Бөтә яңылыҡтар

Фәнни иҫбатланған: Бесәйҙәр кеше телен аңлай

“Бес-бес-бес” – был тауышҡа ниңәлер бөтәбесәйҙәр ҙә тауыш бирә. Ә үҙ исемдәренә иғтибар итәләр микән һуң?

Берәүҙәр: “Мурка, мурка, мурка” - тип саҡырыуға килә тигән булалар. Кем тип кенә өндәшмә бесәйгә бары бер, ти икенселәр.
Эштең айышына төшөнөү маҡсатында Японияның RIKEN мейене өйрәнеү үҙәге ғалимдары тикшеренеүҙәр үткәргән. Улар эксперименттар үткәреп һөҙөмтәлә 78 бесәй менән “һөйләшә”. Хужалары менән йәшәгән һәм питомник, кафе, урамда көн иткән бесәйҙәр менән. Быларға ла һәм тегеләренә лә бер үк һүҙҙәр – бесәй исемдәрен ишеттерәләр. Хужалары менән йәшәгәндәре үҙҙәренең исемдәрен ишетеү менән ҡолаҡтарын тырпайта йәки баштарын бора. Берәҙек, cat café бесәйҙәре иғтибар итеп бармай.
Ғалимдарҙың һөҙөмтәһе: бесәйҙәр уларға төбәп өндәшкәнде аңлай, тауыштар араһынан үҙҙәренең ҡушаматын айыра. Саҡырыусыға хөрмәт йөҙөнән килмәй, йәнәһе лә: “саҡырҙығыҙмы, хужам?”, ә тәмлекәс алыу өмөтө йәки иркәләнергә тип йүгерә.
Ғалимдар бесәйҙәрҙең иң яратҡан шөғөлөн дә асыҡлаған. Тәү сирата бесәйҙәр яратылырға, иркәләргә үҙ итә икән. Аҙыҡ – икенсе урында.

Бесәйҙәр һөйләшә лә белә

Бесәйҙәр ҡойроҡ, арҡа, ҡолаҡ һәм баштары менән ишара яһап “һөйләшә”. Омск ҡалаһының Дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы үҙенең “Бесәйҙәрҙең коммуникатив сигналдары” тигән фәнни хеҙмәтендә был ишараларҙы кеше теленә “тәржемә” иткән.
Туҡтай һәм бер урында ҡатып ҡала:
Хайуан тыныс булыуын белдерә. Әгәр ҙә инде шул уҡ ваҡытта артҡы бер аяғын күтәреберәк биреп артҡа һуҙа икән – тимәк нимәлер һорай. Ғәзәттә, аҙыҡ йә иркәләтеүҙе.
Танауын ялай:
Уға нимәлер оҡшамай, тыныс түгел.
Ҡойроғо вертикаль күтәрелгән һәм осо ырғаҡ кеүек бөгөлгән:
Бесәй һеҙҙе сәләмләй.
Ҡолаҡтары ике яҡҡа ятҡан, ҡарашы ситкә йүнәлтелгән:
Һағалана, әммә уйҙары яҡты.
Ҡойроғон арҡаһы тәңгәленә төшөргән, күҙҙәре ҡыҫылған:
Аптырашта ҡалған. Әгәр ҡойроғо менән һуға икән - нимә менәндер риза түгел. Ҡойроғон арҡаһына һалһа – ныҡ ҡәнәғәт.
Арҡаһы дуғалай бөгөлгән, йөндәре тырпайған:
Бесәй ҙур булып күренергә теләй. Шулай ул этте ҡурҡыта. Кешегә лә янауы бар. Ә инде башын өҫкә күтәрә икән тимәк дошманынан ҡурҡмай, һөжүм итеүе ихтимал.
Арҡаһында тәгәрәй:
Урын миңә бик оҡшай һәм оҙаҡҡа бында ҡалырға теләйем тигәнде аңлата.

И. ЗАРИФ.