Бынан тәүәл 30 йыл элек 1990 йыл 15 март көнө СССР иленең беренсе президентын һайланылар. Ул Михаил Сергеевич Горбачев булды. Ләкин 1991 йыл СССР юҡҡа сыҡты һәм Горбачев тарихта был бөйөк илдең һуңғы президенты ла булды.
15 март 2005 йыл Иерүсәлим ҡалаһында яңыртылған Холокост ҡорбандыры тарихи музейын астылар.
Бөгөнгө көн Фальяс (Las Fallas) байрамы. Был Валенсия (Испания) ерендә ҡыш тамам тигәнде аңлата. Күп урындарға һындар эшләп аҙаҡ яндыралар. Рәсәйҙәге масленица кеүек инде. Ләкин пандемия иғлан ителгәнгә күрә быйыл байрам булмаясаҡ. Ә һындар эшләнгән...
Шулай уҡ 15 март гренланд тюлене балаларын яҡлау көнө бөгөн. Бельки тип атайҙар. Донъяла уларҙың аҡ матур туңдары өсөн бер ҡаршылыҡ күрһәтмәгән бәләкәстәрҙе ҡаралар ине. Гренланд тюлене диңгеҙ һыйырҙары кеүек юҡҡа сыҡты тигәндә хайуандар яҡлаусы ойошмалар ҡаршы сыға һәм белькиларҙы һаҡлап ҡала.
Бөгөн Хундар илендә (Венгрия) революция көнөн билдәләйҙәр. Габсбургтар династияһына (Австрия империяһы) ҡаршы сығып 1848 йыл 15 март көнө ҡанһыҙ революция ойошторалар. Пешт ҡалаһында (хәҙерге Будапешт ҡалаһының бер өлөшө булып ҡалған) үҙҙәренең парламенты, хөкүмәте һәм матбуғаты булдырыла. Ләкин күп тә үтмәй Австрия батшаһы Франц Иосиф II Рәсәй империяһы батшаһына мөрәжәғәт итә, хәрби ярҙам һорай һәм бергәләп Венгрияның ғәскәрен тар-мар итәләр, 13 хәрби генералың, 5 сәйәсмәндәрен яҙалап үлтерәләр. Шуға ҡарамаҫтан Венгрияла был көндә киң билдәләйҙәр.