-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Һары турғай

Һары турғай (русса — чиж, латинса — carduelis(spinus) spinus, инглизсә — siskin) — алаҡас турғайҙарғаиләһенә ҡараған ябай турғайҙан кесерәкҡош.

Һары турғай
Һары турғай

Һары турғайҙар барлығы 19 ярымтөргә бүленә.
Был ҡоштарҙың һаны үткән быуатта 3,7 млн
пар тәшкил итһә, әлеге мәлдә 2,5 млн пар иҫәпләнә,
ти белгестәр. Беҙҙең яҡта ҡышҡыһын бер
урындан
икенсеһенә күсеп йөрөгән ултыраҡ
ҡош булып һаналһа, башҡа төбәктәрҙә күсмә
ҡош.
Төп ареалы Пиреней һәм Скандинавия ярымутрауҙарынан
алып, ылыҫлы урмандар һыҙаты
буйлап, Охот, Япон диңгеҙе, Камчатка ярымутрауы,
Курил һәм Япон утрауҙарына тиклем таралған.
Әммә Йәнәсәй йылғаһынан Байкал алды
төбәгенә тиклем бөтөнләй осрамай тиерлек.
Шулай уҡ Ҡырымда һәм Кавказда һары турғайҙың
айырым таралыу биләмәләре билдәле.
Һары турғай — алаҡас турғайҙар ғаиләһендәге
иң кесе ҡоштарҙың береһе. Кәүҙәһенең оҙонлоғо
— 11-14 см, ҡанаттарының киңлеге — 19-23
см, ауырлығы 10-18 г.
Ата ҡоштоң дөйөм төҫө сағыу, йәшкелт һары
төҫтә. Башының сите, күкрәге, ҡойроҡ аҫты һары.
Арҡаһы йәшкелт һары, түбәһенең осо, тамағы,
ҡойроғо, һары таплы ҡара. Башҡа ҡауырһындарында
һорғолт һары төҫ өҫтөнлөк итә. Ҡорһағы
ҡара таплы аҡһыл. Инә ҡоштоң дөйөм төҫө тоноғораҡ,
таптарҙың һаны ла күберәк. Һырты
һорғолт йәшел, кәүҙәһенең аҫ яғы һорғолт аҡ.
Башында һәм суҡыш аҫтында ҡара тап
булмай. Йәштәрҙең кейеме инә ҡошҡа оҡшаш,
әммә ҡара таптар тағы ла күберәк.
Һары турғайҙың ҡойроғо ҡыҫҡа, суҡышы
сағыштырмаса оҙон, нәҙек һәм осло.
Тауышы яңғырауыҡлы, “чжии” йә “циви-
цивии” булып ишетелә. Һайрауы нескә,
“тили-тили” кеүек өңдәрҙән тора. Осошо
етеҙ, әммә тирбәлеүсән.
Оя ҡорған мәлдә генә парлашып, башҡа
ваҡытта туптарға берләшеп көн итә һары
турғайҙар. Апрель айында оя ҡороу мәле
етә. Оя ҡорор өсөн бейек ылыҫлы ағастарҙы
һайлайҙар. Эргәлә туғай, йә шишмә,
йылға үҙәне булыуы мөһим. Оялары ҡалын
сеүәтә формаһында була, уны мүк, үлән
тамырҙары һәм үлән епсәләре ярҙамында
төҙөйҙәр. Һуңынан ҡанаттар, мамыҡ, йөн
ярҙамында өҫтәп йылытыла.
5-6 бөртөк зәңгәр, йә йәшел төҫмөрлө
йомортҡа һалып, уларҙы инә ҡош уртаса 13 көн
дауамында баҫа. Ҡошсоҡтар һирәк асыҡ һоро
мамыҡ менән ҡапланып донъяға килә. Һары
турғайҙар йәй эсендә ике тапҡыр тоҡом ҡалдырып
өлгөрә. Был ҡоштарҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо
өс йыл тәшкил итә. 10 йылға тиклем йәшәгән
ҡоштар ҙа билдәле.
Һары турғайҙың рационына килгәндә, ул башлыса
орлоҡтарҙан тора. Улар араһында ылыҫлы
ағастарҙың да, ерек, ҡайындың да, ҡый үләндәренең
дә орлоҡтары бар. Үлән беттәре кеүек
бөжәктәр менән дә туйыналар.
Көҙ һәм ҡыш көндәрендә йөҙләп ҡоштан торған
туптарға берләшеп, ем табыу маҡсаты менән
бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөйҙәр. Таҡыя
һәм алаҡас турғайҙар менән туптарға берләшә
алалар. Ҡыш көнө ерек, ҡайын ағастары араһында,
йә ҡала парктарында күҙәтергә була
һары турғайҙары. Ем сүпләгән мәлдә алаҡас
турғай
кеүек үк башы менән аҫҡа табан эленеп
тора ала.
Һары турғайҙы Рәсәйҙең ҡоштарҙы һаҡлау
берләшмәһе 2024 йылдың ҡошо тип иғлан итте.
Һуңғы осорҙа был ҡоштоң һаны орнитологтарҙа
хәүеф тыуҙыра. Ошо мәсьәләгә иғтибар
йүнәлтеү өсөн төрлө саралар уҙғарыласаҡ. Һары
турғайға ғына түгел, башҡа ҡанатлы дуҫтарыбыҙға
ла ярҙам ҡулы һуҙайыҡ, дуҫтарым!

Автор: Азамат БАЙРАМҒӘЛИН
Читайте нас: