+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
2 Сентябрь , 13:50

Федераль инспекторҙың һабағы

Беренсе уҡыу көнөндә Башҡортостандың баш федераль инспекторы Алексей Касьянов Өфөнөң 91-се гимназияһында балалар менән “Мөһим нәмә тураһында һөйләшеүҙәр” дәресе үткәрҙе. Алексей Анатольевич ниндәй һабаҡ бирҙе һуң уҡыусыларға?

Федераль инспекторҙың һабағы
Федераль инспекторҙың һабағы

"Мин һеҙҙе республикабыҙҙа ҡалырға, китмәҫкә өгөтләр инем. Беҙҙә бик яҡшы университеттар, фәнни мәктәптәр, тәжрибә лабораториялары бар. Өфөлә вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө дауам итә. Төбәктә йәш белгестәр өсөн күп эштәр башҡарыла. Сәнәғәт предприятиеларында, дауаханаларҙа, мәктәптәрҙә профессионалдар кәрәк. Өйҙә йәшәү һәм эшләүҙән дә яҡшыһы юҡ, тәжрибәмдән сығып әйтәм. Минең профессиональ эшмәкәрлегемә, башҡа мәсьәләләрҙән тыш, балалар һәм йәштәр өсөн йәмәғәт проекттарын тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоу инә. Мәҫәлән, “Интеллектуаль олимпиада”, “Театрлы Волга буйы”, “Метеор”, “Иволга” һәм башҡалар. Был конкурстарҙа еңеп, үҙ идеяларыңдә үҫтереү өсөн аҡсалата гранттар алыу мөмкинлеге бар. Шуға күрә ҡатнашыуығыҙҙы һорайым. Был – уңышлы стартҡа яҡшы трамплин”, – тине Алексей Касьянов.

Яңылыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, баҙнатһыҙланып тормаҫҡа саҡырҙы ул. Эшләмәйсә бер нигә лә өлгәшеп булмай. Тырышырға кәрәк!

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: