Ә хәҙер күҙ алдына килтер инде: һинең йөрәгең түрендә лә үҙенә күрә орлоҡ бар икән, ти, – мәрхәмәтлелек орлоғо. Аллаһ Тәғәлә ул орлоҡто тыуғанда һәр беребеҙҙең йөрәгенә һалып ҡуйған. Беҙ ярҙамсыл, ихлас һәм хәстәрлекле булып үҫһен өсөн.
Был орлоҡ та үҙенән-үҙе үҫеп китмәй. Уны ҡарарға, тәрбиәләргә кәрәк. Хәстәрлекле булып, уны изге эштәр менән һуғарырға кәрәк. Шул ваҡытта ғына йөрәктәге орлоғобоҙ мөһабәт изгелек ағасына әүереләсәк. Уны ҡарамаһаң, көсһөҙ генә үҫенте булып ҡала. Йә бөтөнләй ҡороп ҡуйыуы ла ихтимал.
Нисек мәрхәмәтле булып үҫергә һуң?
“Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә – тел!” – тигән боронғолар. Ә беләһеңме, матур һүҙҙәр һөйләү ҙә, Ҡояш нурҙары кеүек, мөғжизә тыуҙыра ала! Улар йәнде йылыта, дәртләндерә, кешене бәхетле итә! Әсәйең һине мәктәпкә уятҡанда, башыңдан һыйпап, хәйерле иртә теләһә, кәйеф күтәрелеп китә.
Ә насар һүҙҙәр, киреһенсә, ҡайғыға һала, бошондора. Ни тиклем кешегә яҡшы һүҙҙәр менән өндәшһәң, тирә-яғың шул тиклем үк яҡтыраҡ була бара. Атай-әсәйеңә, яҡындарыңа, туғандарыңа, синыфташтарыңа, уҡытыусыларыңа, тәрбиәселәреңә, күршеңә йылы һүҙҙәреңде йәлләмә. Уларҙың да һиңә ҡарата мөнәсәбәте яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күрерһең.
Кешегә ярҙам итһәң,
Аллаһ Тәғәлә һиңә лә ярҙам итә!
Халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә, айырылғанды – айыу ашай, бүленгәнде бүре ашай. Тормошта ла шулай. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп торғанда, беҙ көслөрәк! Арып, хәлһеҙләнгән мәлдә кемгәлер, ҡулыңдан килгәнсә ярҙам итеп, яҡшы һүҙҙәр менән дәртләндереп ебәрһәң, ул кеше яҡшылыҡтарыңды бер ваҡытта ла онотмаясаҡ. Һинең изгелегең ул кешегә болот аҫтынан сыҡҡан яҡты нур кеүек булып күренер.
Кешегә ярҙамды төрлөсә күрһәтергә була:
— хәле булмаған кешегә һыу алып килергә;
— үҙеңдән көсһөҙөрәктең, йә әбей-бабайҙың әйберен тотошоп барырға;
— ишектән ингән оло кешегә, юл биреп, ишек асыпторорға;
— эт-бесәйҙе ашатырға, уларға һыу ҡойорға;
— ҡышлаған ҡоштарға тағараҡ эшләп, ем һалырға, һ.б.
Ғәфү итә белегеҙ!
Кемдер һине яңылыш этеп ебәргән дә һин шуға үпкәләгәнһең, ти. Йәки дуҫыңдың берәй әйбереңде һорамай алыуы оҡшаманы, хатта уның менән һөйләшеүҙән туҡтаның. Үпкәләү – ул ауыр таш кеүек. Бындай таштарҙы күңелдә йөкмәп йөрөткән һайын, атлауы ауырыраҡ була бара. Шуға ла кешене ғәфү итергә өйрән.
Ғәйебеңде танып, ғәфү үтенә белеү, кешене ғәфү итеү – ҙур сауаплы эш, тип әйтелә изге Ҡөръән Кәримдә.
Иптәштәреңдең уңыштарына шатлана бел!
Бәйгелә һин түгел, ә дуҫың еңһә, ниндәй тойғолар кисерерһең? Ҡайһы берҙә кешенең йөрәген көнсөллөк ҡорто кимерә башлай. Был мәлдә нимә ярҙам итә һуң? Башҡалар өсөн шатлана белеү! Әгәр дуҫың еңеүсе булһа, йүгереп барып әйт: “Һин афарин! Мин һинең өсөн ғорурланам!”
Хәтереңдә тот: башҡалар өсөн күберәк шатланған һайын, һиңә лә шатлыҡ килә!
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
Һәр изгелегең, артып, үҫеп, мотлаҡ үҙеңә әйләнеп ҡайтасаҡ. Кеше тормошоноң төп мәғәнәһе — изгелек ҡылыу, Аллаһ Тәғәләнең ризалығына өлгәшеү.
Кешене яҡты йөҙ менән ҡаршы алыу ҙа, ҡул биреп күрешеү ҙә, йылы һүҙҙәр әйтеү ҙә изге ғәмәлдәрҙән һанала. Ихлас йылмайыу, Ҡояш нурҙары кеүек, кешенең йөрәген йылыта. Дуҫыңа ярҙам итһәң, ул да һиңә ярҙам итер. Ҡайһы ваҡыт бер генә изгелек эшләгәндән дә күңелең нурланып китә.
Раббыбыҙ берәй бәндәһенә рәхмәтен бирергә теләһә, уны изгелек ҡылыусы итер һәм ул һәр кемгә үрнәк булыр. Тик яҡшылыҡ тураһында һөйләгән, изге ғәмәлдәр ҡылған кеше менән юлдаш булыу — үҙе бер бәхет.