0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ТИМЕР ГИГАНТТАР

Трактор кешенең универсаль ярҙамсыһы. Улар хужалыҡ эшмәкәрлегенең төрлө тармағында ҡулланыла. Макродонъяға сәйәхәтебеҙҙе дауам итеп, донъялағы иң ҙур тракторҙар менән танышайыҡ.  

ТИМЕР ГИГАНТТАР
ТИМЕР ГИГАНТТАР

Трактор кешенең универсаль ярҙамсыһы. Улар хужалыҡ эшмәкәрлегенең төрлө тармағында ҡулланыла. Макродонъяға сәйәхәтебеҙҙе дауам итеп, донъялағы иң ҙур тракторҙар менән танышайыҡ.

Ассо dozer - бульдозерҙар донъяһының гиганты. Моторының ҡеүәте – 1300 ат көсө, ауырлығы - 183000 килограмм. Ышыртҡыһыны киңлеге - 7 метр, бейеклеге - 2 метр. Ул ХХ быуаттың 80-се йылдарында Ливияның заказы буйынса Италияның Ассо компанияһы тарафынан төҙөлә. Әммә ил башлығы Ҡаддафи халыҡ-ара терроризмда ғәйепләнеп, Берләшкән дәүләттәр ойошмаһы Ливияға ҡарата һатыу эмбаргоһы иғлпн итеп, сауҙаны тыйығас, Ассо dozer Италияла тороп ҡала. Әле булһа файҙаланылмай.

Komatsu-D575A. Белгестәр япондар төҙөгән был гигант техниканы “карьерҙар короле” тип атап йөрөтә. Бульдозерҙың ауырлығы - 150000 килограмм, ҡеүәте - 1150 ат көсө. Оҙонлоғо - 12,7, киңлеге – 7-нән ашыу, бейеклеге - 4,87 метр.

СССР заманында эшләнгән был гиганттың ҙурлығы хатта Гиннесс ректордтар китабыныңда иғтибарын йәлеп итә. Силәбе ҡалаһында йыйылған ЧТЗ-800 (Т-75.01) Европалағы иң ҙур трактор тип таныла.

Ауырлығы - 106000 килограмм, двигатель ҡеүәте - 820 ат көсө, оҙонлоғо - 12,4, киңлеге – 4,2 метр. Бөгөнгә бары тик ун ғына ошондай бульдозер етештерелгән.

Силәбенең “ЧТЗ-УРАЛТРАКТ” предприятиеһында Б10 һәм Б12 бульдозерҙары базаһында бөгөн  бронетракторҙар ҙа етештерелә. Тимер монстрҙарға хатта мина шартлауы ла хәүеф янамай. Рәсәй Оборона министрлығы тарафынан йүнәлтелгән бер нисә ошондай техника Сүриәлә эшләй ҙә инде.

ТИМЕР ГИГАНТТАР
ТИМЕР ГИГАНТТАР
ТИМЕР ГИГАНТТАР
ТИМЕР ГИГАНТТАР
Автор:Илшат Зарипов
Читайте нас: