+13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Һабаҡ
21 Декабрь 2024, 11:45

Йылан йылы килә

Көнсығыш календары буйынса 2025 йыл — Йәшел Ағас Йыланы йылы. Ул 2025 йылдың 29 ғинуарында башланып, 2026 йылдың 16 февралендә тамамланырға тейеш, Иншә Аллаһ!

Йылан йылы килә
Йылан йылы килә

Бынан алдағы Йылан йылдары 1929, 1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013 йылда булған.
12 йылдан торған Мөсәлдә Лыу (аждаһа) йылы менән Йылҡы йылы араһындағы алтынсы йыл ул — Йылан йылы. Мөсәл йыл иҫәбе Азия илдәрендә, төрки халыҡтарҙа, шул иҫәптән башҡорттарҙа һәм монголдарҙа ла ҡулланыла.
Көнсығыш илдәренән айырмалы, башҡорттар мөсәлде тик йыллыҡ көн торошо, уңыш алыу менән бәйле һынамыштар булараҡ ҡына файҙаланған. Мәҫәлән:

Йылан тураһында һынамыштар
Йылан йылы – яуымға;
Йылан мөгөҙөн күргән бәхетле булыр;
Туҙбаш йыланды үлтерһәң, йортҡа ҡаза килә;
Юлда йылан осраһа, ямғыр яуа.


Йылан тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр


Йылыға йылан да эйәләшә;
Йәне теләгән йылан итен ашаған;
Йылан йөҙ йыл йәшәһә — аждаһаға,
аждаһа йөҙ йыл йәшәһә, юхаға әйләнә;
Йылан саҡҡан тышауҙан ҡурҡыр;
Йыланды ҡотҡарһаң, иң элек һине сағыр;
Йыландың ағыуы — телендә, ямандың ағыуы — күңелендә;
Йыландың тешен һындырһаң да ағыуы ҡала;
Йыландың тышы йомшаҡ, эсе зәһәр;
Йылан булһын да — саҡмаһын,
эт булһын да — ҡапмаһын;
Йылан эҙләгәндең аяғына йылан уралыр;
Бер йыландан ҡасҡан, икенсе йыланға һарылған;
Йылан еп кеүек булһа ла, көрмәүгә ярамай;
Йылан менән дуҫ булһаң, ағыуланырһың;
Йылан өскә өҙөлһә лә,
кеҫәрткелек хәле ҡала;
Баҡа, йылан бер күлдә, икеһе лә бер телдә;
Бала бағыуы – йылан ағыуы;
Миңә теймәгән йылан мең йыл йәшәһен.
Йылан йылында барыһына ла уңыш килер, айырыуса, Үгеҙ, Ҡуян, Кәзә, Маймыл йылдарында тыуғандарға.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: