-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Гигант тимер ҡоштар

“Осоу теләге – беҙгә ата-бабаларыбыҙҙан күскән хыял. Улар бик элек юлдарһыҙ сәйәхәттәрҙә ыҙа сигеп, һауаның сикһеҙ юлдарында бер ниндәй ҡаршылыҡтарһыҙ, шәп тиҙлектә, иркен осҡан ҡоштарға көнләшеп ҡарар булған”, - тигән ҡасандыр Уилбур Райт. Ағалы-ҡустылы Уилбур (1867 - 1912) менән Орвилл (1871 - 1948) Райттар донъяла тәүге самолет төҙөүселәр һанала.

Гигант тимер ҡоштар
Гигант тимер ҡоштар

“Осоу теләге – беҙгә ата-бабаларыбыҙҙан күскән хыял. Улар бик элек юлдарһыҙ сәйәхәттәрҙә ыҙа сигеп, һауаның сикһеҙ юлдарында бер ниндәй ҡаршылыҡтарһыҙ, шәп тиҙлектә, иркен осҡан ҡоштарға көнләшеп ҡарар булған”, - тигән ҡасандыр Уилбур Райт. Ағалы-ҡустылы Уилбур (1867 - 1912) менән Орвилл (1871 - 1948) Райттар донъяла тәүге самолет төҙөүселәр һанала.

Бөгөн тауыштан тиҙерәк осоусы, кешеләрҙе генә түгел, ә ауыр техниканы күккә күтәргән самолеттар менән берәүҙе лә аптыратып булмай.

 Макродонъяға сәйәхәтебеҙҙе дауам итеп, донъялағы иң ҙур самолеттар менән танышайыҡ.

Stratolaunch йөк самолеты

Донъяла иң ҙур самолет һанала. Спутниктарҙы йыһан орбитаһына сығарғанға тиклем, стратосфераға алып барып еткереү өсөн төҙөлә. Ҡанат ҡоласы 117 метр. Ауырлығы 250 тонна. Тулы йөк менән ауырлығы 590 тонна. 2017 йылдың 31 майында презентацияһы була. Әммә самолет әле булһа бер тапҡыр ҙа осмаған. Файҙаланыуға ун йылдан һуң ғына тапшырыласаҡ, тип бара инженерҙар.

 Ан-225 (Мрия) йөк самолеты

О.К. Антонов исемендәге “тәжрибә-конструктор бюроһы”нда төҙөлә. Осоу йөгө 640 тонна тәшкил итә. Бер экземплярҙа. “Мрия” – украин теленән “хыял” тигәнде аңлата. 1988 йылдың 21 декабрендә тәүге тапҡыр 60 тонналыҡ “Буран” йыһан корабын күккә күтәрә. СССР тарҡалғас “Хыял” эшһеҙ ҡала. 2000 йылда тейешенсә модернизацияланып комерция йөктәре ташыуҙарҙа файҙаланыла. 2018 йылдың сентябрендә самолет-гигант яңы рекорд ҡуя – Украинаның Гостомель ҡалаһынан АҠШ-тың Окленда аэропортына тиклем туҡтауһыҙ 13 сәғәт буйы осоп 9800 километр ара үтә.

Airbus A340-600 пассажир лайнеры

2001 йылдың 23 апрелендә тәүге Airbus күккә күтәрелә. Оҙонлоғо буйынса донъяла өсөнсө самолет – 73,36 метр. Boeing 777 самолеттары конкуренция тыуҙырғас 2011 йылда донъялағы иң оҙон лайнерҙы етештереүҙән туҡтаталар. Шулай ҙа, әле булһа төрлө илдәрҙә Аэробустар пассажирҙар ташыуын дауам итә. Бер пассажир йәки экипаж ағзаһы һәләк булған осраҡ юҡ.

Гигант тимер ҡоштар
Гигант тимер ҡоштар
Гигант тимер ҡоштар
Автор:Илшат Зарипов
Читайте нас: