Ерҙәге халыҡтың тормошон комфортлы һәм хәүефһеҙ итеү маҡсаты менән талантлы инженерҙар йылдан йыл амбициоз проекттар булдыра. Электростанция, күпер, тоннель һәм хатта яһалма утрауҙар төҙөү өсөн миллиард долларҙар түгәләр.
Шулай итеп, макродонъяға сәйәхәтебеҙҙе дауам итеп, проекттарҙың иң-иң ҙурҙары менән артабан танышабыҙ:
“Джумейра пальмаһы” яһалма утрауы
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре пальмаға оҡшатып яһалған утрау 2001 йылдан алып 2006 йылғаса төҙөлә. Яһалма “пальманың” размеры - 5х5 километр, дөйөм майҙаны 800 футбол яланына торошло. Кеше ҡулдары тыуҙырған был грандиоз хеҙмәтте хатта Ерҙең орбитаһынан ябай күҙҙәр менән күрергә була. Бөгөн яһалма утрауҙа шәхси өйҙәр, вилла, отель һәм аквапарктар бар.
Халыҡ-ара йыһан станцияһы (МКС)
МКС-ты төҙөүҙә донъяның 15 иле ҡатнаша. Бөгөн ул заман тарихында кешелек тарафынан булдырылған иң ҡыйбат төҙөлөш һанала. 157 миллиард доллар сарыф ителә.
Мәскәүҙәге 506 метр бейеклегендәге был гигант Рәсәйҙә генә түгел, ә Европала иң бейек төҙөлөш һанала.
Ә Дубайҙағы Бурдж-Хәлифә (Хәлифә башняһы) - донъялағы иң бейек антропогенн төҙөлөш һәм күп ҡатлы йорт. Бейеклеге – 829 метр.
Сәғүд Ғәрәбстанының Мәккә ҡалаһында төҙөлгән Абрадж әл-Бәйт башняһы («Makkah Clock Royal Tower») ауырлығы буйынса донъялағы иң ҙур төҙөлөш һанала.