Ағым йылғаның боҙҙан һалҡын, көмөштән саф һыуында ҡойоноп, уларҙың тәндәре уҡ үтмәҫ, ҡылыс ҡырҡмаҫ булып сыныҡҡан. Улар бәһлеүән булып үҫкәндәр. Уларҙың иң яратҡан эштәре һунарға йөрөү, айыу, бүре аулау булған. Ьунарсы
Ҡарт үҙе лә улдары менән бергә һунарға йөрөгән. Улар бөтәһе лә, иң яҡшы арғымаҡтарға атланып, Һәр көн иртәнсәк һунарға китә, кисен ҙур табыш менән өйгә ҡайта торған булғандар.
Шулай итеп, улар бик бәхетле итеп оҙаҡ ғүмер һөргәндәр. Уларҙың тормошонда тик бер генә күңелһеҙлек булған. Ул да булһа — өй эсендә бер генә ҡыҙ баланың да булмауы икән. Ата-әсә, бигерәк тә малайҙарҙың барыһы ла, ҡыҙ туғандары булыуын теләгәндәр. Бына бер ваҡыт әсәнең һигеҙенсе бала табыр көнө еткән. Малайҙар был көндө һунарға үҙҙәре генә китергә әҙерләнгәндәр; аталары өйҙә ҡалған. Аттарына атланғас, уландар аталарына былай тигәндәр:
— Атай, әгәр әсәйем ҡыҙ бала тапһа, беҙ ҡайта торған ете юл сатына орсоҡ ҡаҙа, әгәр ир бала тапһа, уҡ ҡаҙа. Юл сатында уҡ торһа, беҙ өйгә ҡайтмабыҙ, орсоҡ торһа, ҡайтырбыҙ.— тигәндәр.
— Ярай, улдарым,— тигән һунарсы,— һеҙ тигәнсә эшләрмен. Улдары киткән. Оҙон көн үткән, кис еткән, таң
алдында әсә бер бик матур ҡыҙ бала тыуҙырған, һунарсы, шатлығы эсенә һыймай, ете юл сатына сапҡан. Унда орсоҡ ҡаҙаған да, атын йән-фарман саптырып, ҡатыны менән ҡыҙы янына ҡайтып киткән.
Һунарсының бик күп йылдарҙан бирле дуҫ булып
ғүмер иткән күршеһе булған. Ләкин был күршенең
ҡатыны Йәнбикә һунарсының ғаиләһен һис тә күрә
алмаған, һунарсының ҡатыны үҙенән матур, эшлекле булғаны өсөн дә, улдары күп булғаны өсөн дә,
һунарҙан уңыш менән ҡайтҡандары өсөн дә көнләшкән ул. Тик быны бер кем дә һиҙмәгән. Хатта, үҙенең
ире лә белмәгән. Ә был ҡатын, нисек кенә булһа ла
бер мөмкинлек табып, был бәхетле ғаиләнең бәхетен
емереү тураһында хыялланып йөрөгән. Бына ошо
ҡатын һунарсының улдары һунарға китер алдынан
әйткән һүҙҙәрен тыңлап торған да үҙенең яуыз уйын
бөгөн тормошҡа ашыра аласағын уйлап ҡыуанған.
Бына һунарсының ҡатыны ҡыҙ тапҡас, өй эсен
сикһеҙ ҡыуаныс солғап алған. Ә теге ҡатын, бер кемгә һиҙҙермәйенсә, һунарсы артынан ете юл сатына
йүгергән һәм һунарсы ҡаҙаған орсоҡто алып ырғытҡан да уның урынына уҡ ҡаҙап киткән. Икенсе көндөң кисе еткән. Егеттәр, эйәрҙәренә айыу, бүре, төлкө
тиреләре аҫып, һунарҙан ҡайтып килгәндәр. Ләкин,
ете юл сатында уҡ ҡаҙап ҡуйылғанлыҡты күреү
менән, кире боролғандар. Һәм шул китеүҙән бер
ҡасан да кире ҡайтмағандар.
Кунарсыньщ ҡыҙы бик матур, бик ҙур булып, тиҙ
үк үҫеп еткән. Ул да, ағалары кеүек, ҡарағайлы
урмандың саф һауаһын туйғансы һулаған, емешеләктәрен ашаған, көмөш һыулы йылғаһында ҡойоноп, ҡорос кеүек булып, сынығып үҫкән. Уның
исеме һыуһылыу булған. Атаһы менән әсәһе һы уһы
лыуға ағалары тураһында һөйләмәҫкә, уға был ҙур
ҡайғыны белдермәҫкә булғандар.
һыуһылыу Йәнбикәнең ҡыҙы Олтанбикә менән
уйнарға яратҡан. Ә Йәнбикә, үҙенең тәртешкә аяҡ
лы, иләк битле ҡыҙы Олтан бикәнең, һыуһылыу
менән сағыштырғанда, ләлә сәскәһе янында һырышып үҫкән тегәнәк кеүек булғаны өсөн, тағы ла көнләшкән. Күршеләрен улдарынан яҙҙырған кеүек,
яңғыҙ ҡыҙҙарынан да яҙҙырыу өсөн, төрлө хәйләләр әҙерләгән. Бер ваҡыт ул, ағын йылғаның ҡояш
ҡа ҡыҙған, йомшаҡ ваҡ ҡомо өҫтөндә уйнап ултырған ҡыҙҙар янына барып ултырған да, төҫөнә ҡаты
ҡайғы сығарып, былай тип һөйләгән:
— Ай-һай, ғүмер тигәнең үтеп кенә тора шул.
Бер саҡ был ҡомда, һыуһылыу, һинең ете ағайың,
бесәй балалары шикелле аунап, ҡояш ҡа ҡыҙынып
яталар ине. Ә хәҙер һеҙ...
— Ни тиһең, еңгә, ағайҙарың, тиһеңме? — тип
һораған һыуһылыу, ғәжәпләнеп.
— Эйе,— тигән Йәнбикә, йөҙөнә тагы ла ҡатыраҡ ҡайғы сығарып.— Ҡайҙалыр киттеләр ҙә юҡ
булдылар шул, һыуға ырғытҡан таш кеүек булдылар...
— Ҡ айҙа киттеләр һуң улар, еңгә?
— Әсәйеңдән һора. Ул әйтер. Тик, мин әйтте,
тимә, үҙем белдем, тиген, йәме!..
Ошо һөйләшеүҙән һуң, һыуһылыу был турала
һораша-һораша ата-әсәһен йөҙәтеп бөткән. Ләкин
атаһы ла, әсәһе лә:
— Кинең бер ағайың да булғаны ю ҡ,— тиеүҙән башҡа бер ни ҙә әйтмәгәндәр. Улар, ағалары юғалыуын әйтеп, ҡыҙҙарын ҡайғыға төшөрөргә теләмәгәндәр.
Бер нисә көндәр үткәс, Йәнбикә һыуһылыу менән Олтанбикә уйнаған ергә тағы килгән. Тағы һы уһы
лыуҙың ағайҙары тураһында һүҙ ҡуҙғатҡан.
— Йә, һыуһылыу, әсәйең ни тине?
— Һинең ағайҙарың булғаны юҡ, тине...
— Бушты һөйләгән.
— Юҡ, минең әсәйем бер ҡасан да бушты һөйләмәй ул.
— Мин һиңә бер хәйлә өйрәтәйем. Ул саҡта әсәйең әйтмәй булдыра алмаҫ. Һин әсәйеңдән ҡурмас ҡурҙырт, унан һуң, иркәләнгән булып: «Әсәй, ҡурмасты табанан эҫе көйөнсә ҡулың менән алып бир»,— тиген. Башҡаса алма! Әсәйең ҡурмасты усына алыу менән, ике ҡулын ҡыҫып тот та ҡуй. Ебәрмә. Ныҡ итеп тот! Унан һора: «Әсәй, әйт, ағайымдар
бар инеме минең?» — тиген. Ул, ҡулы яныуға түҙмәйенсә, әйтер.
— Һеҙ бик уҫал кешеһегеҙ икән дә баһа! Туған әсәйеңде шулай ғазапларға ярай тиме ни? Яҡшылыҡ менән һораһам, әсәйем миңә былай ҙа әйтер,—
тигән дә һыуһылыу, яуыз ҡатынға асыуланып, ҡайтып киткән.
Өйгә ҡайтҡас, әсәһенә йылға буйында булған хәлде һөйләп биргән, ләкин яуыз ҡатындың исемен әйтмәгән. Хәҙер инде әсәһе әйтмәй булдыра алмаған.
— Бар ине, ҡыҙым, ағайҙарың бар ине, балам,—
тигән әсәһе.
— Ҡ айҙа һуң улар? — тип һораған һыуһылыу.
Әсәһе, илай-илай, һыуһылыуға был ваҡиғаны
һөйләп биргән.
— Ете ағайың бар ине шул, ҡыҙым,— тип һүҙен
башлап киткән ул,— етеһе лә арыҫлан кеүек көслө
батыр егеттәр ине. Улар өсөн был урман әсе тар булды, күрәһең. Беҙҙе ташлап киттеләр. Улар ҡыҙ туғандары булыуын теләнеләр. Һигеҙенсе бала ҡыҙ
булмаһа, өйгә ҡайтмайбыҙ, һеҙҙе тәрбиәләү барыбер
кесе ул өҫтөнә төшә бит, тинеләр. Ш улай тинеләр ҙә
һунарға киттеләр. Шунан һуң һин тыуҙың. Беҙ:
«Улдарыбыҙҙан яҙманыҡ»,— тип сикһеҙ ҡыуандыҡ.
Тик ҡыуанысыбыҙ, балаҡайым, бушҡа ғына булды.
Ниндәйҙер бер яуыз йән, ете юл сатына атайың ҡ аҙаған орсоҡто алып, уның урынына уҡ ҡаҙап киткән. һунарҙан ҡайтып килгән ағайҙарың был уҡты
күргәндәр ҙә аттарын кирегә борғандар. Шул китеүҙән инде бер ҡасан да әйләнеп ҡайтманылар.
Хәҙер инде улар бик алыҫта, ат елеп, ҡош осоп етмәҫ ерҙә, ете диңгеҙ артында торалар, ти... Бына
шулай, ҡыҙым...
— Мин уларҙы эҙләп табырмын да алып ҡайтырмын! — тигән һыуһылыу, ышаныслы итеп.
Шул көндән алып һыуһылыу: «Мин ағайымдар
янына барам, миңә ел-ел арба яһап бир»,— тип атаһының быуынына төшкән.
Атаһы менән әсәһе башта бик ныҡ ҡаршы торғандар. Юл ҡурҡыныстарын һөйләп, ҡыҙҙарын был
уйҙан ҡайтарырға тырышҡандар. Тик һыуһылыуҙы
бер ни ҙә ҡурҡытмаған, бер ни ҙә уның күңелен ҡайтармаған. Ашамай, эсмәй, уйнамай, тик шул аға-
ларын эҙләп табыу тураһында ғына уйлап йөрөй
һәм көндән-көн ябыға башлаған. Ахырҙа һунарсы
ҡыҙына ел-ел арба яһап бирергә булған.
Ел-ел арба бик оҙаҡ яһалған. Арба яһалып бөткәнсе, һыуһылыу үҙенә юл кәрәк-яраҡтары, ағайҙарына бүләктәр әҙерләгән. Әсәһе уға матур-матур
күлдәктәр теккән. Ебәк ептәр менән мөһөрләп сигеп,
шау уҡа итеп, тәңкәле елән, селтәр, ҡаш мау яһаған.
Бына бер ваҡыт ел-ел арба ла эшләнеп бөткән. Атаһы
һыуһылыуҙың бармағына бер алтын балдаҡ кейҙергән дә былай тип әйткән:
— Ел-ел арбаның осоу сере ошо балдаҡта булыр,
уны йәнеңде һаҡлаған кеүек һаҡла.
Әсәһе ел-ел арбаның күсәренә өс тапҡыр төкөргән дә:
— Ҡыҙым, ауыр хәлгә төшһәң, мин һинең яныңда булырмын,— тигән.
һыуһылыу үҙенә иптәшлеккә Олтанбикәне алып,
йәйге төндөң бер аяҙ таңында, ете диңгеҙ яғына ҡ арап, осоп киткән.
Ел-ел арбам, ел, арбам,
Ете диңгеҙ кис, арбам,
Ете ағайға ет, арбам,
Ете ағайға ет, арбам. . . —
тип йырлай-йырлай барған ул бөтә юл буйына. Йырламаһа, ел-ел арба осмаған, йөрөмәгән.
Улар шул осоуҙан бер туҡтауһыҙ, ете көн, ете төн
осҡандар. Болоттар, ел-дауылдар, бурандар араһынан үткәндәр, һигеҙенсе көндө бер диңгеҙ янына барып төшкәндәр. Сәй ҡайнатып эскәндәр, һыу ингән-
дәр. Олтанбикә, һыу инеп бөткәс, тиҙ генә йүгереп
сыҡҡан да һыуһылыуҙың кейемдәрен кейеп алған.
Олтанбикә лә әсәһе кеүек көнсөл булғанлыҡтан,
үҙенең күлдәктәре һыуһылыуҙыҡынан яҡш ыраҡ
әйберҙән тегелгән булһа ла, уға һыуһылыуҙың күлдәктәре матур күренгән, һыуһылыуҙың ағаларында
ла үҙе ҡунаҡ ҡыҙ ғына булыу уға ғәрлек тойолған.
Шуға күрә ул һыуһылыуҙың күлдәктәрен нисек тә
тартып алырға, ағаларына бер туған һеңел булып
барырға булған.
— Әсәй, Олтанбикә күлдәктәремде бирмәй,— тип илаған һыуһылыу.
—- Бир минең ҡыҙымдың күлдәктәрен, юғиһә,
хәҙер үк барып етермен дә сәстәреңде йолҡормон!..—
тип ҡысҡырған күсәрҙәге бер төкөрөк.
Олтанбикә ҡурҡып, һыуһылыуҙың күлдәктәрен
сисеп биргән.
— Юрый ғына, шаяртып ҡына кейһәм, илап та
бара, һәтәү,— тигән ул, хәйләкәр көлөп.
Улар артабан осоп киткәндәр. Бер туҡтауһыҙ
тағы ете көн, ете төн осҡандан һуң, икенсе диңгеҙ
янына килеп еткәндәр. Тулы ҡаҙан ҡайнатып, тағы
сәй эскәндәр. Һыу ингәндәр. Олтанбикә тағы һ ы уһылыуҙың кейемдәрен кейеп алған, һыуһылыу тағы
әсәһенә ҡысҡырған. Инде уға икенсе төкорөк өндәшкән :
— Ҡыҙымдың күлдәктәрен сисеп бир, юғиһә, хәҙер үк барып етеп, сәстәреңде бөртөкләрмен!..
Олтанбикә тағы күлдәктәрен сисеп биргән. Улар
артабан осоп киткәндәр. Тағы ете көн, ете төн осҡан-
| дар. Унан өсөнсө диңгеҙ янына килеп еткәндәр. Тағы
һыу ингәндәр. Олтанбикә һыуһылыуҙың күлдәктәрен тағы кейеп алған. Был тапҡыр ҙа әсәһенең өсөнсө
төкөрөгө ҡыҙын бәләнән ҡотҡарған. Ҡыҙҙар ары
осҡандар. Инде һыуһылыу ел-ел арбаһын һис тә
ергә төшөрмәй оса биргән. Шулай итеп, Һәр бер диңгеҙ араһын етешәр көн, етешәр төн осоп бара торғас,
улар етенсе диңгеҙ янына барып төшкәндәр. Был
диңгеҙ, башҡаларына ҡарағанда ла ҙур булып, күк
шикелле күгәреп ята икән. Ҡыҙҙар ял иткәндәр, сәй
эскәндәр. Унан һуң Олтанбикә йәнә: «Әйҙә, әхирәт,
һыу инәйек»,— тип ялына башлаған, һыуһылыу
башта ҡаршы торған.
— һин минең кейемдәремде кейәһең, кәрәкмәй,
инмәйем,— тигән.
— Йә, юҡты һөйләмә, әхирәт, мин шаяртып ҡына кейҙем бит уларҙы,— тигән Олтанбикә, ю халанып. һыуһылыу ышанған. «Әхирәт булып, алдап
тормаҫ инде»,— тип уйлаған ул. Етмәһә, диңгеҙ ҙә
күм-күк булып, тымып ята. Уның яры буйында меңләгән аҡҡоштар йөҙәләр, баш ‘осонда аҡсарлаҡтар
осалар, һыуһылыуҙың да шул аҡҡоштар кеүек
йөҙөп уйнағыһы килгән, һәм ул, ҡурҡынысты онотоп, һыуға һикергән. Улар, аҡҡоштар менән уҙышып йөҙә-йөҙә, һыу ингәндәр, һыуһылыу бик күп
йөҙөп арығандан һуң, кейенәйем тип, яр ситенә сығып барғанда, Олтанбикә уны туҡтатҡан:
— Туҡта, әхирәт, тағы бер сумышып ҡына ҡ арайыҡ инде, һыу төбөндә кем оҙағыраҡ тора алыр
икән,— тигән.
— Әйҙә, сумышайыҡ, тик мин барыбер һинән
оҙаҡ сумам бит инде,— тигән һыуһылыу һәм, балыҡ
236
шикелле, ҡапыл ғына һыу өҫтөнә ырғып сыҡҡан да
һыу төбөнә сумып киткән, һы у өҫтө, ҙур таш ырғытҡандағы кеүек, ҡаты тулҡынланып киткән дә, һуңынан бик оҙаҡ ваҡытҡа тиклем, бер ни ҙә булмаған кеүек, тынып ҡалған.
һыуһылыу һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡанда, һыу
эсендә Олтанбикә инде булмаған. Ул, һыуһылыу
сумып китеү менән, ярға йүгереп сыҡҡан да уның
бөтә кейемдәрен кейеп алған.
— Әхирәт, һин тағы шаяртырға булдыңмы ни?
Ҡуйсы, бир минең кейемдәремде,— тигән һы уһы
лыу.
— Бирермен бына, көтөп тор!.. Ай-һай, үҙе генә
ҡәҙерле ҡунаҡ булып, ағайҙарының һылыуы булып
барыр ине, буғай. Юҡ, бына күрше ҡыҙы булып
барып ҡара әле, күңелле булырмы икән? — тигән
Олтанбикә. Үҙе һирәк эре тештәрен ыржайтып, рәхәтләнеп көлгән.
һыуһылыу әсәһенә өндәшеп ҡараған. Ләкин инде
төкөрөктәр кипкән. Әсәнән ярҙам килмәгән, һы уһы
лыуҙың ялыныуҙары ла, асыуланыуҙары ла ярҙам
итмәгән. Олтанбикә уның кейемдәрен сисмәгән,
һыуһылыу, илай-илай Олтанбикәнең кейемдәрен
кейеп, ел-ел арбаға менеп ултырған. Тик инде йырламаған. Олтанбикә хәҙер инде үҙе эре генә йырлап ебәргән:
Ел-ел арбам, ел, арбам,
Ете диңгеҙ кис, арбам.
Ете ағайға ет, арбам, — тип йырлаған ул, һыуһылыуға оҡшатырға тырышып. Ләкин, ел-ел арба урынынан ҡуҙғалмаған. Ул
тағы йырлаған, ҡарғанған, һүгенгән, ә арба осмаған.
Шунан һуң ул һыуһылыуҙы, туҡмап, семтеп, сәстәренән тартып, йырларға күндергән, һыуһылыу, күҙ
йәштәрен көскә тыйып, йырлай башлаған.
Ел-ел арбам, ел, арбам,
Ете диңгеҙ кис, арбам,
Ете ағайға ет, арбам,
Ете ағайға ет, арбам...
Арба, урынынан ҡуҙғалып, бик йәһәт осоп киткән. Улар тиҙ арала ағайҙарына барып та еткәндәр.
Ҡыҙҙарҙы ел-ел арбанан күтәреп алғандар. Олтанбикә һыуһылыуға бер генә һүҙ ҙә әйтергә бирмәгән.
— Ағайҙарым,— тигән ул, иркәләнеп, иламһырап,— бынау әшәке күрше ҡыҙын үҙемә иптәшлеккә
алғайным, ә ул мине саҡ-саҡ диңгеҙгә батырып үлтермәне. Күлдәктәремде, селтәр, ҡашмауҙарымды
талап алмаҡсы булды. Шуның өсөн үҙен үлтереп,
һыуға ташлағыҙ, ағайҙарым...
Ағайҙары Олтанбикәнең һүҙенә ышанғандар,
һыуһылыуға бик ныҡ асыуланғандар. Ләкин уны
үлтермәгәндәр. Шундай һылыу һәм ҡарап тороуға
бик аҡыллы һымаҡ ҡыҙҙы үлтерергә ҡулдары бармаған уларҙың. Тик уны ҡәҙерләп өйгә алып инмәгәндәр. Ҡунаҡ итмәгәндәр. Уны йылҡы көтөүсеһе
итеп ҡуйғандар.
Айҙар, йылдар үткән, ә һыуһылыу, һаман ҡайғы
йырҙарын йырлай-йырлай, көтөү көткән.
— Ни эшләп гел генә моңайып йырлап йөрөй
икән был ҡыҙ? Ни йырлай икән ул? — тип ҡыҙыҡ
һынған уның кесе ағаһы. Ул, йәшенеп кенә, Һәр
ваҡыт һыуһылыуҙың артынан күҙәткән, йырын
тыңлаған. Был йырҙар уның күңелендә ниндәйҙер
шик уятҡандар.
— Нисек беҙҙең һеңлебеҙ анауындай тәртешкаяҡлы, иләк битле булыр икән? — тип уйлаған ул.
һәм һыуһылыуҙың йырҙарында күңеленә ниндәйҙер яҡынлыҡ тойған.
Бер ваҡыт шулай һыуһылыу, йылҡыларына
һыу эсерер өсөн, уларҙы һыулауға алып төшкән
саҡта, кесе ағаһы, шундағы бер ҙур ҡая таш ҡа
ышыҡланып, уның йырын тыңлай башлаған, һ ы у
һылыу көтөүен һыулауға ҡуйған да, диңгеҙ ситендәге ҡая таш ҡа ултырып, йырлай-йырлай аяҡ остарына төшөп торған оҙон ҡара сәстәрен тарай башлаған.
Оло ағайҙың аттары.
Оло-оло һыу эсә,
Кесе ағайҙың аттары,
Кесе-кесе һыу эсә.
Тәртешкә аяҡ, иләк бит
һеңлегеҙме, һеҙҙеңсә?
Ел-ел арба яһаттым,
Болоттарға мин аштым,
Ете диңгеҙҙе үтеп,
Ете ағайҙы мин таптым.
Ағайҙарым алданды,
Ятты һеңел иттеләр,
Ү ҙ туғанын, көтөүсе итеп,
Бигерәк ныҡ кәмһеттеләр...
һыуһылыу йырлап бөтөүгә, ҡая таш артынан кесе ағаһы килеп сыҡҡан да уның ҡаршыһына килеп баҫҡан һәм уға, тәү күргән кеше кеүек, ғәжәпләнеп текәлгән. Ошо ваҡытта ул был ҡыҙҙың үҙҙәренең әсәләренә айырып алғыһыҙ оҡшағанлығын күргән.
— Беҙҙең һылыуыбыҙ бит һин!.. Һеңлем бит һин минең!.. — тип ҡысҡырып ебәргән ул.
— Ағайҡайым! — тигән һыуһылыу һәм уның ҡосағына ташланған. Унан һуң ул бөтә булған хәлде һөйләп биргән.
— Ағайҙар, килегеҙ бында, килегеҙ! Мин үҙ һеңлебеҙҙе таныным! — тип ҡысҡырған кесе ағаһы, шатланып. Шунда уҡ бөтә ағалары, еңгәләре йыйылып килеп еткәндәр.
— БьЫа ошо беҙҙең һеңлебеҙ, теге түгел! — тигән ул ағаларына.
Тик өлкән ағалары быға бик тиҙ генә ышанып етмәгәндәр.
— Был һүҙгә ышанырға беҙҙең дәлилебеҙ юҡ,—
тигәндәр улар. Еңгәләре лә шулай тигәндәр.
