+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
27 Октябрь 2023, 11:44

Ысынында, һеҙҙең салауаттарығыҙ миңә еткереләсәк

Аллаһ рәсүле ﷺ шулай тигән:"Йома һеҙҙең иң яҡшы көндәрегеҙҙән һәм ул көндө миңә күберәк салауат әйтегеҙ. Ысынында, һеҙҙең салауаттарығыҙ миңә еткереләсәк" . Әхмәд, Әбү Дауыт йыйынтыҡтарынан, сахих хәҙис:"Кем миңә бер тапҡыр салауат әйтһә, шуға Аллаһ ун тапҡыр салауат әйтер һәм уға ун яҡшылыҡ яҙыр, уның ун гонаһын ярлыҡар һәм уны ун дәрәжәгә күтәрер" Салауат доғалары:

Ысынында, һеҙҙең салауаттарығыҙ миңә еткереләсәк
Ысынында, һеҙҙең салауаттарығыҙ миңә еткереләсәк

 Аллаһ рәсүле ﷺ шулай тигән:"Йома һеҙҙең иң яҡшы көндәрегеҙҙән һәм ул көндө миңә күберәк салауат әйтегеҙ. Ысынында, һеҙҙең салауаттарығыҙ миңә еткереләсәк" . Әхмәд, Әбү Дауыт йыйынтыҡтарынан, сахих хәҙис:"Кем миңә бер тапҡыр салауат әйтһә, шуға Аллаһ ун тапҡыр салауат әйтер һәм уға ун яҡшылыҡ яҙыр, уның ун гонаһын ярлыҡар һәм уны ун дәрәжәгә күтәрер"
Салауат доғалары:
 "Саллә-Ллаһу ғәлә нәбиййинә Мүхәммәдин үә сәлләм"
(Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәткә Аллаһтың ризалығы һәм сәләме булһын!)
صلى الله على نبينا محمد و سلم
 «Алла́һүммә, са́лли ғәлә Мүхә́ммәдин үә ғәлә ә́ли Мүхә́ммәд, кәмә́ салләйтә ғәлә Ибра́һиимә үә ғәлә ә́ли Ибра́һиим, иннәкә хәмидүм-Мәджид; Алла́һүммә, бә́рик ғәлә Мүхә́ммәдин үә ғәлә ә́ли Мүхә́ммәд, кәмә́ бә́рактә ғәлә Ибра́һиимә үә ғәлә ә́ли Ибра́һиим, иннәкә хәмидүм-Мәджид»
(«Йә Аллаһ! Мөхәммәткә һәм Мөхәммәттең ғаиләһенә рәхмәт ҡыл, Ибраһимға һәм Ибраһимдың ғаиләһенә рәхмәт ҡылған шикелле. Ысынлап, Һин – Маҡтаулы, Данлы!
Йә Аллаһ! Мөхәммәткә һәм Мөхәммәттең ғаиләһенә бәрәкәт бир, Ибраһимға һәм Ибраһимдың ғаиләһенә бәрәкәт биргән шикелле. Ысынлап, Һин – Маҡтаулы, Данлы!»)

Автор:Аманат
Читайте нас: