+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һабаҡ
26 Сентябрь , 12:42
Яратҡан Бәйғәмбәребеҙҙе ﷺ маҡтау сауабы (Салауат)
Аллаһүммә салли ғәлә сәййидинә Мөхәммәдин үә ғәләә әәли Мөхәммәд. Ҡамәә салләйтә ғәләә Ибраһиимә үә ғәләә әәли Ибраһиимә иннәкә хәмиидүм мәджиид» (Тәржемәһе: «Аллаһым! Мөхәммәт Бәйғәмбәргә үә ғаиләһенә һәм Уның өммәтенә рәхмәт әйлә, Ибраһим өммәтенә бәрәкәт ирештергән кеүек. Һин бик маҡтаулы, бик олуғһың»
Яратҡан Бәйғәмбәребеҙҙе ﷺ маҡтау сауабы (Салауат)
Яратҡан Бәйғәмбәребеҙҙе ﷺ маҡтау сауабы (Салауат)
Аллаһ Тәғәлә ғаләмдәргә рәхмәт йөҙөнән беҙгә иң яҡшы һәм яратҡан ҡолон, рәсүлен – Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләмде бар ҡылған. Ул иң һуңғы – заман ахыры бәйғәмбәре. Тормош юлында беҙгә бар яҡлап үрнәк булып тора, бөтә һорауҙарға ла яуапты унан ҡалған хәҙистәрҙән һәм Ҡөрьәндән таба алабыҙ.
Салауат ул – яратҡан Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләмде маҡтап, Уға Аллаһтың рәхмәтен теләү. Фәрештәләр ҙә, Аллаһ Тәғәлә Үҙе лә Бәйғәмбәребеҙҙе маҡтай. Барлыҡ мосолмандар һәр намаҙҙа салауат әйтә. Доғаларыбыҙ ҡабул булһын тиһәк, уны ҡалдырмайыҡ. Әгәр ҙә доға ҡылғас, пәйғәмбәребеҙгә салауат уҡымаһаҡ, ул ер менән күк араһында ҡала. Шуға доғаларҙы салауат менән башларға һәм тамамларға кәңәш ителә.
Салауат әйтеүҙең файҙаһы һәм сауабы ҙур. Ул – илаһи хазиналарға, Аллаһ бәрәкәтенә асҡыс, күңелде тынысландырыусы, ике тормош мәшәҡәтенән, һағыштан арындырыусы.
Ислам динен тотоусылар, ниндәй генә хәлдә булһа ла, бөтә ерҙә салауат уҡып йөрөргә тейеш. Был – мосолман әҙәбе, бурысы, шулай уҡ Аллаһ Тәғәләгә яҡынайыу юлы ла.
Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, әгәр беҙ бер тапҡыр салауат әйтһәк, Аллаһ Тәғәлә беҙгә ун бәрәкәт яҙа (Әбү Һурайра бәйән итеүенсә, Сахих Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан). Салауатты ҡабатлаған һайын кешенең Раббыбыҙ алдында дәрәжәһе арта.
Кемдәр был донъялыҡта күп тапҡыр салауат әйтә, Яуап көнөндә улар Бәйғәмбәр Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләмгә яҡын торасаҡ. Салауатты күп тапҡыр әйтеүсенең Яуап көнөндә йөҙө, айҙай яҡты булып, нурланып торор. Ул кешене Раббыбыҙ барлыҡ мохтажлығынан ҡотҡарыр.
Салауаттар күп төрлө, уларҙың һәр ҡайһыһы оло мәғәнәгә эйә.
Мәҫәлән:
«Аллаһүммә салли ғәлә сәййидинә Мөхәммәдин үә ғәләә әәли Мөхәммәд. Ҡамәә салләйтә ғәләә Ибраһиимә үә ғәләә әәли Ибраһиимә иннәкә хәмиидүм мәджиид» (Тәржемәһе: «Аллаһым! Мөхәммәт Бәйғәмбәргә үә ғаиләһенә һәм Уның өммәтенә рәхмәт әйлә, Ибраһим өммәтенә бәрәкәт ирештергән кеүек. Һин бик маҡтаулы, бик олуғһың»).
Икенсе салауатты миҫалға килтерәбеҙ: «Аллаһүммә салли ғәлә сәййидинә Мөхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхаабиһи әджмәғин» (Тәржемәһе: «Йә Аллаһ! Әфәндебеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә, әһеленә үә сәхәбәләренә, өммәтенә рәхмәттәреңдең иң өҫтөнлөгө менән рәхмәт әйлә!»).
Мосолман кешеһе эш башлағанда ла, мәсеткә, өйгә ингәндә лә, сыҡҡанда ла, ашарға бешергәндә лә, мәжлес алдынан да салауат әйтергә тейеш. Әгәр ниндәйҙер мәжлес салауатһыҙ, Аллаһтың исеме әйтелмәй башлана икән, Яуап көнөндә юғалтыуҙа булыр. Салауат менән башланған һәм бөткән ғәмәл һис шикһеҙ ҡабул ҡылыныр.
«Минең исемемде иҫкә алғанда, Миңә салауат әйтмәгән – һаран», – тигән рәсүлебеҙ ғәләйһис-сәләм (Ғәли радыйаллаһу ғәнһү риүәйәт итеүенсә, Әт-Тирмиҙи хәҙистәр йыйынтығынан). Ни өсөн һаран һуң, сөнки кеше, тәү сиратта, үҙ-үҙенә һаранлыҡ ҡыла, салауат әйтмәй күп әжер-сауап, бәрәкәт юғалта.
Аҙан тауышын ишеткәс тә, һүҙҙәрен эстән ҡабатлап, рәсүлебеҙ ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтеп, Уға вәсиләи-йәннәт теләргә кәрәк.
«Әлү-Ғимран» (Ғимран ғаиләһе) сүрәһенең 31-cе аятында: «Әгәр Аллаһты яратһағыҙ, миңә эйәрегеҙ, шул саҡта һеҙҙе Аллаһ яратыр һәм гонаһтарығыҙҙы ярлыҡар», – тип әйт. Аллаһ – ярлыҡаусы, рәхимле!» – тиелгән.
Бөгөн Рабиғүл-әүүәл айының егерме өсөнсө көнө.Яратҡан Бәйғәмбәребеҙгә салауаттар әйтәйек.
Яуап көнөндә Ул беҙгә шәфәғәтсе булһын! Амин!
Яратҡан Бәйғәмбәребеҙҙе ﷺ маҡтау сауабы (Салауат)
Автор:
ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Теги:
яратҡан
бәйғәмбәребеҙҙе ﷺ маҡтау
сауабы
салауат
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла