+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
6 Апрель , 15:35

Ғәйбәт

«Эй, Аллам, донъялыҡта мин намаҙ уҡыным, ураҙаны һәр ваҡыт тотоп килдем. Саҙаҡалар бирҙем. Был дәфтәргә уларҙың ниңә береһе лә теркәлмәгән?» – тип һорай ул аптырап.

Ғәйбәт
Ғәйбәт

Ҡиәмәт көндө берәүҙең ғәмәл дәфтәрен уң ҡулына биргәндәр. Белеүегеҙсә, уң ҡулға бирелгән дәфтәрҙә изге эштәр генә яҙылған була. Был кеше унда тик изге ғәмәлдәре генә яҙылыуын күреп аптырай. «Эй, Илаһым, был яҙыуҙар бит минеке түгел, сөнки бер ҡасан да изгелек эшләгәнем булманы. Фәрештәләр яңылышҡан булһа кәрәк», - ти ул.
Шул ваҡытта бер йәшерен тауыш ишетелә: "Дәфтәр һинеке. Ҡайһы бер әҙәмдәр һине яманлай, һинең хаҡта ғәйбәт һата ине. Ә һин иғтибар бирмәнең. Шулар һиңә изге ғәмәл итеп яҙылды".

Ҡиәмәт көнөндә икенсе берәүгә ғәмәлдәре яҙылған китапты һул ҡулына бирәләр. Яҙыуҙы уҡығас, ул намаҙ уҡыуҙары, ураҙа тотоуҙары, хәйер-саҙаҡа биреүҙәре тураһында бер нәмә лә тапмай.
« Эй, Аллам, донъялыҡта мин намаҙ уҡыным, ураҙаны һәр ваҡыт тотоп килдем. Саҙаҡалар бирҙем. Был дәфтәргә уларҙың ниңә береһе лә теркәлмәгән?» – тип һорай ул аптырап.
– Фәлән-фәлән кеше тураһында һин ғәйбәт һөйләгәйнең, – ти Аллаһы Тәғәлә. - Шуға изге ғәмәлдәрең юҡҡа сыҡты, йәғни улар һин ғәйбәт итеп һөйләгән әҙәмгә яҙылды".

Бына ни өсөн ҡайҙы берәүҙәр үҙҙәре тураһында ғәйбәт ишетһә, "Һөйләһендәр әйҙә — гонаһтарым кәмер исмаһам", - тип әйтеп ҡуялар икән.

"Йәшлек".

Автор:
Читайте нас: