+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Градусник ватылһа, ни эшләргә?

Терегөмөш менән ағыуланыу билдәләре оҙаҡ ваҡыт үҙен һиҙҙермәҫкә мөмкин

Ни өсөн терегөмөш хәүефле? Бүлмә температураһында ул ағыулы парҙар бүлеп сығара һәм тын юлдары аша организмға үтеп инә. Градусник ватылып, тиҙ арала бер ниндәй сара күрмәһәң, шыйыҡ металл, һауаны ағыулап, яйлап организмда тупланасаҡ.

Терегөмөш, бәләкәс кенә тамсылар булып, иҙән ярыҡтарына, келәмгә һәм плинтус артына таралһа, хәл тағы ла нығыраҡ ҡатмарлана төшә. Уның менән ағыуланыу билдәләре оҙаҡ ваҡыт үҙен һиҙҙермәҫкә мөмкин. Һаулыҡҡа бәйле проблемалар ике ай үткәс килеп сығыуы ихтимал. Төп билдәләр: хәлһеҙлек, аппетит юғалыуы, ауыҙҙа металл тәме, баш һәм тамаҡ ауыртыу, шайыҡ бүленеп сығыуҙың артыуы, күңел бол-ғаныу һәм ҡоҫҡо килеү. Әгәр терегөмөш һаман да организмға тупланыуҙы дауам итһә, бармаҡтар ҡалтырауы, психик ауырыуҙарға һәүәҫлек, туберкулез, бауыр һәм үт ҡыуығы ауырыуҙары күҙәтелеүе ихтимал.
Терегөмөштө нисек йыйырға?
Градусник ватылһа, иң башта бүлмәнән балаларҙы һәм йорт хайуандарын сығарығыҙ. Терегөмөш парҙары күрше бүлмәләргә таралмаһын өсөн ишекте ябығыҙ.
Әгәр тышта һалҡын булһа, тәҙрә асығыҙ. Тик үтәнән-үтә ел өрөп тороуға (сквозняк) юл ҡуймағыҙ, сөнки терегөмөш бөтә бүлмә буйлап тараласаҡ.
Аяҡтарға аяҡ кейеме, йә полиэтилен пакеттар кейегеҙ, ә ҡулдарға – резина бирсәткә. Тын алыу юлдарын һаҡлауҙы ла онотмағыҙ. Марганцовка шыйыҡсаһында сылатылған бер тапҡыр ҡулланыла торған маска кейегеҙ.
Быяла банкаға һыу һалып, градусник ярсыҡтарын шунда ташлағыҙ. Ике ҡағыҙ бите һәм марганцовка шыйыҡсаһында еүешләнгән мамыҡ алығыҙ. Терегөмөш тамсыларын бүлмәнең мөйөштәренән үҙәккә табан йыйығыҙ. Мамыҡ менән уларҙы ҡағыҙға этәреп, банкаға һыпырып төшөрөгөҙ. Мамыҡ урынына скотч та ҡулланырға була: терегөмөшлө урынға йәбештереп алығыҙ.
Терегөмөштөң бер бөртөгөн дә ҡалдырмайым тиһәгеҙ, шприц ҡулланығыҙ. Йыйып бөткәс, банканы ябып, һалҡын урынға ҡуйығыҙ.
Терегөмөштөң бер эҙе лә ҡалмаһын өсөн түгелгән урынды марганцовка шыйыҡсаһы менән яҡшылап йыуырға кәрәк. 10 литр һыуға 20 грамм калий перманганатын ҡушығыҙ. Бер сәғәттән һуң ошо ерҙе һабынлы-сода шыйыҡсаһы менән һөртөп алығыҙ. Быны һеҙгә көнөнә ике-өс тапҡыр бер аҙна буйына эшләргә кәрәк булыр.
Терегөмөш менән булышҡас:
Марганцовка һәм һабынлы-сода шыйыҡсаһы менән бирсәткә, аяҡ кейемдәрен йыуығыҙ.
Ауыҙығыҙҙы көсһөҙ генә марганцовка шыйыҡсаһы менән сайҡатығыҙ.
Тештәрҙе яҡшылап таҙартығыҙ.
Активлаштырылған күмер ашағыҙ.
Күп итеп шыйыҡса эсегеҙ.
Нимә ярамай?
Терегөмөштө һепертке менән һеперергә.
Туҙан һурҙырғыс менән һурҙырырға ярамай.
Градусникты ҡый торбаһына ташламағыҙ, сөнки терегөмөш бөтә йорттағы һауаны бысратасаҡ.
Терегөмөштө унитазға ла ағыҙмайҙар. Улай итһәң, канализация торбаларында һаҡланып ҡаласаҡ.
Әгәр кейемгә төрөгөмөш эләкһә, мотлаҡ ташлағыҙ.
Иҙән йыуған сепрәктәрҙе пакетҡа һалып, ныҡ итеп бәйләп ҡуйығыҙ. Сүплеккә сығарып ташламағыҙ.
Ватыҡ градусникты ҡайҙа илтергә?
Ватыҡ градусникты ла, терегөмөштө йыйған мамыҡ, ҡағыҙ, скотчтарҙы ла сүп һауытына ташларға ярамай. Терегөмөштө утилләштерә торған предприятиеға тапшырырға кәрәк.
112 номерына, йәки Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына шылтыратып, градусник ватылыуы хаҡында хәбәр итегеҙ. Адресығыҙҙы яҙып алып, нимә эшләргә кәрәклеген әйтерҙәр, йәки фатирығыҙға килерҙәр. Әгәр башҡа эштәр менән мәшғүллеккә һылтанып, баш тартһалар, демеркуризациялауҙың түләүле хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Читайте нас: