+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" энциклопедияһы
2 Сентябрь 2022, 15:21

Барҡылдаҡтар

Баҡ тиһәң, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын саҡырып, барҡылдаҡтар ҙа туй яһай икән... Туй мәлендә ата ҡоштар бик әүҙем, инә парына оҡшарға тырышып уйнай һәм һайрай, ә инә барҡылдаҡ иһә ояһын ҡороп бөткәс уны “туйлап” уйын ҡора.

Барҡылдаҡтар
Барҡылдаҡтар

Башҡортостан ҡоштары

Барҡылдаҡтар

 

Донъяла барҡылдаҡтарҙың 62 төрө бар. Рәсәйҙә – 20 төр. Беҙҙең яҡтарҙа был урман ҡоштарының 6 төрө бар тип иҫәпләнә. Әлбиттә, күсмә ҡош булараҡ, уларҙың ҡайһы берҙәре килеп-китеп кенә йөрөй, әммә уларын беҙҙеке тип һанарға нигеҙ бар. Японияла аҡ барҡылдаҡ йәшәй, уларҙың хатта күгелйем-зәңгәр төҫлөләре лә бар. Ә күберәк барҡылдаҡтар – һоро төҫтә, ҡара төртөктәре булған, әллә ни күрмәлекле булмаған, иғтибарҙы йәлеп итмәгән ҡоштар.

Барҡылдаҡ тигән исемен уларға тауышына ҡарап ҡушҡандарҙыр. Урманға барған һәр кем өҙлөкһөҙ тыҡылдаған, ә ояһына яҡын килә башлаһаң өҫтөңә осоп ҡунырҙай ташланған ҡошсоҡтарҙы күреп таныйҙыр. Шулай ҙа уларҙың тауышын бер төрлө тип әйтеп булмай, йырсы барҡылдаҡтың тауыштары һандуғастыҡынан да төрлөрәк тип һанала! Ҙурлығы сыйырсыҡтан ҙурыраҡ, сәүкәнән бәләкәйерәк. Кешенән йыраҡтараҡ йәшәү рәүеше булған ҡоштарҙы бөгөн баҡсаларҙа ла, ҡала парктарында ла күрергә мөмкин.

Беҙҙең яҡта киң таралған мышар барҡылдағынан (дрозд-рябинник) тыш, тағы ла дәүғош тип аталған сыбар барҡылдаҡ (пестрый), ҡоролдаҡ (сыбарҙың бер төрө тип һанала), йырсы барҡылдаҡ (певчий), ҡыҙылбауыр барҡылдаҡ (белобровик) ҡара барҡылдаҡ (черный) йәшәй. Йырсы һәм ҡараһының тауышы бик матур, уларҙы ситлектә лә аҫрайҙар.

Урман ҡошо булараҡ, барҡылдаҡтар ағас ботаҡтары араһына, йә һынып төшкән олон үҙәгенә оя яһайҙар. Шуныһы ҡыҙыҡ: барҡылдаҡтарҙың яҙғы туйҙары була, был осорҙа ата ҡоштар бик әүҙем, инә парына оҡшарға тырышып уйнай һәм һайрай, ә инә барҡылдаҡ иһә ояһын ҡороп бөткәс уны “туйлап” уйын ҡора. Бер нисә пар айырым колония булып ойошоуы ла мөмкин. Ояларын ныҡлап, балсыҡ менән һылап төҙөйҙәр. Әллә ни бейектә булмай. Унда инә ҡош 5-6 йомортҡа һала, ике аҙнанан сыҡҡан себештәр тағы ла ике аҙнанан осоп сыға. Әйткәндәй, улар оса белмәгән килеш үк оянан осоп төшә һәм, осорға өйрәнгәнсе ата-инә ҡарауында ҡала. Уларҙы ҡоштар икәүләшеп, алмаш-тилмәш осоп бөжәктәр, селәүсендәр ашатып үҫтерә. Тап ошо ваҡытта, ерҙә һәм ҡурсауһыҙ осорҙа бала ҡоштар күпләп үлә. Көҙөн ҡошсоҡтар емеш менән туҡланыуға күсә. Ошо миҙгелдә улар баҡсалар өсөн хәүефлегә әүерелә. Туп булып килеп ҡунған ҡоштарҙан һуң емеш ағастарында бер ни ҙә ҡалмай.

Барҡылдаҡтың 17 йәшкә тиклем йәшәгәне теркәлгән. Ситлектә генә түгел, уңайлы шарттарҙа, тәбиғәт ҡосағында ла улар оҙаҡ йәшәй. Был күсмә ҡоштар булып, яҡын араларға йыш күсенеп йөрөүе менән аңлатыла. Йылы яҡтарға тупланып осалар, әммә туптан тороп ҡалған яңғыҙ ҡоштар ҙа башҡаларҙы ҡыуып етеп, уларға ҡушылырға һәләтле.

Барҡылдаҡтарҙың ояларын туҙҙырып, йомортҡалары һәм ҡошсоҡтары менән һыйланырға яратыусы дошмандары күп: ҡарға-һайыҫҡандар ҙа, тейен, янут, һымаҡ ваҡ йәнлектәр ҙә. Үҙ сиратында был ҡоштар үҙҙәре, ояларын бик ажғыр һаҡлаусы булараҡ, ваҡ турғайҙар өсөн ышыҡ булып хеҙмәт итә.

Барҡылдаҡтар
Барҡылдаҡтар
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: