+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Мейе һелкенеүҙе нисек дауалайҙар?

Баш һөйәге, мейе йәрәхәтләнеүе - үҫмерҙәр зәғифлегенең һәм үлем осрағының иң беренсе сәбәпсеһе

Уйламағанда тайып йығылыу, баш менән ҡаты нәмәгә бәрелеүҙең мейе һелкенеүенә, баш һөйәге, йәки мейенең йәрәхәтләнеүенә килтереүе мөмкин. Йомшаҡ туҡыманың (тамырҙар, нервы, мейе ҡабығы), баш һөйәгенең имгәнеүе мейе һелкенеү тип атала.
Аҙ ғына ваҡытҡа аңды юғалтыу һәм күңел болғаныуы – мейе һелкенеүенең билдәләре булып тора. Әгәр янығыҙҙа берәйһе ҡолаһа, мотлаҡ хәлен һорашығыҙ. Ҡолаған кешегә кинәт кенә торорға ярамай. Бер нисә минут буйы баш әйләнеүе үтмәһә, кисекмәҫтән “Тиҙ ярҙам” машинаһын саҡыртырға кәрәк. Мейе һелкенеүе билдәләренең бер нисә сәғәт үткәс кенә беленеүе мөмкин: ныҡ итеп баш ауырта башлай, күңел болғанып, уҡшыта, тура ғына баҫып атлап булмай, ҡолаҡ шаулай. Ошондай тышҡы билдәләр булғанда мотлаҡ дауаханаға мөрәжәғәт итегеҙ.
Мейе һелкенеүенең күреү һәләтен юғалтыуға, баш ауырыуына (мигрень), хатта эпилепсия өйәнәктәренә килтереүе ихтимал. Шуға күрә баш йәрәхәтләнгәндә кисекмәҫтән медицина ярҙамы алыу мотлаҡ!
Беренсе ярҙам күрһәтеү:
– Иң беренсенән, кешенең кейеменең тәнде ҡыҫып торған ерҙәрен бушатырға;
– Тартышып, өйәнәк тотҡанда, имгәнеүҙе булдырмаҫ өсөн, зыян күреүсенең башы аҫтына йомшаҡ әйбер һалырға;
– Иҫһеҙ булғанда, уға нишатыр спирты еҫкәртергә, ҡолағының йомшаҡ урынын ыуырға;
– Зыян күреүсе ҡоҫа башлаһа, уның башын бер яҡҡа ҡырынайтып һалырға;
– Яранан ҡан аҡҡанда, ҡыҫып бәйләп ҡуйырға;
– Кисекмәҫтән “тиҙ ярҙам” машинаһы саҡыртырға.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, мейе һелкенеүен өй шарттарында дауаларға ярамай! Тик медицина учреждениеһында ғына магнит-резонанс диагностикаһы, компьютер томографияһы, баш һөйәге сатнаған тигән шик булғанда рентгенография үткәрелеп, баш мейеһенең ниндәй кимәлдә зарарланған-лығын табип-белгестәр генә билдәләй ала.
Дауаханалар булмағанлыҡтан, борон-борондан башҡорттар һелкенгән мейене урынына ултыртыу өсөн имсегә мөрәжәғәт итер булған. Ундай имселәр бөгөн дә бар. Өй шарттарында “мейе ҡағыу” нисегерәк була икән? Ҡыҙыҡһынып, Нуриман районынан уҡыусыбыҙ Ләйлә Зөбәйероваға мөрәжәғәт иттек. Ул өләсәһенән күргәндәре менән уртаҡлашты.
– Нуриман яғында мейе һелкенеүен – “башым ауған, мейем ауған”, ә мейе ултыртыуҙы “башымды (мейемде) ҡаҡтырҙым”, тиҙәр, – ти ул. – Башы ауған кешене ултырғысҡа башын тура тотоп ултырталар. Мейеһе һелкенмәгәнме икәнен белер өсөн йүкә ебе менән башты уратып бәйләйҙәр. Бәйләнгән ерҙе маңлай уртаһында ҡалдыралар. Күмер, йә ҡара ҡәләм менән ике ҡолаҡ өҫтөндә, елкә соҡоро тәңгәлендә, ике ҡаш уртаһында (ҡаш уртаһында төйөн тора, төртмәһәң дә була) – дүрт урында билдә ҡуйып сығалар. Шунан епте ипләп кенә һалдырып, тамғалары буйынса тотоп ҡарайҙар. Ике ҡолаҡ өҫтөндәге, маңлай уртаһындағы төйөн менән елкә соҡорондағы тамғаларҙан тотоп, ептең ҡайһы яҡҡа оҙонораҡ икән-леген ҡарайбыҙ. Ептең оҙонлоғо төрлөсә булғанда ҡайһы яҡҡа баш ауға-ны күренә. Йүкә төйөнө яғында оҙонораҡ булһа – алға ауған, елкә яғында оҙонораҡ булһа – артҡа ауған. Шунан, уң-һул ептәрҙең оҙонлоғон сағыштыралар. Ептәр тигеҙ булһа, тимәк, аумаған.
Шунан башты киндер таҫтамал менән уратып, ауған яғына ҡапма-ҡаршы яҡҡа ике осон килтереп (баш ҡоршауҙа һымаҡ ҡала), шыуып-әйләнеп тормаһын өсөн ныҡ ҡына итеп боралар.
Артабан таҫтамалды баш янына бер иле (дүрт бармаҡ киңлеге) ара ҡалдырып тотоп (һул ҡул менән), таҫтамалдың баш менән ҡул араһына еңелсә генә һуғалар.
Мейене ултыртҡас, ауырыу бер-ике сәғәт ятып тора. Һуғыу көсөн дөрөҫ тоҫмалларға кәрәк, нығыраҡ һуҡһаң, мейенең икенсе яҡҡа ауыуы ла бар.
Төрлө яҡтың үҙенсә ултыртыусылары барҙыр. Был минең өләсәйем өйрәтеүе буйынса баш ҡаҡтырыу булды, – ти беҙҙең уҡыусыбыҙ.
Баш һөйәге, мейе йәрәхәтләнеүе үҫмерҙәр зәғифлегенең һәм үлем осрағының иң беренсе сәбәпсеһе булып тора. Ҡәҙерле балалар! Хәүеф-һеҙлек ҡағиҙәләрен иҫегеҙҙә тотоп, һаҡланып йөрөргә кәңәш итәбеҙ. Хоҙай, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән бит.

Читайте нас: