ”. Ризаитдин Фәхретдиновтың балаларға өндәшкән шундай юлдары ла бар китапта: “Атай-әсәйегеҙ һеҙҙең өсөн иң ауыр, мәшәҡәтле хеҙмәттәрҙе башҡарған һәм һаман да үтәй. Уларға ихласлыҡ менән булышлыҡ ҡылыусы, хөрмәт итеүсе булығыҙ!”, “Ҡайһы берәүҙәр, аталары үлгәс, мал өсөн туғандары, ҡарындаштары менән асыуланыша. Һеҙ ундайҙар кеүек булмағыҙ”, “Ата-әсәгеҙ алдында бик әҙәпле булығыҙ, өйрәткәндәрен тыңлағыҙ” һәм башҡалар.

Өлкәнәйгән һайын күңел нескәрә, баланыҡылай йомшаҡҡа әйләнә, иғтибар көтә. Ошоно иҫтә тотоп, ололарға йылы һүҙҙәребеҙҙе еткерергә, ҡәҙер-ихтирамыбыҙҙы күрһәтергә онотмайыҡ. Ҡайһы берәүҙәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәсьәләне аҡса менән хәл итергә тырыша. “Өлкәндәрҙе аҡсағыҙ менән ҡәнәғәтләндерә алмаҫһығыҙ. Уларға мөнәсәбәтегеҙ яҡшы, йөҙөгөҙ яҡты булһын”, – тигән был йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Ололарға һүҙ, эш аша ихтирам-хөрмәт күрһәтеү, изгелекле булыу – йәштәрҙең төп кешелек бурысы. Уларҙың ризалығын алыу, ҡәнәғәтлегенә өлгәшеү һәр кемдең тормошона бәрәкәт килтерер. “Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт  ҡылығыҙ һәм ата-әсәгеҙгә изгелек эшләгеҙ. Улар янығыҙҙа йәшәп ҡартайһа, һис бер заман “Уф!” тип әйтмәгеҙ, гелән матур, яғымлы һүҙле булығыҙ”, – тиелгән изге китаптарҙа.

Автор:
Читайте нас: