-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Эт тоҡомдары ишле икән, барыһы ла уларҙың тешле икән!

Эттәрҙең ниндәй тоҡомдарын беләһегеҙ? Уларҙың бура ҙурлығындағылары ла, ус аяһындай ғыналары ла бар. Әйҙәгеҙ, бер аҙ байҡау яһайыҡ.

Алабай

Рәсми телдә “Урта Азия овчаркаһы” тип аталған был тоҡом яһалма түгел. Алабайҙы Каспий диңгеҙенән – Ҡытайға, Көньяҡ Уралдан Афғанстанға тиклемге биләмәлә йәшәгән халыҡтар әллә нисәмә тиҫтә быуат элек үк ҡулға эйәләштергән һәм мал көтөүҙә файҙаланған. Әле иһә бындай эттәр һаҡ һәм ҡарауыл хеҙмәтендә лә осраштырғылай.
Төрөкмәнстанда урындағы саф ҡанлы алабайҙар ахалтекин аттары кеүек үк милли байлыҡ тип һанала һәм уларҙы сит илдәргә сығарыу тыйыла. Үзбәкстандағы бүребаҫарҙар менән Ҡаҙағстандағы түбэттәр ҙә – алабай менән бер тамырҙан.



Немец догы

Донъялағы иң ҙур кәүҙәле эттәрҙең береһе. Уның ауырлығы 90 килограмға етеүе ихтимал, бейеклеге иһә дүрт аяҡлап торған хәлдә 72 сантиметрҙан кәм булмай.
Догтарҙың төрлө төҫтәгеләре осрай, әммә барыһының да йөнө ҡыҫҡа, ҡуйы, шыма һәм йылтыр.
Холоҡтары тыныс, кешегә ташланып бармайҙар. Тик шуны иҫтә тоторға кәрәк: үҙенең ауыр икәнлеген белмәгән догтың, уйнап ҡына өҫтөнә баҫып, баланы имгәтеүе бар.



Ротвейлер

Эре һөйәкле, көслө һәм тотороҡло холоҡло был тоҡомдо Германияның Ротвайль ҡалаһында XVIII быуат урталарында килтереп сығарғандар. Риүәйәттәрҙә дөрөҫ әйтелгән булһа, тәүге ротвейлерҙар Ете йыллыҡ һуғышта ла ҡатнашҡан.
Башта уларҙы мал көтөүҙә ярҙамлашһын, хужалыҡты һәм өйҙө һаҡлаһын өсөн аҫрағандар, хәҙер хеҙмәткә лә йәлеп итәләр. Бик сыҙамлы, ныҡыш, тиҙәр. Тик бер хужаға тоғролар, икенсе кешегә өйрәтеүе ҡыйын.
Уҫал һәм ауыр кәүҙәле булыуы сәбәпле ротвейлерҙы балалар менән уйнатмаҫҡа тырышалар.



Леонбергер

Эре кәүҙәле был эттәрҙең дә нәҫел тамырҙары Германияға барып тоташа. Ялбыр йөнө, ҡыйыу йөрәклелеге менән арыҫланды хәтерләткән тоҡомдо XIX быуатта Леонберг ҡалаһы мэры Генрих Эссиг килтереп сығарған.
Леонбергер тип аталған эттәр хаҡында тәүге мәғлүмәт 1846 йылда донъя күргән. Шулай ҙа был тоҡомдо 1905 йылда ғына рәсми яҡтан танығандар. Беҙҙең илдә леонбергерҙар 1989 йылдан бирле үрсетелә.
Тотороҡло холоҡло, бик көслө эттәр улар. Уяу һаҡсылар, тоғро дуҫтар. Балалар өсөн хәүеф тыуҙырмағаны, күндәмлеге өсөн күптәр леонбергерҙы өйөндә аҫрай.



Немец овчаркаһы

Үҙәк һәм Көньяҡ Германия эттәренең бер нисә төрөн ҡатыштырыу һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан был тоҡом вәкилдәре элек күп осраҡта эҙләү хеҙмәте һәм мал көтөү өсөн аҫралған. Хәҙер иһә улар башлыса өйҙәрҙе һәм мөһим объекттарҙы һаҡлауҙа файҙаланыла, күргәҙмәләрҙә лә йыш ҡатнаша.
Немец овчаркаһын бер яҡлы ғына ҡылыҡһырлауы ауыр. Ул тыныс та, йылғыр ҙа; уҫал да, яғымлы ла. Хужаһына ныҡ тоғро, шул уҡ ваҡытта башҡаларға ла тиҙ өйрәнеп китә. Балалар менән еңел дуҫлашҡаны, күндәмлеге арҡаһында был этте өйөндә тотоусылар күп. Ул, әйткәндәй, донъялағы иң аҡыллы эттәр рейтингында өсөнсө урынды биләй.



Себер хаскиһы

Америка кинологтары тарафынан ХХ быуаттың 30-сы йылдарында “егеү эте” тип теркәлгән был тоҡомдоң тыуған ере – Рәсәй. Уны Алыҫ Көнсығыш-тағы Анадырь, Колыма, Камчатка һымаҡ биләмәләрҙә йәшәгән юкагир, керек, эскимос һәм чукчаларҙың борон уҡ ҡулға эйәләштергән эттәрен ҡатыштырыу һөҙөмтәһендә килтереп сығарғандар.
Себер хаскиһы хәҙер егеп йөрөү маҡсатында ғына түгел, йорт һаҡсыһы итеп тә файҙаланыла. Матурлығы өсөн уны күргәҙмәләрҙә, тамашаларҙа йыш ҡатнаштыралар.



Лабрадор-ретривер

Һунар өсөн тәғәйенләнгән был тоҡомдоң тарихы Канаданан башланған. Атамаһының килеп сығышы хаҡында иһә фекерҙәр төрлө: берәүҙәр португал телендәге “labrador” (эшлекле) һүҙенә бәйләһә, икенселәр Төньяҡ Америка-лағы Лабрадор ярымутрауына алып барып тоташтыра, өсөнсөләр лабрадорит тигән тау тоҡомо менән уртаҡлыҡ эҙләй.
Бөгөн был эттәрҙе күбеһенсә иптәш итеп аҫрайҙар, йыш ҡына бәләгә тарығандарҙы ҡотҡарыуҙа, шулай уҡ төп тәғәйенләнеше буйынса һунарҙа файҙаланалар.



Колли

Шотландия һәм Төньяҡ Англия халыҡтары электән мал көтөү өсөн аҫраған был эттәрҙе. Кинологтар ойошмалары тарафынан рәсми нигеҙҙә танылған тоҡомдары ла, урындағы төрҙәре лә күп.
Колли кәүҙәгә артыҡ ҙур түгел, ауырлығы ла уртаса. Бик әүҙем, сыҙамлы, ныҡышмал. Шуның өсөн дә уны һаман да һыйыр һәм һарыҡ көтөүҙә файҙаланалар, кинология спортына ылыҡтыралар.
Әйткәндәй, бордер-колли тигән тоҡомо донъяла иң аҡыллы эт тип танылған.



Пудель

Киң таралған был тоҡомдоң атамаһы немец теленән тәржемә иткәндә “һыуҙа сәпелдәү” тигәнерәк мәғәнә бирә. Француздар уны үҙҙәренсә “caniche” тип йөрөтә, тимәк, ысынлап та, пуделдең йылға-күлдәргә ылығыусанлығы барҙыр (“cane” һүҙе беҙҙеңсә “өйрәк” була).
Пудель донъялағы иң аҡыллы эттәр рейтингында икенсе баҫҡысты биләй. Теләһә ниндәй тәбиғәт шарттарына тиҙ яраҡлаша. Уны башлыса декоратив йорт хайуаны булараҡ тоталар. Төрҙәре ныҡ күп.



Папильон

Кәүҙәһе йәтеш кенә, ауырлығы 4 килограмға ла етмәгән был той-спаниел-дәрҙе күптәр өйҙә аҫрай. Яғымлылығы, ҡулға тиҙ эйәләшеүе өсөн яраталар.
Папильон (папийон) 9 – 11 сантиметр оҙонлоҡтағы йөн менән ҡапланған, күбәләк ҡанаттарын хәтерләткән ҙур ҡолаҡтарының үрә тороуы арҡаһында алған үҙенә шундай исемде (француз теленән тәржемә иткәндә “күбәләк” тигәнде аңлата).
Бәләкәй генә булһа ла, бик аҡыллы икән: интеллект кимәле буйынса дөйөм эттәр рейтингында 8-се урында торһа, декоратив тоҡомлолар араһында пуделдән генә ҡалыша.



Кавалер кинг чарльз спаниель

Бәләкәй генә был эттәрҙе, ҡош-ҡорт тотоуға эшкинһә лә, күптәр һунарға йөрөтөү маҡсатында түгел, ә матурлыҡ өсөн аҫрай.
Тарихсылар фаразлауынса, борондан уҡ Азияла киң таралған той-спаниелдәр (япон хины, тибет спаниеле) Европаға барып эләгеп, ундағы нәҫелдәштәре менән ҡатышып, яңы тоҡом барлыҡҡа килтергән. XV – XVI быуаттарҙа йәшәгән итальян, немец, француз, голланд, испан рәссамдарының картиналарында ла ошондай ваҡ, матур эттәр күп осрай икән. Бәләкәй спаниелдәрҙе бер заман батша һарайҙарында, Европаның иң зиннәтле өйҙәрендә генә тотҡандар. Был эттәр көсөргәнеште кәметә, ауыртыуҙы баҫа, тип иҫәпләгәндәр.



Чихуахуа

Донъялағы иң бәләкәй эт тип иҫәпләнә. Тоҡомдоң атамаһы Мексиканың Чиуауа штаты менән бәйле. Фаразланыуынса, бындай эттәр борон ҡырағай тәбиғәттә йәшәгән, тольтектар цивилизацияһы дәүерендә генә ҡулға эйәләштерелгән.
Бәләкәй булһа ла, чихуахуа ҡыйыу һәм йылғыр ғына. Һаулығының ныҡлығы, интеллект кимәленең юғарылығы, алсаҡлығы, күндәмлеге арҡаһында уны башҡа ваҡ эттәрҙән өҫтөнөрәк күрәләр.
Эт аҫрау тарихында был тоҡомдоң әһәмиәте ифрат ҙур, тип һанай бөгөнгө кинологтар.

Читайте нас: