Һеҙҙең иғтибарға Башҡорт халыҡ ижады, 10-сы том, 1-се китап. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр китабынан һынамыштар, ышаныуҙар.
* Ағас һуң япраҡ ярһа, йыл ауыр килер.
* Ағаста бәҫ күп булһа, бал күп була.
* Ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа – һыуыҡҡа.
Томан төшһә — йылыға.
* Ай баҫып тыуһа, көн аяҙ була.
* Ай башында аяҙ булһа, ай буйы аяҙ була.
* Ай кәртәләнһә, айлыҡ аҙығыңды әҙерлә,
Көн кәртәләнһә, кәрәгенде әҙерлә.
* Ай салҡан тыуһа, көн һалҡын.
* Ай салҡан тыуһа, шул айҙа аяҙға.
Йөҙтүбән тыуһа, яуынға булыр.
* Ай салҡан тыуһа, аяҙ булыр, ҡырын тыуһа, болот булыр.
* Ай текә тыуһа, ямғырлы була.
* Ай тулы ваҡытта саф һәм яҡты торһа, һауа яҡшы булыр.
* Айҙың уртаһында ямғыр яуһа, ай бөткәнсе ямғыр булыр.
* Айыу баланы ҡыуағы, ҡамыш һәм ҡайһы бер башҡа үләндәрҙең еҫе ғәҙәттәгенән көслөрәк сыҡһа — ямғыр булыр, уларҙың еҫе һиҙелмәһә — көн аяҙыр.
* Аҡыҡ — йөҙөк ҡашы, жәүзә* — яҙҙың башы.
* Арыш сәскәндә әрем бик әсе булһа, арыш яҡшы булыр.
* Аяҙ булһа — айға көс, Болот булһа — көнгә көс. *
* Аяҙ булһа — һыуытыр, Болот булһа — йылытыр.
* Болот ҡиблаға табан барһа, көн аяҙытыр.
* Болоттар бер урында өйөрөлһә, көн боҙола.
* Болот бергә өйөлөп, бик юғары күтәрелһә, йылы ямғыр булыр.
* Болот һирәк булһа, аяҙ һәм һалҡын булыр.
* Болот юлланып торһа, ямғырға.
* Бүрәнә шартлаһа, һыуыҡ булыр.
* Ваҡ ямғыр томалап яуа башлаһа, һауа оҙаҡҡа боҙолор.
* Егерме бишенсе июлдә ҡырау булһа, ҡыш һыуыҡ
килер.
* Ел елләмәй, томан асылмай.
* Етегән йондоҙ ҡараһыу булып күренһә, ямғыр булыр.
* Имән башы шаулаһа, көн боҙолоуға.
* Имән сәтләүеге уңған йылды аслыҡ булыр.
* Иртә аяҙытһа — кис аяҙытмаҫ, кис аяҙытһа — һис аяҙытмаҫ.
* Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр.
* Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, аяҙ булыр.
* Иртән ҡояшты болот ҡаплаһа, аяҙ була.
* Иртәнге томан ҡалын булып та,
Ҡояш нуры менән тиҙ таралһа, һауа бик оҙаҡ боҙолмай торор.
* Иртәнге томан өҫкә күтәрелһә — яуынға,
Ергә төшөп һеңһә — аяҙға.
* Иртәнге ямғыр төшкә хәтле.
* Иртәнсәк болотло булып,
Ҡояш сыҡҡанда аяҙытһа,
У л көндө ямғыр булмаҫ.
* Иртәнсәк ысыҡ күп төшһә, көн бик эҫе булыр.
* Йондоҙҙар бәләкәй генә булып күренһә, ямғыр булыр.
* Йондоҙҙар емелдәһә — һалҡынға.
* Йондоҙҙар ҡуйы күренһә, аяҙ булыр.
* Йүкә сәскәһе ҡойола башлаһа, арыш сәсергә ваҡыт.
* Йыл башында ел булһа, йыл әйләнә ел-дауыл булыр.
* Йылға боҙҙары ниндәй көндә киткән булһа,
Игенде шул көнгә тура килтереп сәс — уңыр.
* Йылғаларҙа боҙ төндә китһә, ашлыҡ булыр.
* Йылҡы йылын һаҡлыҡ менән ҡаршы ал.
* Йәй ағас япраҡтары һарғайһа, көҙ иртә килә.
* Йәй көнө бик ҡыҙҙырһа, ямғыр булыр.
* Йәй көнө һауа төтөн һымаҡ күренһә, аяҙ булыр.
* Йәй көнө ямғыр болото аҡһыл күренһә, боҙ яуыр.
* Йәй ҡышҡа ҡарап килә.
* Йәйге эҫелә рәшә булһа, игендәрҙе киптерер.
* Йәшен күп булһа, баланды ҡырау һуғыр.
* Кесаҙна боҙолған көн аҙна буйына барыр.
* Кинәт һыуыҡ башланһа, көн аяҙға китер.
* Кис аяҙ булып та, йондоҙҙар әҙ күренһә, йылы булыр.
* Кис һауа йылынып китһә, ямғыр көт.
Вариант: Киске һауа ныҡ йылынһа.
Төнөн ямғыр башланыр.
* Кишер япрағы шиңһә, ямғыр яуыр.
* Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
* Майһыҙ ҡар бөтмәҫ.
* Март башында сәп* Көндөҙ болотлап, кис елләһә — көн һыуытыр.
* Яҙ ерҙән быу күтәрелмәһә, иген насар ҡалҡыр.
* Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
* Яҙ иртә күк күкрәһә, йәй ямғырлы килер.
* Яҙ көнө йылғала һыу артмаһа, ашлыҡ уңмаҫ.
* Яҙ көнө иретмәй, оҙаҡ туңдырып торһа, йәй ҡоро булыр.
* Яҙ күк күкрәүҙән элек йәшен йәшнәһә, аслыҡ булыр.
* Яҙ ташҡын шәп булһа, иген уңа.
* Яҙғы боҙға яҫтыҡ ҡалынлығы булһа ла ышанма, көҙгө боҙға көҙгө ҡалынлығы булһа ла ышан.
* Яйыҡ башынан* ел иҫһә, йәй көнө лә ҡыш була.
* Яйыҡ башынан ел сыҡһа, яҙ килеүҙең билдәһе.
* Ялағай уйнаған йыл иген уңа.
* Ямғыр ергә тиҙ һеңһә, көндәр ямғырлы булыр.
* Ямғыр яуғанда салауат күпере ҡалҡһа, ямғыр туҡтар,
Әгәр туҡтағас ҡалҡһа, ямғыр оҙаҡ була.
* Ямғыр яуғанда тамсылар күбекләнһә, ямғырлы һауа оҙаҡ булыр.
* Ямғырҙан һуң йәшен ялтыраһа, аяҙ булыр.
* Ямғырҙан һуң ҡояш ялтырай ҡыҙарһа, тағы ямғыр көт.
* Ямғырҙы «һиҙеп» йылғалағы һыу кәмей.
* Ямғырлы ваҡытта көнсығыштан ел сыҡһа, ямғыр оҙаҡҡа барыр.
* Яңы ай тыуғанда ел булһа, ай бөткәнсе ел булыр.
* Яңы тыуған айҙың дүртенсе көнөндә ниндәй һауа булһа, ай буйы шундай һауа булыр.
* * *
* Аҡҡош иргә килһә, яҙ оҙаҡ торор.
* Ала ҡарға ағас башына ҡунһа, яҙ гиҙ, еңел килер; ергә ҡунһа, оҙаҡ, ауыр килер.
* Апрель ярчыһьшда торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.
* Ат аяғын тибенһә — ямғырға.
* Ат бышҡырһа, ямғырға.
* Ат ҡарға ятһа, йылыға тарта.
* Бал ҡорто кире әйләнеп ҡайтһа, ямғыр яуа.
* Бал ҡорттары умартанан бик иртә осоп сыҡһа, көн аяҙ буласаҡ.
* Балыҡ һыу өҫтөндә уйнай башлаһа, ямғыр була.
Вариант: Балыҡ өҫтә йөҙһә ямғырға.
* Беренсе мартҡа тиклем ҡара ҡарта күренһә, ҡар тиҙ китер.
* Бесәй башлы ябалаҡ (өкө) ҡысҡырһа, ашлыҡ насар булыр.
* Бесәй битен йыуғанда ҡолаҡ артын һыйпаһа, ямғыр булыр.
* Бесәй биген бик оҙаҡ йыуһа, оҙаҡ ямғыр яуыр.
* Бесәй бүрәнә тырнаһа, көн боҙола, бөгәрләнеп ятһа, һыуыҡ була.
* Бесәй ишекте тырнаһа, ямғыр, йо бурап булыр.
* Бесәй мейескә керһә, буран булыр.
* Бесәй моронон ҡаплап ятһа, көн һыуыта.
* Бесәй һыу эсһә, ямғыр булыр.
* Бесәй юғары менеп ятһа, һалҡынға.
* Бөрсә ҡоторһа, һауа боҙолор.
* Болот килгәндә әтәс ҡысҡырһа — көн аяҙайырға.
* Болотло көн бесәй салҡан ятһа — аяҙый.
* Бүҙәнә ҡысҡырһа, бойҙай уңа.
* Иген баш ҡоҫһа, кәкүк һаҡауланыр.
* Иртән беснәк һайраһа, көн боҙолор.
* Иртән бал корттары умартанан сыҡмайынса шаулашһа, төш ваҡытында ямғыр булыуын көт.
* Иртән, йә көндөҙ бал ҡорттары ҙур төркөм булып, умартаға ашығып ҡайтһалар һәм унан бөтөнләй тиерлек осоп сыҡмаһалар, тиҙҙән ел күтәрелер, ямғыр яуыр.
* Иртән һауа болотло булһа ла, бал ҡорттары тырышып нектар йыйһа, тиҙҙән һауа торошо яҡшырасаҡ.
* Йылға шаулап, тәлмәрйен баҡылдай башлаһа — ямғыр була.
* Йәшен йәшнәп, болот килгәндә бал ҡорттары умартаға инеп йәшеренмәһә, ямғыр булмай, ул ситләп үтә.
* Келәт аҫтында әтәс ҡысҡырһа, ямғыр яуыр.
* Кисен бал ҡорттары осоуҙан иртә туҡтаһа, алдағы көндәрҙә яҡшы һауа һаҡланыр.
* Көҙгә табан ҡырмыҫҡа иләүҙәре ҙурайһа, ҡыш ҡаты килә.
* Көн болотло булһа, балыҡ ҡапмай.
* Күгәрсендәрҙең ныҡ гөрөлдәүе — һауа насарайыуға.
* Кәкүк тауыш бирҙе — һалҡын көндәр үтте.
* Ҡаҙ һыңар аяғын ҡанат аҫтына тыҡһа, көн һыуытыр.
Вариант: Ҡаҙ һыңар аяҡта торһа, һалҡынға.
* Ҡаҙ ҡанат аҫтына моронон тығып йоҡлаһа, һалҡын була.
* Ҡаҙ ҡаңҡылдаһа, йылы килә, ҡарға ҡарҡылдаһа, ҡайғы килә.
* Ҡаҙ тешен шаҡылдатһа, һалҡын булыр.
* Ҡара бойҙай сәскәһе бар ерҙә ҡорт тынмаҫ.
* Ҡара ҡарға килгәс, бер айҙан ҡар китер.
* Ҡара ҡарға ояға ултырһа, өс аҙнанан сәсеүгә сыҡ.
* Ҡара ҡарға уйнаһа, һауа боҙолор.
* Ҡарға мең ҡарҡылдаһа ла яҙ булмаҫ, ҡаҙ бер ҡаңҡылдаһа ла яҙ булыр.
* Ҡарға елгә ҡаршы ултырып ҡысҡырһа, ямғыр булыр.
* Ҡарға килгәс тә юлға төшһә, иген уңыр.
* Ҡарға килһә, ҡар китер.
* Ҡарға ҡар теләһә, ямғыр яуыр.
* Ҡарға ҡарҙа ҡойонһа, көн боҙола.
* Ҡарға мороноң ҡанат аҫтына йәшерә икән — һыуыҡ көт.
* Ҡарға тоташ йөрөһә, ашлыҡ уңыр.
* Ҡарға яуым теләй, тартай аяҙ теләй.
* Ҡарға йылы яҡтан килгәс ағас башына ҡунһа, йыл туҡлыҡлы була.
* Ҡарға түбән осһа, ямғыр булыр.
* Ҡарлуғас иртә килһә, көндәр тиҙ матурланыр.
* Ҡарлуғас көндө маҡтай, һандуғас төндө маҡтай.
* Ҡарлуғас түбән осһа, ямғыр булыр, юғары осһа, аяҙ булыр.
* Ҡарлуғас уйнаҡлап осһа, ямғыр булыр.
* Ҡоҙғон юғары осһа, аяҙ булыр.
* Ҡоро йылды ҡуян күп, яуын йылды сысҡан күп.
* Ҡош ҡабарынһа, көн боҙола.
* Ҡоштар берҙәм осоп китә башлаһа, ҡыш ҡаты килә.
* Ҡоштар яҙын иртә килһә, йәйен ҡоролоҡ була.
* Ҡояш байығас, әтәс ҡысҡырһа, көн аяҙ булыр.
* Ҡырмыҫҡа ҡанатланһа, ямғыр була.
* Ҡырмыҫҡа иләүе йәйләнһә кон яҡшыра.
* Ҡыҫала ярға сыҡһа, кон боҙола.
* Ҡырмыҫҡа иләүҙәре ҙур булһа, ҡыш һыуыҡ булыр.
* Ҡыш көнө мейес аҫтында сиңерткә сырылдаһа, көн йылытыр.
* Мал ҡайһы яҡҡа арҡаһын ҡуйып ятһа, шул яҡтан ел көт.
* Өйрәк ҡойонһа — һалҡынға.
* Өйрәк ҡысҡырһа, йылы була.
* Өкө ҡысҡырһа, һалҡынға тарта.
* Себештәр бергә йыйылһа, ямғыр була.
* Серәкәй менән ләпәк күбәйһә, аяҙға тарта.
* Сиңерткәләр ныҡ сырылдашһа, көн ҡороға китер.
* Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.
* Сыйырсыҡ сыбар килһә, иген уңыр.
* Сыйырсыҡтан алда турғай килһә, туҡлыҡ була.
* Сысҡан күп булған йылды — туҡлыҡ, ҡуян күп йылды — аслыҡ.
* Сысҡан менән һуҡыр сысҡан ҙур запас йыйһа, ҡыш ҡаты килә.
* Сәүкәләр ҡысҡырышһа — ямғырға.
* Тартай яҙ көнө бүҙәнәнән алда ҡысҡырһа, аслыҡ булыр.
* Тауыҡ иртә төнәһә, таңға ямғыр яуа.
* Тауыҡ әтәс булып ҡысҡырһа, үҙ башына.
* Тауыҡ оя баҫырға һуң ултырып, иртә торһа, аслыҡ булыр.
* Торна бейеһә, һауа йылыныр.
* Торна иртә килһә, яҙ оҙаҡ тормаҫ, тиҙ йылытыр.
* Торна килһә, торош юҡ.
* Торна ҡысҡырһа, көн йылытыр.
* Торналар бик өҫтән һәм торҡолдашып осһа — көҙ матур булыр.
* Торналар бейектән осһалар, көн аяҙ була, тиҙәр.
* Торналар йыйылып уйнаһа — көн йылыға.
* Торналар түбән осһа, һауа боҙолор.
* Төш ваҡытында әтәс ҡысҡырһа, көн аяҙ булыр.
* Турғай түбәндән осһа, көҙ ҡыҫҡа булыр.
* Турғайҙар кәпәренеп ултырһа, ямғыр булыр.
* Тәлмәрйен ҡысҡырһа, көн йылыта.
* Тәлмәрйен һыу өҫтөнә сығып ҡысҡырһа, һауа боҙолор.
* Тәлмәрйендәр ярға сыҡһа, яуын көт.
* Умарта ҡорто шаулаһа, ямғыр булыр.
* Үрмәксе ауы күбәйһә, көҙ сыуаҡ, ҡыш һалҡын була.
* Үрмәксе ауы күп осһа, көн аяҙ, йылы булыр.
* Үрмәксе ауын тәгәрмәс кеүек итеп ҡуйһа, аяҙға тарта.
* Үрмәксе ептәре бейектән осһа, аяҙ булыр.
* Үрмәксе ауы үҫемлектәргә ятһа, йылыға тарта.
* һандуғас менән таң тыуыр, ҡарлуғас менән көн тыуыр.
* һарығош ҡоро ботаҡта һайраһа, йыл ҡоро килер.
* һыйыр арт аяғын ҡалтыратһа, һалҡын булыр.
* һыу буғаһы биш-алты тапҡыр рәттән ҡысҡырһа, иген
уңыр.
* Эт аунаһа — ямғырға.
* Эт ҡарҙа аунаһа, көн аяҙ була.
* Эт ояһынан сыҡмаһа, буран сығырын көт тә тор.
* Эт һыу зсһә, ямғыр булыр.
* Эг юлға ятһа. көн йылытыр.
* Эгәр торналар берәмлэп-берәмләп килһәләр, йәй яҡшы булыр,
Әгәр көтөүе менән осоп килһәләр, йәй насар була.
* Юлда йылан осраһа, ямғыр яуа.
* Яҙ көнө тауыҡ әтәс булып ҡысҡырһа, йыл ауыр булыр.
* Ямғыр алдынан бал ҡорттары умарта тирәһендә генә оса,
һауа яҡшы торор булһа, алыҫҡа оса.
* Яр ҡарлуғастары түбән осһа, ямғырға тарта.
Вариант: Ямғыр булаһы булһа, ҡарлуғастар бик түбән осор.
* * *