+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
12 Май , 12:00

Дөйә тотҡан кеше нимәләр белергә тейеш

Бик озаҡ һыуһыҙ торған дөйә 20 мин эсендә бер туҡтауһыҙ 57 л һыу эсеп бөтөрөргә һәләтле икән. Уның организмы ла һыуҙы үҙендә һаҡлау өсөн яйлашҡан. Ашҡаҙанында һыу өсөн булған 800-ҙән артыҡ бәләкәй «кеҫәләр» бар.

Дөйә тотҡан кеше нимәләр белергә тейеш
Дөйә тотҡан кеше нимәләр белергә тейеш

Дөйәнең ауырлығы 500–800 килограммға ҡәҙәр етергә мөмкин. Ә үҙе ул 40–60 йәшкә тиклем йәшәй ала. Ҡалын йөнө ҡояш ҡыҙыуынан да, төнгө һалҡындан да һаҡлай. Дөйәләр тирләмәй. Хатта тын алғанда бүленеп сыҡҡан дым да морононоң айырым ҡатламдарына йыйылып, организмға кире ҡайта.

Бик озаҡ һыуһыҙ торған дөйә 20 мин эсендә бер туҡтауһыҙ 57 л һыу эсеп бөтөрөргә һәләтле икән. Уның организмы ла һыуҙы  үҙендә һаҡлау өсөн яйлашҡан. Ашҡаҙанында һыу өсөн булған 800 ҙән артыҡ бәләкәй «кеҫәләр» бар. Шуларға тупланған һыу  һәм арҡаһындағы өркәстәрҙәге май хиҫабына дөйә ике аҙна һыуһыҙ һәм бер айға яҡын риҙыкһыҙ йәшәй ала.

Дөйәләрҙең өркәстәрендә һыу түгел, ә май туплана. Ләкин өркәстең тәбиғәт билгеләгән вазифаһы башҡа: улар арҡаһын ҡояш ҡыҙыуынан һаҡлай һәм күләгә төшөрөү өсөн хеҙмәт итә. Дөйәләрҙә тояҡ урынына ике сөйәл генә. Шул сөйәл осло, үткен таштарға ла, эҫе ҡомға да бик сыҙам. Шундай уҡ сөялдәр уның теҙендә, күкрәк өлөшендә лә бар. Әлбиттә, был сөйәлдәр сүлдә йәшәүсе дөйәләргә ҡомда батмаҫҡа ярҙам итә, ә беҙҙә йәшәүсе дөйәләргә шулай уҡ тояҡһыҙ булыу һәйбәт, сөнки тояҡ аҫты боҙолмай.

Әлфир Нәжметдинов, Туймазы районы, Иҫке Туймазы ауылы

Дөя тотҡан кеше нимәләр белергә тейеш
Дөя тотҡан кеше нимәләр белергә тейеш
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: