+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Кәкүк сәйе

Кәкүк сәйе - борондан килгән матур йола. Ул ғәҙәттә май айында үткәрелә.

Кәкүк сәйе - борондан килгән матур йола. Ул ғәҙәттә май айында үткәрелә.
Кәкүк – башҡорт мифологияһында изге ҡош, шулай уҡ шомло, бәләле булып һаналған, уны ризалаштырыу өсөн махсус йола – Кәкүк сәйе йолаһы үткәрелгән.
Ер ҡарҙан әрселеп, йәшеллеккә күмелә башлағас, тәүге кәкүк тауышы ишетелгәс, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йыйылышып туғайға сыға.
Имәндәш ауылы ағинәйҙәре,мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре башланғыс синыф уҡыусыларын яланға,тирмәләр янына «Кәкүк сәйе»байрамына саҡырҙылар. Тәүҙә балаларға ағинәйҙәр был йоланың нисек,ҡасан барлыҡҡа килеүен һөйләнеләр,уҡыусылар кәкүккә арнап шиғырҙар,инәйҙәр йырҙар йырланы,кәкүктән йәш һоранылар. Ошонда уҡ Гөлирә Мөхмүтова,Рәзилә Зөбәйҙуллина дарыу үләндәре,уларҙың файҙаһы тураһында һөйләп ,викторина үткәрҙеләр. Балаларға тирә-йүнде таҙа тотоу,тәбиғәткә һаксыл ҡараш тураһында ла ҡыҫҡаса әйтеп кителде, күмәкләп теләктәр әйтелде.
Аш-һыу әҙер булғансы, уйындар ойошторолдо. Аштан һуң уйын яңынан башланды. Ағинәйҙәр балаларға бәләкәй генә бүләктәр бирҙеләр. Ҡайтыр саҡта табындан ҡалған ашамлыҡтарҙы, теләнә-теләнә, ағас аҫтына ҡалдырҙылар.
Саҡырмасы, кәкүк, эй ҡаршымда,
Саҡырһаңсы ағас башында.
Саҡырмасы, кәкүк, эй ҡаршымда -
Хәсрәт кенә бирмә башыма!
Читайте нас: