Кәбисә йылында (високосный год) йыл
оҙонлоғо,
ғәҙәти йылдан айырылып, 366 көн
тәшкил итә. Һәм ул көн 29 февраль булып
календаргә инә. Календарь йылдар астроно-
мик йылдар менән тап килһен өсөн бындай
күренеш һәр дүрт йыл һайын ҡабатлана.
Беҙҙең эраға тиклем 45 йылда Рим дәү-
ләте императоры Гай Юлий Цезарь реформа-
ларына тиклем календаргә төҙәтмә индереү
өсөн йыл һайын артыҡ ай өҫтәп торғандар.
Беҙҙең дәүергә тиклем 40-сы йылдарҙа көнкүрештә
ҡулланылған Рим календары Ҡояш
календарынан өс айға алға китә. Ул ваҡытта
Юлий Цезарь яңы календарь индерә. Был
календаргә ярашлы, ҡояшлы йыл оҙайлығы
365,25 көн тәшкил иткән була.
Юлий календарен римдар ул саҡта ҡапыл
да ғына аңлай ҙа алмаған. Был календарҙың
даими эшләп тороуына яуап биреүсе әһел-
дәр февраль айына дүрт йыл һайын түгел,
ә һәр өс йыл һайын өҫтәмә көн индереп
ебәрә. Шулай итеп, Юлий йылиҫәбен беҙҙең
эраның 8-се йылында ғына көйләп ебәрәләр
һәм шул ваҡыттан бирле һәр дүрт йыл һа-
йын февраль айына бер көн өҫтәлә бара.
Башҡа йылдарҙан ни бары бер көнгә оҙо-
нораҡ булыуы менән генә айырылған кә-
бисә йылына ҡағылышлы әллә күпме ырым,
хөрәфәт йәшәп килә. Күпселек осраҡта был
ырым-ышаныуҙар тыйыуҙар, насарға юрау
менән бәйле. Ә бит ғилми күҙлектән ҡара-
ғанда, был ни бары дүрт йыл эсендә йыйыл-
ған артыҡ 24 сәғәтте ошо рәүешле кален-
дарға индереп ебәреү генә.
Кәбисә йылына һағайып ҡарап, төрлө ырымға
ышанып китеүселәр ҙә бар. “Ауырайтмағыҙ,
еңеләйтегеҙ!” — тиелә динебеҙҙә лә.
Аллаһ Тәғәләнең көндәрен, йылдарын кәбисә
йылы тип, йә башҡаса хәйерһеҙгә, насарға
юрарға ярамай. Оло йомаға тура килгән
13-сө көнмө, кәбисә йылымы, барыһы ла
Аллаһтан. Тырышып уҡып, эшләп, бер-беребеҙҙе
ҡыуандырып ҡына йәшәһәк, һәр йылыбыҙ
бәрәкәтле булыр.
Барыбыҙҙы ла йыл һайын уңышлы, изге
эштәр, ыңғай хәлдәр генә көтөп торһон! Кә-
бисә йылы илебеҙгә – тыныслыҡ, ғаиләләре-
беҙгә сәләмәтлек, муллыҡ, именлек алып
килһен!