-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәшендән ҡурҡыу кәрәк

Йәшенде тәбиғәттең иң серле һәм хәүефле күренеше тип атау дөрөҫ булыр. Йәшен йомғағы—уның үҙенсәлекле төрө һанала. Ул янып торған утлы шар, тамсы йәки груша формаһында осрай. Ҙурлығы 10 сантиметрҙан 20 сантиметрғаса, ә төҫө аҡ, зәңгәр, һары булыуы мөмкин. Утлы шарҙың температураһы өйрәнелмәгән, әммә ғалимдар иҫәпләүенсә ул 100-ҙән алып 1000 градусҡа тиклем тәшкил итеүе ихтимал. Йомғаҡ йәшен шартлаған осраҡта уның эргәһендәге шыйыҡса кибә, ә тимер һәм быяла ирей.

Йәшендән ҡурҡыу кәрәк
Йәшендән ҡурҡыу кәрәк

Йомғаҡ йәшендең «ғүмере» оҙаҡ ваҡыт һаҡланырға мөмкин, тәгәрәп йөрөгәнендә кинәт кенә йүнәлешен үҙгәртә ала. Бер нисә минут һауала аҫылынып тороп, ҡапыл секундына 8-10 метр тиҙлек менән ситкә осоп китеүе лә ихтимал. Йыш ҡына ул көслө йәшенле ямғыр ваҡытында барлыҡҡа килә. Әммә йомғаҡ йәшендең ҡояшлы көндә лә күренеүе ихтимал. Ул берәү генә була һәм кеше уйламаған ерҙән, мәҫәлән, болоттар араһынан, һауанан йәки ағас-бағана баштарынан килеп төшөүе бар. Ябыҡ бинаға үтеп инеү ҙә уның өсөн бер ни тормай. Энә осондай ектән дә үтеү осраҡтары теркәлгән. Шуға күрә, йәшенле ямғыр ваҡытында йорт-фатирығыҙҙың тәҙрә, ишектәрен, мейес башын ябырға кәңәш ителә. Шулай уҡ көнкүреш техникаһын, кеҫә телефондарын һүндереп ҡуйырға кәрәк. Сөнки утлы шарҙың розетка, телевизор антеннаһы аша инеү осраҡтары теркәлгән.

Йәшендән һаҡланыу саралары тураһында онотмайыҡ, дуҫтар.

  1. Ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе, мейес башын ябығыҙ. Һауа юлы булырға тейеш түгел;
  2. Йомғаҡ йәшенен күрһәгеҙ урынығыҙҙа хәрәкәтһеҙ ҡалығыҙ, йәки хәүефһеҙ урынға йәшенегеҙ. Тауышланырға ла ярамай.
  3. Йәшен ваҡытында тышта булһағыҙ, башығыҙҙы ҡаплап, еңле кейем кейергә кәрәк.
  4. Автомобиль эсендә булһағыҙ, тәҙрәләрен ябығыҙ һәм тимер әйберҙәргә ҡағылмайынса тыныс ҡына ултырығыҙ.
  5. Һыу буйынан йыраҡ китегеҙ. Бейек ағас йәки бағана аҫтында тормағыҙ.
  6. Электр ҡорамалдары, кеҫә телефоны менән ҡулланмағыҙ.
  7. Телевизор, һауытҡыс, кер йыуыу машинаһы, антеннаны розетканан һурып ҡуйыуығыҙ хәйерле.

Ябай ғына һаҡланыу саралары һеҙҙе ҙур йәшен бәләһенән ҡотҡарыр, шуны онотмағыҙ.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: