Ислам динендә таҙалыҡтың ете ҡағиҙәһе
Ҡулдың таҙалығы.
Үҙеңдеке булмаған әйберҙәрҙе алмаҫҡа һәм байлыҡтың ҡырҡтан бер өлөшөн мохтаждарға бирергә, ябай ғына әйткәндә, саҙаҡа биреп ярҙам итеүҙә һаран булмау.
Ҡулдың таҙалығы.Үҙеңдеке булмаған әйберҙәрҙе алмаҫҡа һәм байлыҡтың ҡырҡтан бер өлөшөн мохтаждарға бирергә, ябай ғына әйткәндә, саҙаҡа биреп ярҙам итеүҙә һаран булмау.Ҡолаҡтарҙың таҙалығы.Ғәйбәт, фетнә һәм дошманлыҡҡа саҡырыусы һүҙҙәрҙе тыңламау.Күҙҙәрҙең таҙалығы.Кешеләргә көнсөллөк, боҙоҡлоҡ һәм шәһүәт менән ҡарамау.Ауыҙҙың таҙалығы.Буш һүҙҙән, ғәйбәттән һәм сиктән уҙып күп һөйләүҙән тыйылыу. «Һөйләшеү көмөш булһа, өндәшмәй тороу – алтын», – ти халыҡ.Тәндең, кейемдең һәм йәшәгән урындың таҙа һәм бөхтә булыуы.Уй һәм фекерҙең таҙа булыуы.Гонаһлы фекерҙәргә юл ҡуймау. Бигерәк тә башҡалар тураһында тейешһеҙ насар уйҙар уйламау.Йөрәктең таҙа булыуы.Иманһыҙлыҡ, ике йөҙлөлөк, тәкәберлек һәм көнсөллөк сирҙәренән сәләмәт булыу.Хөрмәтле дуҫым! Паклыҡ тураһында һүҙ барғанда, Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.в.)дең «Таҙалыҡ – имандың яртыһы» тигән һүҙен иҫкә төшөрмәү һис мөмкин түгел.❤ «Дөрөҫлөктә, кеше тәнендә бер ит киҫәге бар. Әгәр ҙә ул сәләмәт булһа, бөтөн тән дә сәләмәт булыр. Әгәр ҙә ул боҙоҡ булһа, бөтөн тән дә яраҡһыҙға сығыр. Ул ит киҫәге – ҡәлеб (йөрәк)» ❤(Бохари). "Тик башҡортса" сайтынан алынды.