+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һаҡ булайыҡ – Йыландар!

Йыландарҙың ер йөҙөндә яҡынса 3 мең төрө, 13 ғаиләһе билдәле. Башҡортостанда барыһы алты төрлө йылан бар. Туҙбаш, еҙ, сыбар йыландар ағыуһыҙ. Әммә уларҙың һәр ҡайһыһы сағырға мөмкин. Ағыулы тешлеләре иһә ҡара йыландың ике төрө. Йыландарҙы ентекләп өйрәнгән белгес-экологтар  ҡара йылан сағыуы үлемесле түгел, тип белдерә. Хәйер, сағылған мәлгә кеше яңғыҙы булһа, яраны шунда уҡ йыуып эшкәртеү форсаты булмаһа, өҫтәүенә аллергия хәүефе ҡушылһа, борсолор сәбәп бар. Йылан саҡҡан осраҡта кисектергеһеҙ табип ярҙамы кәңәш ителә. Ни тиклем тиҙерәк, шул тиклем  файҙалыраҡ.  

Һаҡ булайыҡ – Йыландар!
Һаҡ булайыҡ – Йыландар!

Йыландан һаҡланыу өсөн урман-ҡырға резина итек кейеп сығыу отошло. Ял урыны булараҡ ҡуйы үлән араһын, ҡоро ағас төптәрен һайламау хәйерле. Был йәнлектәр кеше ҡулы теймәгән, кеше аяғы баҫмаған урындарҙы үҙ итә.  Беҙҙең төбәктә осраған ағыулы ҡара йылан  ышыҡ, дымлы урындарҙы ярата. Шуға ул йорт янына эйәләшмәһен өсөн кәртә-ҡура тирәһендә бейек үлән үҫтермәҫкә, ихатала серек ағас-бүрәнә өйөмдәрен булдырмаҫҡа кәрәк. Тәбиғәткә сыҡҡанда иһә шәхси хәүефһеҙлек сараларын күреү мәһим.

Йылан күрһәгеҙ, ипләп кенә урап үтергә, йә булмаһа, уның беренсе булып ташланмауын иҫтә тотоп, һөйрәлеүсе үтеп киткәнсе тын ғына торорға кәрәк. Бик тә булмаһа, шым ғына, боролмайынса артҡа сигенергә.

Кинәт боролорға, ҡасырға ярамай.

Шулай ҙа йылан саҡһа нимә эшләргә?

Дауаханаға, кисектермәҫтән табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк, унда йылан ағыуына ҡаршы препарат мотлаҡ була.

Йылан саҡҡан урын күкһел-ҡыҙғылт төҫкә инә, бер аҙҙан йөҙ ағара, баш әйләнә, күңел болғана, ҡоҫтора, ҡан баҫымы һикерә, аң юғалыуға тиклем барып етә, тән тартышыуы ла мөмкин. Әгәр ҙә яҡында медицина учреждениеһы булмаһа, ул ваҡытта яраға таҙа бәй һалырға, сағылған ваҡытты иҫтә ҡалдырырға.

Аяҡты саҡҡан осраҡта, ағыу таралмаһын өсөн, бинт менән урап, уны һау аяҡҡа ҡуша бәйләп, саҡ ҡына өҫкә күтәреп ҡуйырға һәм хәрәкәтләнмәҫкә. Ҡулды саҡһа, уны бөккән килеш яраны билдәләргә, жгут һалырға ярамай.

Күберәк һыу эсергә кәңәш ителә.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: