-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға юлға сыға “Аманат”

Сәләм, дуҫтар! “Аманат”тың апрель һанын беҙ район, ҡалаларға оҙаттыҡ. Тиҙҙән журнал һеҙгә барып етәсәк! Был һанда беҙ ниндәй ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән шатландырмаҡсыбыҙмы? Әйҙәгеҙ һуң, өр-яңы һанға күҙ һалып үтәйек.

Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға юлға сыға “Аманат”
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға юлға сыға “Аманат”

“Мин донъяны һүрәтләйем” конкурсына күп эштәр алдыҡ. Был һанда шуларҙың иң яҡшыһы тип табылғандары баҫылып сыҡты. Ә “Ижад ҡомары”нда  Әҙилә Мырҙағәлинә менән Йәмил Сәйҙәлиевтың әкиәттәре донъя күрҙе.

“Аманат”тың баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин Бөрйән районы мәктәптәрендә булып, уҡыусылар менән аралашып, яҡшы тәьҫораттар алып ҡайты. Был хаҡта “Аманат” журналы килгәс тә 4-се һәм 5-се биттәрҙә уҡырһығыҙ.

 Башҡорт халҡы составында ҡырҡтан ашыу ырыу билдәле. Борон башҡорттар ят кеше менән танышҡанда тәүҙә: “Һин ҡайһы ырыуҙан? – тип һораған. “Башҡорт тарихы” рубрикаһында был юлы Тамъян ырыуы менән таныштырабыҙ. Башҡортостанды хәҙерге тамъяндар Белорет, Бөрйән, Мәләүез, Туймазы, Шаран, Әбйәлил райондарына ҡарай. Белеп ҡуйығыҙ: һеҙ – Тамъян ырыуынан!

Алһыу Хәлитованың “Миләш” тип аталған хикәйәһе донъя күрҙе. Ҡунаҡ ҡыҙы Лилиә ни өсөн Маратты “шайтан малай” тип атаны икән? Беләм, журнал ҡулығыҙҙа булһа һә тигәнсе уҡый һалыр инегеҙ эйе ме?  

Постерҙа сыҡҡан Шәһит “Хоттабыч”ты белмәгән кеше юҡтыр. Уға яңыраҡ ҡына Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелде.

1 апрель – Халыҡ-ара ҡоштар көнө. Азамат Байрамғәлин үткәргән викторинала үҙ белемеңде һынап ҡарарға саҡырабыҙ. Иң беренселәрҙән булып иң күп бал йыйған ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр һәм Рәхмәт кәлимәләре тапшырыласаҡ.

“Мажаралы бала саҡ” конкурсына Марсель Сәлимов “Там, Там... Яратам!” тигән ҡыҙыҡлы хәтирәләрен яҙып ебәрә.

Журналға күҙәтеүҙең иң аҙағына иң ҡыҙыу конкурстарыбыҙҙың береһе – “Ай, һылыу!”ҙы ҡалдырҙыҡ. Кем еңеүсе булған икән? Сер һандығын бер аҙ аса биреп ҡуябыҙ – был матурҡай Ғафури районы ҡыҙы ул!

 

Йә, артығын “һайрамаҫ” элек, күҙәтеүҙе ошо урында туҡтатып торайыҡ. Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” конкурстары ла дауам итә.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: