Башҡортостан ДАИ-һы мәғлүмәттәренән:
*ошо йылдың тәүге яртыһында 16 йәшкә тиклемге водителдәр 56 юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән, ул ҡазаларҙа ике үҫмер һәләк булған, 53-ө йәрәхәтләнгән;
*11 осраҡта балалар автотранспортта булған, 24-ендә – мототранспортта;
*24 һәләкәткә йәше етмәгән водителдәр сәбәпсе булған;
*ДАИ-сылар республикала бәлиғ булмаған 1072 водителде туҡтатҡан, улар 1774 административ хоҡуҡ боҙоу эшләгән, 83-ө эскән булған;
*ата-әсәләргә ҡарата 992 административ материал төҙөлгән;
*юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғаны арҡаһында 1528 бала Эске эштәр министрлығында профилактик иҫәптә тора.
Был ҡот осҡос һандарҙы 18 июлдә төрлө министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре, шул иҫәптән матбуғат хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә БР ДАИ-һы өлкән инспекторы полиция майоры Линар Зинуров әйтте.
Республикала яҙҙан бирле “Не рули, малай!” социаль кампанияһы бара. Тик юл хәрәкәтен контролләүселәр фекеренсә, ул ғына етмәй. Балалар рулгә ултырмаһын, үҙенең һәм башҡаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймаһын өсөн кәңәшмәлә ҡатнашыусылар үҙ тәҡдимдәрен индерҙе:
*ҡала экрандарында, лифттарҙа, телевидениела социаль видеороликтар күрһәтергә;
*социаль селтәрҙәрҙә, мессенджерҙарҙа, ата-әсәләр чаттарында мәғлүмәтле карточкалар таратырға;
*ДАИ хеҙмәткәрҙәре йәйге ял үҙәктәрендә һәм лагерҙарҙа бәлиғ булмағандар менән әңгәмәләр үткәрһен;
*блогерҙар, йырсылар, артистар, билдәле шәхестәр, муниципалитеттар башлыҡтары ҡатнашлығында социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәтле кампаниялар үткәрергә.
ДАИ вәкилдәре шулай уҡ юл ҡазаһына эләгеп имгәнгән балалы ғаиләләр менән интервьюлар, репортаждар төшөрөргә тәҡдим итте. Балаһының шул хәлгә төшөүенә сәбәп булған ата-әсәләр башҡаларҙы иҫкәртһен, балаға транспорт сараһы алып бирмәҫкә кәңәш итһен.
“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләр беҙҙең яҡлы түгел! Был осраҡта улар хатта беҙгә ҡаршы. “Нимәһе бар инде, – ти улар. – Таныҡлыҡ талап ителмәй, бындай транспортты теркәү кәрәкмәй”. Ҡануниәттәге кәмселек уларҙың башын бутай. Улар бындай транспорт менән дөйөм ҡулланыу юлдарында йөрөргә ярамағанын белмәй. Ата-әсәләр магазинға килә, был нәмәләр ирекле һатыуҙа тора, теркәү кәрәкмәй, шунан уларҙың балалары магистралдәр буйлап елдерә башлай, ә махсус майҙансыҡтарҙа түгел. Имгәтә торған етди юл ҡазалары ла дөйөм ҡулланыу юлдарында була. Мәғлүмәт кампанияһын ата-әсәләрҙең аңына барып етерлек, хоҡуҡи мәҙәниәтен күтәрерлек итеп көсәйтеү мөһим”, – ти БР Хөкүмәтенең бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге етәксеһе Илмир Ғәниев.
БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова ата-әсәләр чаттарында эште көсәйтергә тәҡдим итте. Социаль селтәрҙәрҙә балалар иғтибар итерлек һәм “балалар телендә” эшләнгән роликтар таратыу ҙа һәйбәт булыр, тине ул.
Башинформ мәғлүмәттәре һәм фотоһы ҡулланылды.