Рәхмәт һиңә, еңеү Һалдаты!
Тыныс тормош бүләк иткән
Ҡаһарман олатайҙар.
Илен һаҡлап, яуға сапҡан,
Улар ысын батырҙар!
Ҡабатланмаһын бер ҡасан да
Һуғыш уты илебеҙҙә.
Башын һалған яугир даны
Онотолмай беҙҙең йөрәктәрҙә.
Бөйөк еңеү, Байрам бөгөн,
Илебеҙҙә матур тамаша.
Оло хөрмәт һеҙгә, ветерандар,
Ҡыуаныстан күҙҙәр ҡамаша.
Шундай иркен тыуған ерем
Шатлыҡҡа тулһын һәр саҡ
Рәхмәт һиңә, еңеү һалдаты,
Һин биргәнгә бәхетле бала саҡ!