“Ураҙа байрамы – мосолмандарҙың көтөп алған байрамы миңә лә оҡшай. Унда ауыл ерендә, өй буйлап йөрөп, әйенселәү йолаһы – бик күңелле күренеш. Ҡыҙҙар, малайҙар бергәләп йөрөйбөҙ. Һәр бер өйгә ингән һайын, изге теләктәр теләйбеҙ, рәхмәт әйтеп сығабыҙ.
Әсәйем дә, иртә тороп, тәмле еҫтәр сығарып, балалар килеүгә йыуасалар, бөйөрөктәр бешерә башлай. Өйгә ингән һәр береһен ихлас ҡаршы ала. Ул көндө уҡымайбыҙ, ғаилә менән ял итәбеҙ, бүләктәр бирешәбеҙ.
Шулай уҡ миңә Ҡорбан байрамы ла оҡшай. Йәй көнө Кәкүк сәйенә сығабыҙ. Мәсеттә «Туй йолаһы», «Бәпәйгә исем ҡушыу» йола-байрамдары ла матур үтә беҙҙең ауылда.
Мин үҙем дә намаҙ уҡырға өйрәнә башланым. Миңә Илһам ағайым өйрәтә. Уның менән мәсеткә йөрөйөм. Ололар йома һайын намаҙ уҡый, аҙағынан йома сәйе эсәләр. Мин дә был йоланан ҡалмаҫҡа тырышам”, – тип яҙа “Аманат” журналына Учалы районының Мәҫкәү ауылы мәктәбе уҡыусыһы Ынйы Бүләкова.
Был йола бүтән төрки халыҡтарҙа ла бар. Мәҫәлән, “Тамаша” журналы журналы яҙыуынса, күренекле фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт ағай мәрхүм Сөләймәнов 1958-1961 йылдарҙа Төркмәнстанда хеҙмәт иткәнендә, Теджин ҡалаһында бәләкәй балалар менән бергә армияға алыныр йәшкә еткән егеттәрҙең дә әйенселәп йөрөгәнен күреп, хайран ҡала. Баҡтиһәң, уларҙа әле өйләнмәгән егеттәрҙең дә шулай йола башҡарып йөрөүе хилаф һаналмай икән.
Шулай уҡ интернетта Вәлитова Рәзилә исемле ханым да:
“Беҙҙен Ҡыуандык яғында ла – электән килгән йола ул.Үҙебеҙ ҙә бәләкәй сакта йөрөй торғайнык, әле лә балалар ғәйеттә йөрөй.
Үзбәкстанда булғанда ла күрҙем байрамда балаларҙың шулайтып йөрөгәнен. Балаларҙың ҙурырағы башлап, Рамаҙанға бағышлап, шиғыр уҡый, ҡалғандары ҡушыла һәм шиғырҙың һәр юлы аҙағында «Рамаҙан» тип әйтеп тора. Мәҫәлән: “Ҡотло булһын, изге булһын! Рамаҙан! Бәхет, һаулык һеҙгә килһен! Рамаҙан! – тип. Бик матур йола. Балалар шулай дин юлына баҫа инде,” – тип яҙа
Мәйсәрә Яҡшыева ла: “Миңә бәләкәй саҡта Үзбәкстанда булырға насип булды, – тип яҙа. – Һәр ғәйеткә яңы күлдәк кейә инек. Байрам көнө иртән урам буйына сығып китә инем үзбәк баллары менән, ололар (ир кешеләр) осрағаны аҡса бирә торғайны. Шунан шул аҡсаға каруселдәрҙә әйләнеп, шешлек һәм бүтән тәмлекәстәрҙе күп итеп ашап, ҡыуанып, арып ҡайтып тәгәрәй инек,” – тип, фекере менән менән уртаҡлаша.
Мин тыуып-үҫкән Йылайыр районының Үрге Сәлим ауылында һәм тирә-яҡ ауылдарҙа ла был йола бер ваҡытта ла бөтмәне һәм әле лә Ураҙа байрамдарында ауыл балаларҙың шат тауышынан гөрләп тора. Ҡалаларҙан ялға ҡайтҡан балаларҙың да ауылдыҡылар менән бергә әйенселәп йөрөүен, изге йолабыҙҙы күңеленә һеңдереп үҫеүен күреүе айырыуса шатландыра.
Совет осоронда, үкенескә күрә, динде тыйыуҙары сәбәпле, Ураҙа байрамы ял көнө булманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, дәрестән ҡасып булһа ла, беҙ әйенселәй торғайныҡ. Хатта ҡайһы бер шуғыраҡ малайҙар, өйҙәргә бер ингәндә – бер малайҙар төркөмө менән, икенсеһендә икенселәр менән ҡуша инеп, ауылды ике тапҡыр урап та сыҡҡылай торғайны, ләкин берәү ҙә уларға асыуланмай, киреһенсә, ололар һөйөнә, беҙҙең арттан изге теләктәрен теләп ҡала ине.
Шулай уҡ әйенселәү (байрамсылау) менән бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә була. Яңыраҡ, Әбйәлил районында булған ҡыҙыҡлы хәлде лә һөйләп, көлдөргәйнеләр. Ҡатыны эшкә китер алдынан иренә: «Оҙаҡламай, балалар әйенселәй башлар, килгән береһенә ошонан алып бирерһең», – тип, ике тоҡсай туп-тулы тәм-том ҡалдырып китә.
Бына бер ваҡыт, төркөм-төркөм булып, балалар килә башлай. Ир кеше, самаһын белмәй, мулыраҡ һалып торғандыр инде, бер ваҡыт ике тоҡсай ҙа бушай. Ир кеше еңел һулап та өлгөрмәй, ҡараһа, тағы бер төркөм инеп килә. Балаларҙы ҡоро сығарып ебәреүҙең ояты ни тора! Сараһыҙҙан, оялышынан, ир йәһәт кенә өҫтәл аҫтына йәшенә. Туптырлашып килеп ингән балалар, ишек төбөндә тапанып тора-тора ла, өйҙә берәү ҙә юҡ тип, сығып китә.
Әйенселәү (байрамсылау) йолаһы тураһында интернетта ла фекер алышалар. Мәҫәлән, Баймаҡ районы, Кәрешкә ауылынан Гүзәл Ғүмәрова:
“Бәләкәй саҡта беҙ ҙә әйенселәп йөрөнөк. Әрәпе көнө, йәғни ураҙаның һуңғы көнөндә, мунса төшөп, иртәгәһенә матур кейемдәрҙе кейеп, ауыл буйлап йөрөй торғайнык. Хәҙер ҙә балалар күмәкләп йөрөй.
Тәмлекәстәр һатып алып та, бешеренеп тә, бөтөн ауыл халҡы көтөп ала уларҙы. Ҡайһы йылдарҙа беҙгә 50-нән ашыу бала-саға инеп сыға. Рәхмәт әйтеп, матур теләктәр теләп, сығалар.
Айыт көнөндә ауыл шау-гөр килеп тора. Мәсеттә намаҙ уҡыйҙар, Ҡөрьән мәжлесе үткәрәләр” – тип яҙа.
Зилә Йәндәүләтова иһә: “Әйенселәү – ул йылға бер генә килгән матур башҡорт йолаһы! Элек, беҙ бала саҡта ла әбейҙәр, тары бутҡаһы бешереп, көтөп тора ине. Иҫ киткес тәмле була торғайны шул тары бутҡаһы, уртаһында һары май йөҙә.
Бөгөн дә ауыл халҡы балаларҙы тәм-том менән көтөп тора. Әйенселәгән балалар: «Һау булығыҙ, бай булығыҙ, бар булығыҙ!» – тип, матур теләктәр әйтеп китә” – ти.
Башҡа күптәр ҙә уларҙың фекерен хуплай.
Зөлфирә Таһирова: “Ҡайным 1946 йылғы, ул да бала саҡта әйенселәгән. Кешеләр ҡапҡа алдына йәки ишек төбөнә һуйған малдың тиреһен һала торғайнылар, ти. Сабыйҙарҙың рәхмәттәренән малыбыҙ уңып китһен, тип юрағандар.
Ул саҡта балаларға бутҡа ашатҡандар. Ҡалаҡ тотоп йөрөнөк, уртаҡ бер туҫтаҡҡа һалып бирә торғайнылар, тип һөйләй. Кешеләр шулай фатиха алып, сауаплы була, балалар теләктәр теләй”.
Ә беҙ, ололар иһә ғәйет намаҙы уҡыйбыҙ, бер-беребеҙгә мәжлескә йөрөйбөҙ. Беҙҙең өсөн дә, балалар өсөн дә ҙур байрам ул – Ураҙа байрамы!”
Рәшиҙә Фәйзуллина: “Беҙ мәктәптә уҡыған осорҙа әйенселәү рөхсәт ителмәй ине. Әйенселәгәнде белһәләр, линейка алдына сығарып, коммунизмға етеп барғанда, иҫкелек ҡалдығы бит ул, тип әрләй торғандар ине.
Ә беҙ барыбер йөрөй торғайныҡ. Ул ваҡытта кәнфит-печеньены һирәк бирә инеләр, сөсикмәк менән майикмәк булды күбеһен. Инде тәмле була торғайны!”
Нәркәс Ҡалҡаманова: “Байрамсылау” тиҙәр беҙҙең Ейәнсурала был йоланы. Алдан әҙерләнеп, тәм-том алып ҡуябыҙ балаларға. Күңелле лә инде, әйҙә йөрөһөндәр, юғиһә, былай ҙа һәр беребеҙ үҙ донъябыҙға бикләнешеп бөттөк тә инде, эш күп, ваҡыт юҡҡа һылтанышып.
Балаларҙы һыйлағандан ризығыбыҙ арта ғына, Аллаға шөкөр!”
Миләш Араптанова: “Беҙ бала саҡта булманы ул йола. Мин уртансы синыфта уҡығанда, мәктәптә линейкала әйенселәү йолаһы тураһында һөйләнеләр һәм беҙҙе лә әйенселәргә өндәнеләр. Әйенселәргә ҡуштылар, тиһәң дә була. Шулай итеп, ауыл мәктәбе электән килгән йоланы тергеҙҙе”, — тип яҙа
Совет осоронда әҙерәк һүрәнләнһә лә һүнмәгән был изге йоланың бөгөн йылдан-йыл таралғандан-тарала барыуы, быға тиклем ул йоланы онотҡан ауылдарҙа ла ҡабаттан тергеҙелеүе, хатта ҙурыраҡ, урыҫлашҡан ҡасабаларҙа ла хәҙер әйенселәүсе балаларҙы күреүе – бик ҡыуаныслы күренеш, Әл-хәмдүлилләһи Раббил Ғәләмин!
Шулай итеп, балаларҙы шатландырыу – шул тиклем сауаплы һәм изге ғәмәл бит ул! Ә балаларҙың изге теләктәре һәм доғаларын, ғәҙәттә, Аллаһ Тәғәлә тиҙерәк ҡабул итә, Ин шәә Аллаһ!
Быйыл Ураҙа байрамы 30 буранайға (мартҡа) тура килә. Шуға күрә Ураҙа байрамында, балалар, һеҙ ҙә әйенселәгеҙ (байрамсылағыҙ), башҡорт халҡының боронғо йолаһын башҡарығыҙ, ололарҙы Ураҙа айыты менән ҡотлағыҙ, уларҙы шатландырығыҙ, сөнки кешене шатландырыу – бик изге, сауаплы ғәмәл.
Сәлмән ЯРМУЛЛИН.