– Ниңә икмәккә бөтөн өҫтәл аша үреләһең, улым? – ти әсәһе. – Телең бар ҙаһа.
– Телем бар ҙа ул, – ти малай, – тик ҡулым оҙонораҡ бит.
– Тағы нимә эшләп бысрандың? – тип әсәһе улын әрләй.
– Кисә Ирек, мин ҡолағас, бик ныҡ көлгәйне. Ә бөгөн үҙе ҡоланы һәм мин унан тәгәрәй-тәгәрәй көлдөм, – ти малай.
– Улым, шуны иҫеңдә тот: тәүҙә – ҡулды, шунан һуң ғына битте йыуырға кәрәк, – ти әсәһе.
– Мин гел шулай эшләйем дә ул. Кисә ҡулдарымды йыуҙым, бөгөн битемде йыуам.
Психиатрия дауаханаһына сымдар тешләгән ниндәйҙер ир дүртаяҡлап килеп инә.
– Беҙгә кем килеп инде? Бесәй балаһымы? – тип, балаларға өндәшкәндәй ҡылана табип.
Ир кеше мөйөшкә бара. Табип артынан эйәрә:
Ир кеше икенсе мөйөшкә бара. Табип:
– Һин миңә тыныс ҡына интернет үткәрергә бирәһеңме бөгөн, юҡмы?
– Әбекәй, ваҡ бәлештәрегеҙ яңы бешкәнме?
– Эйе, балам, күптәнән яңы инде улар!
– Ул бит аҡтарға ҡаршы һуғышҡан!
– Балалар, әйтегеҙ әле миңә, кем ниндәй һөнәр эйәһе булырға теләй?
Барыһы ла артист, космонавт, табип булырға теләй. Бер Ғәли генә:
– Сөнки – Ҡыш бабай булыу – шәп һөнәр! Бер аҙна байрам итеп кенә йөрөйһөң дә, йыл буйы ял итәһең!