— Ел-ел арбамды килтерегеҙ, мин һеҙгә дәлил күрһәтәм,— тигән һыуһылыу.
— Хәҙер килтерәм,— тигән кесе ағаһы ҡыуанып һәм, күҙ асып-йомғансы, ел-ел арбаны диңгеҙ ярына килтереп еткергән.
Ул арала еңгәләре Олтанбикәне лә етәкләп алып килгәндәр.
— Әйҙә, Олтанбикә әхирәт, ултыр, осайыҡ!..—
тигән һыуһылыу. Үҙе тиҙ генә ел-ел арбаға менеп ултырған. Олтанбикә ҡарыш ҡан, ултырырға телә-
мәгән. Ағайҙары уны күтәреп ултыртҡандар.
— Әгәр ул һеҙҙең һеңлегеҙ булһа, беҙҙең атайыбыҙ яһаған ел-ел арба уның ҡушҡанынса осор,—
тигән һыуһылыу.
Олтанбикә бөтә көсө менән тырышып йырлаған,
аҡырынған, баҡырынған. Тик ҡулында теге серле
алтын балдаҡ булмағас, ел-ел арба урынынан да
ҡуҙғалмаған. Бынан һуң һыуһылыу үҙе, һандуғас
шикелле сутылдап, йырлап ебәргән.
Ел-ел арбам, ел, арбам!..
Ел-ел арба шунда уҡ ер өҫтөнән еңел генә ҡуҙғалып киткән. Ул, һауаға бик юғары күтәрелеп, болоттар араһында йөрөгән-йөрөгән дә кәйелеп ергә килеп
төшкән.
— Иә, инде ни әйтәһегеҙ? — тигән һыуһылыу
ағайҙарына. Ағайҙары уны ҡосаҡлап күтәреп алғандар ҙа яңылышыуҙары, мәкерле ҡыҙҙан алданыуҙары өсөн ғәфү үтенгәндәр.
— Бына нисек булып сыға бит ул,— тигән һ ы уһылыу.— Мин уны иң яҡын дуҫым, әхирәтем тип
ышанып, ошондай алыҫ, ҡурҡыныслы юлға юлдаш
итеп алып сыҡтым. Ә ул бына ниндәй әшәке, хыянатсы булып сыҡты!..
— Эйе, дуҫлыҡҡа хыянат итеүҙән дә яманыраҡ
енәйәт юҡтыр,— тигәндәр һыуһылыуҙың ағайҙары
һәм Олтанбикәгә сикһеҙ нәфрәт, асыу менән ерәнеп
ҡарағандар. Ә Олтанбикә, сәстәрен йолҡоп, ҡысҡырып илап, ергә йығылған. Кеҫәртке шикелле шыуып
йөрөп, һыуһылыуҙың һәм уның ағайҙарының аяҡ
тарын үбеп, ғәфү үтенә башлаған. Шул ваҡыт бығаса тып-тын ятҡан диңгеҙ сайҡалып киткән, асыулы үкереп, ҡайнап, тулҡынлана башлаған. Тау хәтле эре тулҡындар менән бергә, кеше йотор балыҡтар ҙа, ауыҙҙарын асып, яр ситенә эркелгәндәр, һ ы у
һылыу һәм уның ағайҙары, еңгәләре, бөтәһе лә ҡурҡып, аптырап диңгеҙгә ҡарап ҡатып ҡалғандар.
Ә диңгеҙ һаман ҡотора, ярһыулана барған. Бына
бер ваҡыт ул, урғып, ҡайнап, үкерә-үкерә, яр ситенә
килеп сыҡҡан да ҡапыл былар торған урынды баҫып алған. Диңгеҙ кире ҡайтҡас инде, һыуһылыу
һәм уның ағалары үҙ араларында Олтанбикәне күрмәгәндәр... ҫХыянатсы ҡыҙҙы йотҡас, диңгеҙ ҡайтанан ты- > нысланған, ҡояш яҡтыһы аҫтында, мең төрлө нур ( сәсеп балҡып, көҙгө кеүек булып, тынып ҡалған...
Ә һыуһылыу ағаларын, еңгәләрен, ел-ел арбаһына
ултыртып, аталары янына осороп алып ҡайтып
киткән.