ИҒТИБАР! Ҡоштар көнөнә викторина
1 апрелдә Халыҡ-ара ҡоштар көнө билдәләнә. Быйыл да был мөһим көн алдынан "Аманат" журналы һәм Көньяҡ Урал ҡурсаулығы белемегеҙҙе викторинала һынап ҡарарға саҡыра. Ҡышлаусы ҡоштар беҙҙең яҡҡа күпләп ҡайта башлаған кеүек, һеҙҙең дә яуаптарығыҙҙы 10 апрелгә тиклем [email protected] электрон адресына көтөп ҡалабыҙ. Шулай уҡ исем-шәрифегеҙҙе, уҡыған урынығыҙҙы һәм телефон номерығыҙҙы билдәләргә онотмағыҙ. Һорауҙарығыҙ булһа, 89625340608 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Иң беренсе булып, иң күп мәрәй йыйған 5 ҡатнашыусыға ҡурсаулыҡтан һәм яратҡан журналығыҙҙан бүләктәр буласаҡ. Бөтөн ҡатнашыусыларға викторинала ҡатнашыу тураһында сертификат бирәсәкбеҙ. Еңеүселәр хаҡында 15 апрелгә тиклем ҡурсаулыҡтың сәхифәләрендә һәм "Аманат" журналының апрель айы һанында иғлан итербеҙ. Ҡоштарҙың атамаһын мотлаҡ башҡортса яҙығыҙ! Барығыҙға ла уңыштар!
- Хәүеф янаған осраҡта оҙон муйынын йыландарға хас итеп борғолап, ыҫылдау тауышын сығарып, дошманын ҡурҡытҡан "тумыртҡа".
- Ҡошто танығыҙ. (1 фото)
- Аҙыҡ эҙләп ағастың осонан алып, олоно буйлап уралтып төбөнә тиклем эҙләнеп төшкән турғай ҙурлыҡтағы ҡош.
- Ленинград өлкәһендә урынлашҡан Түбәнге Свир (Нижне-Свирский) ҡурсаулығының символы булған ҡош.
- Ҡошто танығыҙ. (2 фото)
- Латин һәм башҡорт телдәрендә турғайҙар ғаиләһенә ҡараған был ҡоштоң исеме сағыу һары ҡауырһынына бәйле. Йәшәү өсөн еүеш, дымлы урындарҙы, һыу буйын һайлай.
- Был ҡоштарҙың тауышы яңғырауыҡлы һәм көйлө, "трой-рооҡ" булып яңғырай.
- Башҡа ҡоштарҙан 10 тапҡырға ҙурыраҡ оло ҡоймос (копчиковая) биҙе арҡаһында был ҡоштоң ҡауырһындары һыу үткәрмәй һәм һыуланмай. Ҡыш көндәрен туңмаған йылғалар эргәһендә үткәрә.
- Ҡауҙы һымаҡтар отрядына ҡараған эре һаҙ ҡошо. Ҡытайҙа был ҡош уңыш билдәһе тип һанала.
- Ҡошто танығыҙ. (3 фото)
- Был ҡоштоң исеме латин теленән "ялҡынлы сәнскәк" тип тәржемә ителә.
- Тауышы "сиррири-сиррири" булып яңғырай. Ҙур бүрке менән башҡа турғайҙарҙан айырылып тора.
- Ҡошто танығыҙ. (4 фото)
- Тәү ҡарашҡа ҙур ала тумыртҡа менән оҡшаш. Әммә был "урман санитары" башҡа төр тумыртҡаларҙан аҡ таплы һырты менән айырыла.
- Турғайҙан бәләкәйерәк был ҡош нәҙек оҙон суҡышы ярҙамында ағас ҡайырыһы араһынан бөжәктәр һәм уларҙың йомортҡаларын эҙләй.
- Тау йылғаларының яр буйҙарында оҙон ҡойроғон бәүелтеп йөрөгән аҡһыл һары тамаҡлы ҡош.
- Маңлайында кескәй генә аҡ табы булған, күҙҙәре тирәләй һары түңәрәкле, көйөлдөләр ғаиләһенә ҡараған ҡош.
- Күгәрсен ҙурлығындағы был һаҡ ҡоштоң атамаһы немец теленән "урман көйөлдөһө" тип тәржемә ителә.
- Ҡошто танығыҙ. (5 фото)
- 40 см тиклем еткән оҙон ҡойроҡло йыртҡыс эңер ҡошо. Инә ҡош ата ҡоштан ауырыраҡ, ә төҫтәре менән айырылмайҙар.
- Һаҡ, һирәк осҡан, ҡуйы үлән араһында көн күргән был ҡоштоң тауышы елһеҙ көндә 1,5 км тиклем "тарт-таррт" булып яңғырай.
- Ҡошто танығыҙ. (6 фото)
- Ҡыр өйрәгенә бик оҡшаш, башҡортса исеме башҡа өйрәктәрҙән айырмалы маңлайындағы һәм түбәһендәге һарғылт аҡ һыҙығы өсөн бирелгәндер.
- Оҙон аяҡлы, оҙон муйынлы, бик һирәк осраған был ныҡ һаҡ ҡоштоң ҡорһағы аҡ, суҡышы һәм аяҡтары ҡыҙыл төҫкә буялған.
- Беҙҙең яҡтарға иң һуңғыһы булып, 20-40 см үлән ҡатламы ҡалҡыуға ҡайтыусы ҡоштоң йыры сиңерткә тауышына оҡшаш.
Азамат Байрамғәлин