+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" энциклопедияһы
22 Октябрь 2018, 17:44

Һоумскулинг. Ул нимәнән ғибәрәт?

Ҡасандыр физик мөмкинлектәре сикләнгән йәки аң кимәле үҫешмәгән балалар ғына мәктәпкә дәрескә йөрөмәй, тип һанай инек, хәҙер үҙ өйөндә белем алыусылар иҫәбендә һау-сәләмәт, хатта айырыуса һәләтле уҡыусылар ҙа бар.

“Һоумскулинг” тип аталған был ысулды һайлаусылар Рәсәйҙә йылдан-йыл күбәйә, имеш. Ә нимәһе шул тиклем уңайлы икән уның? Кире яҡтары ла юҡ түгелдер…
Йоҡонан көн дә иртә тороп, мәктәпкә ашығыу, дәрестә уҡытыусының һәр һүҙен иғтибарлы тыңлап ултырырға мәжбүр булыу, баһа алыу өсөн һабаҡташтарың менән сәмләнеп ярышыу, өлкән синыфтағылар һәм һуғыш суҡмарҙары алдында үҙеңде яҡларға өйрәнеү… Әлбиттә, барыһы ла ялҡыта, биҙҙерә. Башта: “Их, ҡасан ғына ошо мәктәптән ҡотолам инде… Шул уҡ белемде өйҙә лә алырға булалыр, моғайын… Үҙ аллы уҡыһам, күберәккә өлгәшер инем”, – тигән уйҙар ҡайнарға тотона. Хәҙерге атай-әсәйҙәрҙең күбеһенә ни, әйт кенә – улар балаһының мыжыуын ишетмәҫ өсөн теләһә ниндәй аҙымға әҙер. Бәғзеләр хәлде тамырынан үҙгәртмәксе була һәм әлеге лә баяғы һоумскулингта туҡтала.
Ыңғай яҡтары, һис шикһеҙ, бар был ысулдың. Мәктәптә бит төрлө балалар бар: ныҡ аҡыллыһы ла, уртасаһы ла, артта ҡалыусыһы ла. Бер нисә тиҫтә уҡыусы өсөн дәрес үткәргәндә уҡы-тыусыларға һәр ҡайһыһының күңеленә асҡыс табыу, барыһын да иғтибар менән солғау анһат түгел. Көсһөҙөрәктәрҙе алға һөйрәйем тигәндә көслөләр “тышала”. Ә бына айырым шөғөлләнгәндә юғары һөҙөмтәгә ышаныс ҙурыраҡ. Өҫтәүенә, уҡытыусылыҡ бурысын үҙ иңенә алыусы ата-әсәләр үҙ балаларының нимәгә маһир булыуын, холоҡ-фиғелен яҡшыраҡ белә.
Бөгөн Интернет селтәрендә өҫтәмә белем биреү йәһәтенән бихисап мөмкинлектәр тәҡдим ителә: онлайн-курстар, видеодәрестәр, мәғлүмәт сайттары… Әгәр атай-әсәйҙәр уҡымышлы кешеләр икән, уларҙы өйрәнеп, бәләкәстәргә төшөндөрөүҙең бер ниндәй ҡыйынлығы юҡтыр. Бәғзеләр проектлы уҡытырға тырыша. Өйҙә шөғөлләнеү өсөн төҙөлгән махсус программа, мәҫәлән, “Өйөмдә уҡыйым” тип аталды, ти. Бала өй, ғаилә темаһын өйрәнгән саҡта шуға бәйле рәүештә тарих, әҙәбиәт, география, физика һ.б. буйынса белем ала, бынан тыш, ватансылыҡ рухында тәрбиәләнә.
Өйҙә үҙаллы шөғөлләнгән хәлдә ғаилә башлыҡтары менән балалар күберәк аралаша, ниндәйҙер спорт төрө, бейеү, музыка буйынса махсус дәрестәр алыу, телдәр өйрәнеү өсөн мөмкинлектәре киңәйә.
Әммә өйҙә белем алған балалар ҙа, берәй мәктәпкә беркетелеп, тәғәйен ваҡытта шунда аттестация үтеп торорға бурыслы. Мәҫәлән, һәр фәндән йылына бер-ике мәртәбә, йәки сирек һайын имтихан булыуы мөмкин. Алған баһаларыңа ҡарап, киләһе синыфҡа күсермәүҙәре лә ихтимал. Өҫтәүенә IX синыфтан һуң Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үтергә, XI синыфтың аҙағында Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға кәрәк.
Һоумскулингтың етешһеҙ яҡтарының береһе – баланы йәмғиәткә яраҡлашырға өйрәтмәүе. Бәлки, төрлө секцияларға, күмәк кеше ҡатнашҡан сараларға йыш йөрөгән хәлдә был йәһәттән ауырлыҡ тыумайҙыр ҙа…
Тик шуны иҫтә тотоғоҙ: һоумскулинг һәр балаға, һәр ата-әсәгә ҡулай була алмай. Өйҙә уҡыуы уңайлыраҡ тип уйлап, өлкәндәрҙең иңенә ауыр йөк һалмағыҙ. Һәләттәреңде үҫтереү өсөн белем алыуҙы мәктәптәге дәрестәрҙән һуң буш ваҡытта дауам итергә; ҡыҙыҡлы китаптар, сайттар, уйындар ярҙамында шөғөлләнергә; түңәрәктәргә, секцияларға яҙылырға мөмкин.


* Һоумскулинг әлегә 45 илдә, шул иҫәптән беҙҙә лә закон тарафынан рөхсәт ителә. XX быуаттың 60-сы йылдары аҙағында Көнбайыш илдәрендә барлыҡҡа килгән был хәрәкәткә АҠШ педагогы Джон Холттың “Балаларҙың уңышһыҙлыҡҡа осрауы сәбәптәре” һәм Австрия фәлсәфәсеһе Иван Илличтың “Мәктәптәрҙән азат ителеү” тигән китаптары нигеҙ һалған.


* Әйткәндәй, өйҙә белем алыуҙың “анскулинг” тигән төрө лә бар, әммә ул беҙҙең илдәге ҡануниәткә тап килмәй, рәсми рәүештә рөхсәт ителмәй, сөнки баланың мәктәп менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше булмауын, алдан төҙөлгән программаһыҙ уҡыуын күҙ уңында тота.
Читайте нас: