Яратҡан әхирәтем булды. Ялҡаубикә исемле
ине. Шундай матур инде үҙе, килеп тороп яғым-
лы булды! Сәсе ҡуйы ҡара, ҡалын һәм оҙон. Уны
нимәшләптер тараманы. Гел генә ойошоп йөрөнө.
Күлдәктәрен дә йыуырға яратманы. Хәбәр һөйләй
башлаһа, ойота ла ҡуя инде! Ә мин, шуны ғына
көтөп торғандай, хырылдап, йоҡлап китәм.
Әхирәт менән күңелле! Бер ниндәй эш юҡ һы-
маҡ... Эште эшләмәҫкә булһам, мине бер кемдең дә
мәжбүр итә алмағанын үҙем генә беләм. Шул саҡ,
эште тиҙ генә эшләһәң, яҡшыраҡ булалыр ул, тип
уйлай торғайным. Юҡ икән, кемдеңдер эшләгәнен
ҡарап тороу – тағы ла һәйбәтерәк икән, тип уйлап
ҡуям тағы ла...
Ике әхирәт, өҫтәл артына ултырып, ашарға ла
йыбанабыҙ. Тәмлекәстәрҙе күберәк ятҡан килеш
кенә кимерәбеҙ. Әсәйемдең ниҙер әйтеүенә лә иғ-
тибар итеү юҡ. Ҡыҫҡаһы, икәүләп, көнө буйы
бушты-бушҡа ауҙарабыҙ.
Бер нәмә эшләмәй тороу ҙа арыта икән ул. Ошо
хәл нишләптер ныҡ ялҡытып китте бер заман. Уй-
лана башланым. Мәктәпкә барғас, ни эшләрмен
инде? Уҡый алырмынмы? Иртәнсәк дәрескә нисек
тороп китермен?
Шул саҡ Ялҡаубикә әхирәтем:
— Аптырар нәмә тапҡанһың икән дә! Ана,
башҡалар йөрөй ҙәһә. Һин дә уҡырһың әле нисек
булһа ла... – ти. Мин уйға ҡалдым. Бәй, “нисек
булһа ла” уҡып йөрөп булмай инде!..
...Әмәлгә ҡалғандай, бер көндө йыраҡ ауылдан
өлкән йәштәге ҡартөләсәйем ҡунаҡҡа килде. Ата-
йым менән әсәйем көнө буйы эштә. Өйҙә икәүебеҙ
генә ултырабыҙ. Ҡартөләсәйгә иғтибар күберәк
кәрәк булып сыҡты. Сөнки уның аяҡтары саҡ-саҡ
йөрөй, күҙҙәре саҡ-саҡ күрә, ҡолаҡтары саҡ-саҡ
ишетә.
Иртүк тороп, ҡартөләсәйем янына килеп баҫам:
ниндәй ярҙам кәрәк, ҡартөләсәй? – тим. Күрәм,
ул минең ярҙамыма сиктән тыш мохтаж. Минһеҙ
аҙым атлауы ла уға ҡыйын: аяҡтары ауырта, ет-
мәһә, туҡтауһыҙ башы әйләнә. Ҡолап китеп, берәй
ерен имгәтеп ҡуймаһын, тип хафаланам.
Йөҙ йәшкә яҡынайып килгән ҡәҙерле кешем-
дең сырышып бөткән ҡулдарын йомшаҡ устарыма
алам. Йылытам. Һыйпайым. Етәкләп йөрөтәм. Кү-
ңелле итеп сөкөрҙәшеп, сәй эсәбеҙ. Ҡартөләсәй-
емдән һөйләтеп, донъяла мин белмәгән әкиәттәр,
риүәйәттәр, таҡмаҡтар ҙа бар икән дә, тип уйлай-
ым! Уны тыңлап, һәйбәт кино ҡарағандай, йә китап
уҡығандай булам. Шунан таҡмаҡтарын-йырҙарын
көйләп ебәрә. Янында йән рәхәте: арҡамдан һөйөп,
башымдан һыйпай.
Шулай көндөң уҙғанын да һиҙмәйбеҙ. Мин дә,
егәрлеләнеп, эшкә әүәҫләнеп киттем. Атайым ме-
нән әсәйемдең ҡайтыуына өйҙө ялт иттереп йый-
ыштырып, иҙәнде йыуып ҡуям. Тәмле ризыҡтар
бешерәм. Уларҙың шат, мөләйем йөҙөн күреү – ми-
нең өсөн оло бәхет!
– Ваҡыт тиҙ генә уҙа ла китә икән, балам. Һи-
нең һымаҡ ҡолонсаҡ кеүек уйнап-һикереп йөрөгән
ваҡыттарым бар ине минең дә... Аллаға шөкөр, хә-
ҙер ҡартайҙым инде. Бик теләһәм дә йүгерә лә, һи-
керә лә алмайым. Һәр нәмә үҙ ваҡыты менән бирелә
кешегә. Шул мәлде ҡулдан ысҡындырырға ярамай.
Киләсәктә үҙеңә оҡшаған һөнәрҙе алыр өсөн, һиңә
лә, ҡыҙым, һәйбәт итеп уҡырға тырышырға кәрәк.
Тәрбиәле, тәүфиҡлы булыу – киләсәк тормошоң-
доң нигеҙе, – ти ҡартөләсәйем.
Уйландым. Ялҡауланып, бер файҙаһыҙға күпме
ваҡытым әрәм булғанлығын аңлап, хайран ҡалдым.
Мин бит әле ҡартайған ҡартөләсәй түгел!..
Елкәмә менеп ултырған Ялҡаубикә әхирәтем дә
юҡ булды. Әллә минең буш ваҡытым юҡлығын
күрҙе? Ҡартөләсәйемдең шифалы доғалары ла ки-
лешкәндер – кинәт яҡшы яҡҡа үҙгәрҙем! Аллаға
шөкөр!
Ялҡаубикәнең элекке әхирәтенең
һөйләгәндәрен Зөбәржәт апай яҙып алды
(исемен әйтергә оялды).