Тал (русса – ива, латинса – salix). Башҡортостанда талдың 26 төрө осрай. Был ағастар йәки ҡыуаҡтар тал һымаҡтар(salicaceae) ғаиләһенә ҡарай.
Тирәк (populus) — талдар ғаиләһенә ҡараған ағастар ырыуы вәкиле. Был ыры-уҙағы ағастар генетик яҡтан ҡарғанда, күптөрлө була. Теләһә ниндәй ерҙә үҫә ала, оҙолоғо 15 метрҙан алып 50 метрға тиклем етә.