-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кемдәр ташлай?

Һайлап алынған 200 яугирҙы алдан әҙерләй башлайҙар. Күнекмәләр һалдат палаткаларының 1,8 метр оҙонлоғондағы таяҡтары менән үтә. Немец байраҡтары совет армияһыныҡына ҡарағанда ауырыраҡ та була. Фашистарҙың штандарттары тимер, иретелгән ҡорос ҡулланып эшләнелгән була.

Ике Дан ордены кавалеры Шишкин хәтерләүҙәренән: “Беҙҙе, 20-25 йәшлек кисәге яугирҙарҙы, яңы хәрби хеҙмәткә алынған һалдаттарҙы өйрәткәндәге кеүек “муштраланылар”. Гимнастеркалар  - лыс тир. Арыуыбыҙҙы еңеү ҡыуанысы баҫа ине”.

21 июнь маршал Жуков Ҡыҙыл майҙанда әлеге яугирҙарға имтихан үткәрә һәм әҙерлек менән ҡәнәғәт ҡала.

Фашист ҡалдығын ғәрлек менән еүеш асфальтҡа тәүгеләрҙән булып баһадир кәүҙәле сержант Федор Легкошкур ырғыта.Уның хеҙмәттәштәре һөйләүе буйынса, яугир тәүҙә дошман байрағын ҡулына алыуҙан баш тарта. “Был хәшәрәт менән ҡулымды бысратҡым килмәй”, – ти. Офицерҙар уның менән политһөйләшеүҙәр үткәрә, уға ниндәй мөһим бурыс йөкмәтелгәнен аңлата. Һуңынан Легкошкур был миссияһы менән хатта ғорурланып: “Штандарт ауыр булһа ла мин уны Ҡыҙыл майҙан буйлап тейешенсә алып үттем һәм Мавзолейға яҡынлашҡас, шул штандартты юғары күтәреп, көс һәм ғәрлек менән ергә һелтәнем...” – тип һөйләй.

Парадтан һуң Германия әләмдәре Ҡыҙыл Армияның Үҙәк музейына тапшырыла.

Илшат ЗАРИПОВ

Кемдәр ташлай?
Кемдәр ташлай?
Кемдәр ташлай?
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: