Беҙ көн һайын күргән, ҡулланған 1-ҙән алып 10-ғаса һандарҙың символдарын кем уйлап тапҡан тиһегеҙ? Баҡтиһәң, ғәрәп цифрҙарының авторы - Фарсы математигы Мөхәммәт ибн Муса әл-Хәрәзми икән.
Һәр һанда нисә мөйөш бар, шуға ҡарап һынландырылған. Мәҫәлән, 1 һанында - бер генә мөйөш, 4- дүрт мөйөш бар. 0-дең бер мөйөшө лә юҡ, шуға күрә ул - ноль. Фарсы математигының табышы һыҙыҡлы һәм квадратлы тигеҙләмәләрҙе сисеүҙә ярҙам иткән, шулай итеп алгебра һәм алгоритмға нигеҙ һалған.
Ҡыҫҡаһы, әл Хәрәзми һандарҙы уйлап тапмаһа, беҙҙең компьютерҙар ҙа, сайттар ҙа булмаҫ ине.