+22 °С
Ямғыр

Бурандар

Халҡыбыҙҙа айҙарҙың һаҡланып ҡалған боронғоатамалары ата-бабаларыбыҙҙың тирә-йүнгәҡарата мөнәсәбәтенә, һауа торошоноңүҙгәреүенә һәм айырым эш мәлдәренә бәйле.Әле бына буранайға ла аяҡ баҫтыҡ. Исеменәнүк күренеүенсә, был ай борон-борондан бурандарғабай булған. Әйҙәгеҙ был айҙа буран, уныңтөрҙәре менән танышайыҡ.

БурандарБурандар
Бурандар

Буран ул — атмосфера күренеше: ҡарҙың ер
өҫтөнән ел менән һеперелеүе, йә көслө ел менән
ҡупҡан ҡар өйөрмәһе. Метеорологтар буран
төрҙәрен өсәүгә бүлә: йәйәүле
буран (поземок),
һепертмә буран (низовая метель), өйөрмә буран
(общая метель).
Йәйәүле буран ваҡытында ҡар бөртөктәре,
ер өҫтөнән еңелсә күтәрелеп, нәҙек, өҙлөкһөҙ
тулҡын булып "йүгерә". Был буран барышында
елдең тиҙлеге секундына 6-8 метр тәшкил итә,
ҡар ерҙән 1-1,5 метр тиклем күтәрелә. Ә бына
ел шәбәйеп уның тиҙлеге секундына 10-15 метр
булған осраҡта, һепертмә буран башлана. Был
мәлдә ҡар ерҙән 3 метрҙан юғарыға күтәрелә.
Елдең тиҙлеге секундына 20 метрға еткән осраҡта
ҡар, ерҙән күтәрелеп, 10 метрға тиклем
бейеклеккә оса.
Әйтергә кәрәк, һанап кителгән бурандар барлыҡҡа
килһен өсөн ҡар яуыуы мөһим түгел, сөнки
ерҙәге ҡар ел менән өҫкә күтәрелә. Метеорологтар
белдереүенсә, йәйәүле һәм һепертмә
бурандар биләмә өҫтөнән антициклондың ҡыры
үткән саҡта барлыҡҡа килә.
Шулай уҡ ҡар үргә күтәрелһен өсөн ул ҡоро
һәм ярмалы булырға тейеш. Тағы ел ҡарҙы күтәрә
алһын өсөн ер өҫтөнөң тигеҙ, урман, биналарҙан
буш булыуы мөһим. Ялан, далалы яҡтарҙа ошо
айҡанлы көслө бурандар ҡуба ла инде.
Ә бына Ер йөҙөндәге иң ғәрәсәтле бурандар
Антарктида ҡитғаһында барлыҡҡа килә икән.
Унда елдең тиҙлеге секундына 60-90 метрға етә
ала.
Өйөрмә бурандың ҡубыуы иһә атмосфера
фронтының биләмә өҫтөнән үткән мәле менән
бәйле. Был осраҡта көслө ел менән бергә ҡар
яуыуы ла күҙәтелә. Был буран алдынан һауа
торошо ҡырҡа үҙгәрә: һауа температураһы
-15°С-тан юғарыға күтәрелеп, көн йылына, һауаның
дымлылығы ла юғары була.
Өйөрмә буран секундына 10 метрҙан көслөрәк
ел, епшек ҡар менән ҡуша килә. Был мәлдә
күреү
алыҫлығы 100 метрҙан да түбәнәйә, юлдарҙа
ҡар көрттәре хасил була, юлдар ябыла,
электр сымдарына, ағастарға, биналарға ҡар һырый,
баҫыуҙарҙа ҡар уйһыулыҡтарға тултырыла.
Белгестәр һанап сығарыуынса, бер бурандың
уртаса дауамлығы 7-8 сәғәт тәшкил итә. Шулай
уҡ беҙҙең һыҙатта аҡъюлайҙан алып буранайға
тиклем бурандар һәр ай һайын уртаса 6-13 көн
ҡотора икән.
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында ҡыш
һәм иртә яҙҙа күҙәтелгән бурандарға исемдәр
ҙә тағылған. Мәҫәлән, һәпәләк буран, дуғалы
буран бар. Айыу өңөндә әйләнгән һайын айыу
бураны ҡуба, был мәлдә толопҡа нығыраҡ уран,
тигәндәр боронғолар. Алты көн буйы дауам иткән
Аҡман-тоҡман бураны тураһында риүәйәт
менән дә танышһығыҙҙыр. Журналды ҡулығыҙға
алғанда, ҡарға бураны үтеп, сыйырсыҡ бураны
сәләмләр, бәлки. Мәҡәләмде иһә Башҡортостандың
көньяғында күҙәтелгән "Бишҡунаҡ бураны"
менән тамамлайым.
Тамсылар тама ҡыйыҡтан,
Күптән көткән яҙ етте,
Барыһын да аптыратып,
Бишҡунаҡ килеп китте.
Бишҡунаҡ бураны далаларҙа сыҡҡан иң һуңғы
буран булып һанала. Борон бер хәл була. Халыҡ
йәйләүҙәргә сығып өлгөргән мәлдә алыҫта ҡунаҡ
булғандан һуң биш кеше бергәләп ҡайтыр
юлға сыға. Йылы яҙ көнөнә тура килтереп, еңел
кейенгән
була улар. Әммә көтмәгәндә көслө буран
сыға. Юлдағылар был буранда аҙаша һәм
туңып һәләк була. Шул ваҡыттан бирле иң һуңғы
буранды Бишҡунаҡ тип атайҙар икән.

Автор:Азамат БАЙРАМҒӘЛИН
Читайте нас