Әммә тәүҙә Нух бәйғәмбәрҙе һәләкәттән ҡотҡарыу өсөн уға ҙур кәмә төҙөргә һәм унда ғаиләһен, шулай уҡ һәр төрлө йән эйәһенән берәр парҙы алып, йөҙөп китергә ҡуша.
Нух ғәләйһиссәләм был кәмәне 100 йыл буйы төҙөй. Уның оҙонлоғо — 1000 терһәк, киңлеге 600 терһәк булған. Өс ҡаттан торған.
Туфан ҡалҡып, Ер йөҙөн һыу баҫа башлағас, Нух бәйғәмбәр, Аллаһ Тәғәләнең әмере буйынса, кәмәгә мосолмандар менән бергә хайуандарҙың, ҡоштарҙың, үҫемлектәрҙең һәр енесен ишле итеп ала. Беренсе ҡатына — хайуандарҙы, икенсеһенә – мосолман бәндәләрен, өсөнсө ҡатына ҡош-ҡорттарҙы индергән.
Бер мәлдә, кәмә төбө тишелеп, эсенә һыу урғыла башлай. Ен-пәрейҙәр, сысҡан ҡиәфәтенә инеп, кәмәне кимереп тишкән була. Урғылған һыуҙы туҡтатыуы ауырлаша. Эсенә күп һыу тулыуҙан, кәмә бата башлай.
Шул саҡ Йылан, шыуышып килеп, кәмә тишеген кәүҙәһе менән ҡаплап ята. Һыу килеүҙән туҡтаған кәмәне дәррәү генә киптереп тә ҡуялар.
Нух бәйғәмбәр Йыланға был изге ғәмәле өсөн яҡшылыҡ эшләргә була. “Ниндәй йән эйәһенең ҡаны иң тәмлеһе икән, шуны бел!” — тип, Серәкәйгә Йыланға йәне теләгән ризыҡты табырға әмер биргән. Серәкәй барлыҡ йән эйәләренең ҡанын тәмләп йөрөгән, ти.
Кәмәләге барлыҡ йән эйәһенең дә ҡанын тәмләп сыҡҡандан һуң, “Әҙәм ҡанынан да тәмлерәк ризыҡ юҡ,” — тигән фекергә килә. Тик Серәкәй был хаҡта һөйләргә өлгөрмәй ҡала, Йыланға Әҙәм ҡанын эсерергә теләмәгән Ҡарлуғас Серәкәйҙең телен өҙгәнсе тешләп ала. Ошо ваҡыттан бирле Серәкәй бер ваҡытта ла һөйләшә алмаған: “Безззз” – тигән өн генә сығара башлаған, ти.
Йылан ҡоштоң хәйләһен аңлап ҡала һәм Ҡарлуғасты йотмаҡсы була, әммә Ҡарлуғас осоп китә. Шулай ҙа Йылан барыбер Ҡарлуғастың ҡойроғон булһа ла тешләп өлгөрә. Шунан алып Ҡарлуғастың ҡойроғо мәңгегә икегә айырылып тороп ҡала.
Кәмәнең тишеген ҡаплаусы йылан туҙбаш йылан булып сыға. Кешеләрҙе, тере йәндәрҙе ҡотҡарғаны өсөн шуға ла Туҙбаш йыланды үлтерергә ярамай, тиҙәр.
Туфан һыуы, Рәжәб айында ҡалҡып, алты айға тиклем дауам итә. Мөхәррәм айының 10-сы көнөндә Туфан ҡайтҡас, кәмә Ҡаф (Арарат) тауына терәлеп, туҡтап ҡала. Шунда Нух бәйғәмбәр, Ергә төшөп, Аллаһ Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп, ҡорбан сала.
Нух бәйғәмбәр туфандан һуң да 350 йыл йәшәгән. Барлығы 1300 йылдан ашыу ғүмерен ғибәҙәттә үткәргән һәм шуның 100 йылын көн һайын өҙлөкһөҙ ураҙа тотҡан.
Нух бәйғәмбәр улына былай тип васыят әйткән: “Аллаһ Тәғәләнән башҡа нәмәгә табыныуҙан һаҡлан, улым! Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенән өмөтөңдө өҙмә. Һәр ваҡыт “Лә иләһә илләЛлаһ!” һүҙен, йәғни "Аллаһтан башҡа илаһ юҡ!" тип ҡабатлап йөрө, сөнки Ҡиәмәт көнөндә үлсәүҙең бер табағына — ете ҡат Күк һәм ете ҡат Ерҙе, ә икенсе табағына ошо Аллаһты ололау һүҙен һалһалар, ул һүҙ ауырыраҡ тартыр”, — ти.
Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан 97 йәшлек Мөнирә Ғәзизованың һөйләгәндәренән.